Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (29 ғинуар 1953 йыл) — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Рәсәйҙең Журналистар (1999) һәм Кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографсыһы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 ғинуар 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Йөйәк, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | режиссёр, кинорежиссёр, менеджер |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Әүҙемлек урыны | филармония[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Рәсәй Кинематографистар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРәйес Абдрахман улы Исмәғилев 1953 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған.
- 1971—1976 йылдар — Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар әҙерләү бүлеге студенты.
- 1975—1984 йылдар — Башҡортостан телевидениеһы режиссёры һәм баш режиссёры.
- 1984—1986 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы студияһының баш режиссёры, художество етәксеһе.
- 1991—1992 йылдар — «Баштелефильм» ижади-производство берләшмәһе директоры.
- 1992—1996 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының кинорежиссёры.
- 1997—2006 йылдар — «Башҡортостан» киностудияһы директоры.
- 2006—2011 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры.
- 2011—2020 йылдар — Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
2013 йылда Рәйес Абдрахман улына 60 йәш тулды. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәренең юбилейына арналған сара уның тыуған төйәге — Белорет районында ла ойошторолдо. «Йылдарым — байлығым» тип аталған был кисәлә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, район етәкселәре, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт, Сибай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармониялары директорҙары ҡатнашты. Унда Рәйес Исмәғиловтың сағыу таланты һәм ижади ҡаҙаныштары республиканан ситтә лә киң билдәле икәнен айрып әйтеп кителде. Үҙенең бөтмәҫ энергияһы, юғары һөнәри оҫталыҫы һәм күп йыллыҡ бай тәжрибәһе Нефтекама дәүләт филармонияһы менән уңышлы етәкселек итеүҙә сағыла.
Үҙенең яуап һүҙендә Рәйес Абдрахман улы үҙен ололағаны өсөн яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе, Инйәр музыка мәктәбенә фортепиано бүләк итте.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 2000—2007 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе.
- 2006—2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.
- 2012—2020 йылдар — Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[1].
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРәйес Исмәғилев «Башҡортостан» киностудияһында һәм «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһында төшөрөлгән 50-нән артыҡ нәфис һәм документаль фильм, шулай уҡ кино- һәм телевизион очерктар, телеспектаклдәр режиссеры. Улар араһында бигерәк тә «Белый ворон» (1975) нәфис фильмы, «Подвиг хлебороба» (1982, «Под знаком Аркаима» (1993) — 1994 йылда Архангельск ҡалаһында үткәрелгән «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломын алды), «Заһир йыры — халыҡ йыры» (1994), «Курултай собирает друзей» (2001, Екатеринбург ҡалаһында 2002 йылда уҙған «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты) фильмдәре һәм башҡалар бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломанты (1994).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
- Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографсыһы (2000).
- «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты (2002).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
Уның тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергә- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев: «Һуғыш суҡмары булдым». «Йәшлек» гәзите, 15 август 2009 йыл[2].
- Юбилей по-домашнему. Газета «Белорецкий рабочий», 2013, 15 февраля[3].
- Моратов Марат. Сәнғәт асылы — халыҡсанлыҡта. «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 21 март[4].
- Раис Исмагилов: нам есть, что перенять у китайцев. Новости Уфы и РБ. 2008, 30 июля[5].
- «Башкортостан: Меридианы созидания». Журнал Бельские просторы, 2003, № 10 (рус.)
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Рәйес Исмәғилевтың бер туған энеһе — Фәйзрахман Абдрахман улы (24.03.1955) — билдәле һынлы сәнғәт оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (1997), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004)[6].
- Бер туған энеһе Исмәғилев Шамил Абдрахман улы — юстиция полковнигы, прокурор.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Официальный сайт журнала «Профсоюз полиции» 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
- ↑ «Йәшлек» гәзите, 15 август 2009 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)
- ↑ Сайт газеты «Белорецкий рабочий»(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Сәнғәт асылы — халыҡсанлыҡта. «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 21 март 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Новости Уфы и РБ. (рус.)
- ↑ Файзрахман Исмагилов — яркий приверженец правды в искусстве (К 60-летию живописца) (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Официальный сайт администрации муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан 2013 йыл 13 февраль архивланған. (рус.)
- Официальный сайт ГУП Республики Башкортостан Киностудии «Башкортостан» 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
- Официальный сайт Нефтекамской государственной филармонии (рус.)
- Сайт Зуяковской средней школы 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2021)