Зиновьев Григорий Евсеевич
Григорий Евсеевич Зиновьев (ысын фамилияһы — Радомысльский, шулай уҡ әҙәби исем булараҡ ҡулланған; төрлө сығанаҡтарында йәһүд исемдәре сифатында беренсе булып Евсей һәм Овсей исеме күрһәтелә, икенсе исеме — Герш, Гершен, Гершон һәм Гирш, атаһының исеме Арон[8]; 11 (23) сентябрь 1883 йыл — 25 август 1936) — Рәсәй революционеры, совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Партия Үҙәк Комитетының Политбюроһы ағзаһы (1921—1926), РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1919—1921). РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы (Оргбюро) ағзаһы (1923—1924).
Өс тапҡыр (1927, 1932 һәм 1934 йылдарҙа) ВКП(б)-нан сығарылған һәм ике мәртәбә тергеҙелгән. Атып үлтерелә.
Биографияһы
үҙгәртергәРеволюцияға тиклем
үҙгәртергәГригорий Евсеевич Елисаветградта (1924—1934 йылдарҙа ҡала уның исемен йөрөтә — Зиновьевск, 2016 йылға тиклем — Кировоград, хәҙер — Кропивницкий) бай йәһүд ғаиләһендә тыуған. Белемен өйҙә атаһы, һөт фермаһы хужаһы, Аарон Радомысьский етәкселегендә ала.
Революция хәрәкәтендә 1901 йылдан ҡатнаша, шул ваҡытта уҡ РСДРП-ға инә. Новороссияла эшселәр стачкаларын ойошторғаны өсөн полиция эҙәрлекләүенә дусар булып, 1902 йылда Берлинға күсеп китә, һуңынан Парижда һәм Бернда йәшәй, тап шунда 1903 йылда В. И. Ленин менән таныша. Һуңынан юлбашсының иң яҡын кешеләренең береһе һәм оҙаҡ ваҡыт Европаның социалистик ойошмаларында уның даими вәкиле була. 1903 йылда РСДРП-ның II съезында Зиновьев Лениндың позицияһын яҡлап сыға, большевиктар яғына күсә һәм иленә ҡайта. Украина территорияһында әүҙем пропаганда эшен алып бара.
Ауырыуы сәбәпле 1904 йылда ҡабаттан илде ташлап китә. Берн университетына химия факультетына уҡырға инә, ләкин 1905—1907 йылдарҙағы революцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәйгә ҡайта. РСДРП-ның Петербург комитетына һайлана, әммә ауырыуы арҡаһында ҡабаттан Бернға китә һәм был юлы юридик факультетына уҡырға инә. 1906 йылда Петербургҡа ҡайта. Партияның V Лондон съезында, бик күп тауыш йыйып, Үҙәк Комитетҡа һайлана. «Социал-демократ» һәм «Вперед» гәзиттәренең мөхәррирҙәренең береһе була. 1908 йылда ҡулға алына, ләкин 3 айҙан ауырыуы арҡаһында азат ителә һәм Ленин менән бергә Австрия территорияһы — Галицияға күсеп китә.
1917 йыл
үҙгәртергә1917 йылдың 3 апрелендә Зиновьев, уның икенсе ҡатыны Злата Лилина улы Стефан менән һәм уның беренсе ҡатыны Сарра Равич, Ленин менән бергә пломбаланған вагонда Рәсәйгә ҡайта. 1917 йылдың 4 июль ваҡиғаларынан һуң, Ваҡытлы хөкүмәттең эҙәрләүҙәренән йәшеренеп, Ленин менән бергә Разлив күлендә ҡыуышта йәшәй. Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа большевиктар исемлегендә Лениндән һуң икенсе булып тора.
10 октябрҙә (яңы стиль буйынса 23 октябрҙә), большевиктарҙың Үҙәк Комитетының ябыҡ ултырышында Каменев Лев Борисович менән берлектә Лениндың ҡораллы ихтилалы тураһындағы резолюцияһына ҡаршы сығыш яһай һәм ихтилал барышында Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолатыуына ҡаршы тауыш бирә (әле иртә тип һанай). Улай ғына түгел, Зиновьев һәм Каменев үҙенең ҡаршылығын меньшевиктарҙың «Новая жизнь» баҫмаһында асыҡ сығыш яһап күрһәтәләр һәм шуның менән, ысынында, хөкүмәткә большевиктарҙың һәм эсерҙарҙың ниәтен асып һалалар. Ленин Зиновьев һәм Каменевтың был ғәмәлдәрен хыянатсыл ҡылыҡ тип иҫәпләй. Шуға күрә большевиктар партияһы етәкселеге уларҙы партиянан сығарыу мәсьәләһен ҡуя, әммә комитет исеменән сығыш яһауҙы тыйыу менән генә сикләнә. Һуңынан Ленин үҙенең «Васыятнамә»һендә булған хәлде телгә ала: «Каменев менән Зиновьевтың Октябрь эпизоды, әлбиттә, осраҡлылыҡ булманы».
Бер аҙҙан һуң, Петроградта большевиктар һәм һул эсерҙар власты баҫып алғандан һуң, 1917 йылдың 25 октябрендә (яңы стиль буйынса 7 ноябрь) ҡораллы ихтилал барышында яңы власҡа ҡаршы тәүге сығыштар билдәләнә. 29 октябрҙә Викжель — Бөтә Рәсәй тимер юлсыларының башҡарма комитеты — бер төрлө социалистик хөкүмәтен булдырыуын талап итеп забастовка иғлан итә, хөкүмәткә эсерҙар, меньшевиктар һәм большевиктар партиялары инергә тейеш була, әммә революция лидерҙарынан — Лениндан һәм Троцкийҙан тыш. Зиновьев, Каменев, Виктор Ногин һәм Алексей Рыков Викжель менән һөйләшеүҙәр алып барыу һәм уның талаптарын бөтә социалистик көстәрҙе контрреволюцияға ҡаршы туплау йәһәтенән, үтәү кәрәклеге яҡлы булалар. Төркөм үҙ яғына Үҙәк Комитеттың күпселеген үҙ яғына ауҙара алыуына ҡарамаҫтан, Петроград ҡалаһына килеп ингән ерҙәрҙәге Керенский — Краснов сығышының уңышһыҙлығы ғына Ленин һәм Троцкийға баш күтәргән профсоюздар менән башланған һөйләшеүҙәрҙе туҡтатырға мөмкинлек бирә. 4 ноябрҙә яуап итеп Зиновьев, Каменев, Рыков, Ногин һәм Милютин Үҙәк комитеты составынан сығыу тураһында ғариза бирәләра. Икенсе көндө Ленин Үҙәк Комитетты ташлап сыҡҡан большевиктарҙы «дезертир» тип ғәйепләгән белдереү менән сығыш яһай.
1917 йылдан һуң
үҙгәртергәА Зиновьев всем
Вёл такую речь:
«Братья, лучше нам
Здесь костьми полечь,
Чем отдать врагу
Вольный Питер-град
И идти опять
В кабалу назад».
«Песнь о великом походе»
Шуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала Зиновьевҡа сәйәси эшмәкәрлегенә ҡайтырға рөхсәт ителә. 1917 йылдың декабренән 1918 йылдың мартына тиклем ул Петроград (һуңынан Ленинград) Советы рәйесе була. Граждандар һуғышы йылдарында Петроградта шулай уҡ Петроград хеҙмәт коммунаһының, Төньяҡ өлкәһенең коммуналар союзы Совнаркомы (май 1918—1919 февраль) рәйесе һәм Петроград революцион оборона комитеты рәйесе постарын биләй, шулай уҡ 7-се армияһы Реввоенсоветы ағзаһы була. С. Урицкий, В. Володарский һәм Ленинға һөжүмдәрҙән һуң Петроград эшселәренең «ҡыҙыл террор» башлау тәҡдименән Зиновьев баш тарта. Ленин яуап итеп Зиновьевты киҫкен тәнҡиткә дусар итә.
Зиновьев Юденичтың аҡ армияһының һөжүменән ҡаланы обороналау менән етәкселек итә, әммә Ҡыҙыл Армияһын ойоштороусы Лев Троцкий уны уртаса ғына хәрби эшмәкәр тип һанай (бәлки, Викжель конфликты арҡаһында барлыҡҡа килгән хаслыҡтыр). Петроградтың етәксеһе булараҡ В. И. Лениндың Совет Рәсәйенең баш ҡалаһын Мәскәүгә күсереү тураһында ҡарарына ҡаршы була.
Лениндың 1918 йылғы Германия һәм Австрия-Венгрия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыу позицияһын яҡлай һәм Совнарком рәйесенең үҙенә ҡарата йылы мөнәсәбәтен ҡайтарыуға өлгәшә. 1918 йылдың 8 мартында партияның VII съезында Үҙәк Комитеты составына кире ҡайтарыла, бер йылдан, 1919 йылдың 25 мартында, VIII партия конференцияһында тауыш биреү хоҡуғы булмаған ағза итеп һайлана.
Партияның уға ҡарата ышанысы Зиновьевты Коммунистик Интернационал Башҡарма Комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнеүән күренеп тора (1919 йылдың мартынан [[1926 йыл]ға тиклем, Сталин менән конфликты арҡаһында посынан китә). «Коминтерн юлбашсыһы» тип йөрөтөлә. Рәйеслеге осоронда фракция ығы-зығыларына юл ҡуя һәм беренсе булып Көнбайыш Европа социал-демократ партияларына ҡарата «социал-фашизм» терминын ҡуллана.
П. А. Сорокин күрһәтеүенсә, Зиновьев «ҡыҙыл террор» сәйәсәтенең төп ойоштороусыһы булараҡ Петроград интеллигенцияһына һәм элекке дворяндарға ҡаршы була. Интеллигенттар араһында уны «Гришка Третий» тип йөрөтәләр (Григорий Отрепьев һәм Григорий Распутиндан һуң). Атап әйткәндә, 1921 йылда Петроград Советы ҡарары буйынса "Таганцев заговор"ында ҡатнашыусылар, шул иҫәптән шағир Николай Гумилев, атып үлтереләләр. Ысынында заговор тураһында эш Петроград ЧК-һы тарафынан уйлап сығарылған була.
1921−1926 йылдарҙа Политбюро ағзаһы була. Зиновьев РКП(б)-ның XII, XIII съездарында отчет доклады менән сығыш яһай, Ленин мираҫын пропагандалай, үҙенең мәҡәләләре менән бик күп китаптар нәшер итә, уның әҫәрҙәре йыйынтығы әҙерләнә.
Зиновьев Сталинды күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Зиновьевтың тәҡдиме буйынса 1922 йылда Каменев Сталинды РКП(б) Үҙәк Комитетының Генераль секретары вазифаһына тәғәйенләнә. 1923 йылда «Каменев—Зиновьев—Сталин» тройкаһы составында Троцкийға ҡаршы көрәш алып бара.
Оппозицияла
үҙгәртергәӘммә 1925 йылдың декабрендә ВКП(б)-ның XIV съезында Зиновьев Каменев һәм Ленинград делегацияһы ярҙамы менән Сталин (Молотов, Рыков, Бухарин һ. б.) төркөмөнә һәм партия күпселегенә «яңы оппозиция» исеменән ҡаршы сығыш яһай. 1926 йылда уны Ленсовет һәм Коминтерн етәкселегенән ситләтәләр, Үҙәк Комитеты ҡарары буйынса Политбюронан сығаралар. Троцкий менән берләшеүе 1927 йылда Зиновьевты шулай уҡ Үҙәк Комитетан сығарыуға булышлыҡ итә, уны партиянан сығаралар һәм һөргөнгә ебәрәләр. Уның яҡлылары шулай уҡ язаға тарттыралалар.
1928 йылда, тәүбә иткәндән һуң, ҡабаттан партияла тергеҙелә, Ҡаҙан университетының ректоры итеп тәғәйенләнә. Әҙәби-публицистик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1932 йылдың октябрендә ҡабаттан партиянан сығарыла һәм ҡулға алына («Марксист-ленинсылар Союзы» тураһында еткермәгәне өсөн), ОГПУ янындағы кәңәшмә уны 4 йылға хөкөм итә һәм Кустанайға ебәрә. Һөргөндә ул Адольф Гитлерҙың «Майн Кампф» хеҙмәтен тәржемә итә[9].
1933 йылда Политбюро ҡарарына ярашлы[10] . ВКП(б) сафында тергеҙелә һәм Центросоюзға эшкә ебәрелә. Партияның XVII съезына 1934 йылдың февралендә саҡырыла, съезда Сталинға һәм уның арҡаҙаштарына маҡтауҙар яуҙыра һәм тәүбә итә.
Әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, ЖЗЛ серияһындағы «Карл Либкнехт» китабы авторы. 1934 йылдың апрель- июлендә — журналдарҙың редколлегия ағзаһы, «Большевик» журналы мөхәрриәтенең ағзаһы.
Һәләк булыуы
үҙгәртергә1936 йылдың 24 авгусында Зиновьев Советтарға ҡаршы берләшкән троцкист-зиновьев үҙәге эше буйынса үлем язаһына хөкөм ителә. 26 август төнөн Мәскәүҙә ВКВС бинаһында атып үлтерелә. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты хәтирәләре буйынса, язаланыу алдында ялбарып ярлыҡау һораған. Элекке НКВД хеҙмәткәрҙәре А. Орлов үҙенең «Тайная истрия сталинских преступлений» исемле китабында, атып үлтереүҙә[11] НКВД башлығы Г. Г. Ягода, НКВД башлығы урынбаҫары Н. И. Ежов һәм Сталиндың һағының начальнигы К. В. Паукер ҡатнашалар (барыһы ла һуңынан атып үлтерелә). Каменев һәм Зиновьевҡа атылған пуляларҙы Ягода үҙенә ала, улар уның үҙен ҡулға алған саҡта тентеү ваҡытында табыла, һуңынан пулялар Ежовта табыла.
СССР-ҙың Юғары Суды Пленумы тарафынан 1988 йылдың 13 июлендә реабилитациялана[12].
Шәхесе
үҙгәртергәТроцкий Зиновьевты түбәндәгесә һүрәтләй:
Ғаиләһе
үҙгәртергәБеренсе ҡатыны — Сарра Наумовна Равич (1879—1957), псевдонимы — Ольга. Профессиональ революционер.1903 йылдан РСДРП ағзаһы. М. С. Урицкийҙы үтергәндән һуң Төньяҡ өлкәһенең эске эштәр комиссары вазифаһын үтәй. 1934, 1937, 1946 һәм 1951 йылдарҙа ҡулға алына. 1954 йылда азат ителә.
Икенсе ҡатыны — Лилина Злата Ионовна (1882—1929), псевдонимы — Зина Левина. 1902 йылдан РСДРП ағзаһы. «Правда», «Йондоҙ» гәзиттәре хеҙмәткәре, Петросовет хеҙмәткәре.
Икенсе ҡатынынан улы — Стефан Григорьевич Радомысльский (1908—1937), ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Уның ҡатыны Джафарова (Левина) Берта Самойловна ике тапҡыр ҡулға алына, төрмәлә, һөргөндә була.
Өсөнсө ҡатыны — Ласман Евгения Яковлевна (1894—1985). 1936 йылдан 1954 тиклем төрмә һәм һөргөндәрҙә була. 2006 йылдың 17 мартында Рәсәй Федерацияһының Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.
Хәтер
үҙгәртергәТопонимдар
үҙгәртергә- 1924—1934 йылдарҙа Кропивницкий ҡалаһы (Украина, Кировоград өлкәһе) Зиновьевск тип атала.
Кинолағы образдары
үҙгәртергә- Апфельбаум («Октябрь», 1927)
- Борис Оленин («Незабываемый 1919 год», 1951)
- ?? («Вихри враждебные», 1953)
- Марк Никельберг («В дни Октября», 1958, «Синяя тетрадь», 1963)
- Фридрих Шюттер («Bürgerkrieg in Rußland», телесериал (ФРГ, 1967)
- Жерар Кальё («Сталин-Троцкий» / «Staline-Trotsky: Le pouvoir et la révolution», Франция, 1979)
- Ежи Косинский («Красные», 1981)
- Ярослав Барышев («Красные колокола», 1983)
- Дитрих Маттауш / Dietrich Mattausch («Матросы Кронштадта» / Die Matrosen von Kronstadt, ФРГ, 1983)
- Паоло Боначелли («Ленин. Поезд», 1988)
- Всеволод Плоткин («Враг народа — Бухарин», 1990)
- Андраш Балинт («Сталин», 1992)
- Алексей Сафонов («Под знаком Скорпиона», 1995)
- Пеэтер Волконски («Все мои Ленины», 1997)
- Валерий Шевченко («Дети Арбата», 2004)
- Олег Комаров («Есенин», 2005)
- Евгений Князев («Декабрьская жара» / «Detsembrikuumus», Эстония, 2008)
- Юрий Герцман («Лиговка», 2010)
- Сергей Перевоев («Сталин с нами», 2013).
- Тим Чарльз (Горькая жатва, 2017)
- Георгий Фетисов («Демон революции», 2017)
- Денис Пьянов («Троцкий», 2017)
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Сочинения. Т.1-8, 14-15. — М.-Пг.(Л.), ГИЗ, 1923—1929
- Австрия и мировая война. Пг., 1918
- Война и кризис социализма. Пб.,1920
- Двенадцать дней в Германии. Пб., 1920
- Коммунистический интернационал за работой. М.-Пг., 1922
- История РКП(б) — М.-Пг., 1923 (не менее 30 изданий)
- Мировая партия ленинизма. М., 1924
- Большевизация-стабилизация. Л., 1925
- Год революции. Л., 1925
- История первой русской революции. Гомель, 1925
- Ленинизм. Л.,1925
- Коминтерн в борьбе за массы. М.-Л., 1926
- Наши разногласия. М.-Л., 1926
- Война, революция и меньшевизм. М.-Л., 1931
- Карл Либкнехт. М., Жургаз, 1933 (ЖЗЛ)
- Гражданская война в Австрии. Харьков, 1934
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Письмо Зиновьева
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118904477 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Grigory Yevseyevich Zinovyev // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Grigory Zinoviev // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Breve historia del socialismo y del comunismo
- ↑ Самокиш А. В. Школьные и инструкторские биологические станции в Петрограде-Ленинграде, The School Extracurricular Biological Stations in Petrograd (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2014. — Т. 6, вып. 1. — С. 48—71. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ В пост-советских источниках указывали следующие варианты настоящего имени и фамилии Зиновьева: Зиновьев (Радомысльский) Григорий Евсеевич (Евсей-Гершен Аронович) (Известия ЦК КПСС, 7, июль, 1990 г.); Зиновьев Григорий Евсеевич (наст. фам. и имя Радомысльский Овсей-Гершен Аронович) (Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. Москва, 1997 г.); Зиновьев Григорий Евсеевич (настоящие фамилия и имя — Радомысльский Овсей-Герш Аронович) (Политические деятели России 1917. биографический словарь. Москва, 1993)[1]
- ↑ Ватлин А. «Майн Кампф». Что делать? Гефтер (24 декабрь 2014). Дата обращения: 5 ғинуар 2015.
- ↑ Черновик решения Политбюро ЦК ВКП(б) о восстановлении в партии Л. Каменева и Г. Зиновьева. 12 декабря 1933 г. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Орлов А. Тайная история сталинских преступлений. М., 1991
- ↑ Известия ЦК КПСС, № 7, 1990 г.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Васецкий Н. А. Г. Е. Зиновьев: страницы жизни и политической деятельности // Новая и новейшая история. — 1989. — № 4. — С. 111–139.
- Васецкий Н. А. Г. Е. Зиновьев: страницы политической биографии. — М.: Знание, 1989. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Серия «История и политика КПСС»; № 6).
- Васецкий Н. А. Ликвидация. Сталин, Троцкий, Зиновьев : фрагменты политических судеб. — М.: Московский рабочий, 1989. — 204 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография на сайте «Хронос»
- Портрет Зиновьева Г. 2018 йыл 18 октябрь архивланған. Е. 2018 йыл 18 октябрь архивланған. в «Российской портретной галерее»
- Смирнов А. П. «Петербургский миф Григория Зиновьева»// История Петербурга. 2006. № 4. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
- Постановление об исключении тт. Зиновьева и Троцкого из ЦК ВКП 2017 йыл 31 август архивланған.. 23.10.1927. Проект Российского военно-исторического общества «100 главных документов российской истории».