Равенна (итал. Ravenna [ra'ven:a], лат. Ravenna) — Италияның Эмилия-Романья төбәгендә, Адриатик диңгеҙҙән 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала, уны диңгеҙ менән канал тоташтыра. 402 йылдан һуң — Көнбайыш Рим империяһының баш ҡалаһы, һуңыраҡ остготтар дәүләтенең, Равенна экзархатының һәм Лангобард короллегенең баш ҡалаһы. Һуңғы антиклыҡ осорондағы һигеҙ Равенна ҡомартҡыһы ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Равенна
итал. Ravenna
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Ravenna
Этнохороним ravennate, ravenà һәм ravennati
Рәсми тел Итальян
Дәүләт  Италия[1]
Административ үҙәге Равенна[d], Королевство Италия[d], Апостольская миссия Романьи[d] һәм Апостольская миссия Равенны[d]
Административ-территориаль берәмек Равенна[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Романья[d]
Хөкүмәт башлығы Мишеле де Паскале[d]
Халыҡ һаны 155 751 кеше (1 ғинуар 2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 4 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Шпайер, Посадас[d], Шартр[d], Чичестер[d] һәм Дубровник[d]
Милке Stadio Bruno Benelli[d], PalaCosta[d] һәм Pala De André[d]
Сиктәш Арджента[d], Баньякавалло[d], Бертиноро[d], Червия, Чезена[d], Комаккьо[d], Форли, Русси[d], Альфонсине[d] һәм Форли-Чезена[d]
Ҡулланылған тел Романьольский язык[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
золотая медаль «За воинскую доблесть»
Майҙан 653,82 км² (9 октябрь 2011)[3]
Почта индексы 48121–48125
Рәсми сайт comune.ra.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы Аполлинарий Равеннский[d]
Сейсмическая классификация 3[d][4][5]
Урындағы телефон коды 0544
Номер тамғаһы коды RA
Категория для почётных граждан субъекта Q31961082?
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Ravenna[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ravenna[d]
Карта
 Равенна Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Равенна Падан тигеҙлегендә Адриактиканың ылымыҡланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән уйһыулыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемдәге провинцияның административ үҙәге. Изге Аполлинарий ҡаланың бағыусыһы тип иҫәпләнә. Ҡала көнө — 23 июль.

Боронғо тарихы

үҙгәртергә

Тәүҙә Равенна этрускылармы, умбрҙармы, фессалийҙармы — ҡайһыһыныңдыр торағы була. Падан тигеҙлеген баҫып алған римдар Равеннаға б.э.т. II быуатта килеп сыға.

I быуатта италий торағы урынында император Октавиан Август Классис хәрби портын нигеҙләй. Порт тирәләй римдарҙың ҡалаһы үҫеп сыға. Диңгеҙ яры По йылғаһы буйлап ағып төшкән ҡом һәм ылымыҡ арҡаһында яйлап көнсығышҡа күсә. Византий тарихсыһы Иордан VI быуат уртаһында Классис порты урынында мачталар түгел, ә алмағастар күреүе тураһында яҙып ҡалдырған.

Рим империяһы Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүленгәндән һуң (395 йыл) Гонорий баш ҡалаһы Медиоланда урынлашҡан Көнбайыш империяның беренсе императоры була. 402 йылда, Медиолан вестготтар юлбашсыһы Аларих тарафынан буйһондоролғас, Гонорий баш ҡаланы Равеннаға күсерә. Тиҙҙән ҡала империяның иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәгенә әүерелә. 450—470-се йылдарҙа Рим тәхете өсөн барған көрәштәр осоронда, Равеннала туғыҙ император алмашына. Һуңғыһы Ромул Августул була. 476 йылдың 2 сентябрендә Равенна эргәһендә алыш була. Одоакр етәкселегендәге герман ялланма һуғышсылары еңә. Бынан ары ун алты йәшлек император Ромул Августул тәхеттән баш тартырға мәжбүр була. Ошо дата менән (формаль) боронғо Римдың тарихы тамамлана.

Урта быуаттар

үҙгәртергә

493 йылда Равеннаны оҙайлы ҡамауҙан һуң остготтар короле Теодорих яулай һәм үҙен Рим императорҙарының вариҫы һәм баш ҡалаһы Равеннала урынлашҡан дәүләттең «короле» тип иғлан итә (гот йолаһы буйынса). 497 йылда византий императоры Анастасий I Теодорихты үҙенең вассалы сифатында Италия идарасыһы тип таный. Теодорих үлгәс (526 йыл) ҡалаға бер ни тиклем ваҡыт остготтар — Теодорихтың ҡыҙы Амаласунта (үҙенең улы Аталарих янында регент), Теодахад, Витигес идара итә.

540 йылда Велизарий армияһы Равеннаны буйһондороп, уны Византия составына индерә. Юстиниан вафат булғанғаса, VIII быуаттың беренсе яртыһына тиклем, Равенна Византия провинцияһы, Равенна экзархаты баш ҡалаһы булып ҡала.

751 йылда Равеннаны лангобардтар баҫып ала. Германдар ҡаланы ныҡ зыянлата, әммә үҙҙәренең короленең икенсе резиденцияһы (Павия менән бергә) итә. VIII—XV быуаттарҙа Равенна эре берәмектәр составына, хатта Бөйөк Карл империяһына инә.

Равенна архиепископтары борон замандарҙан автокефалияға эйә була. Уларҙы Саксон династияһы герман-рим императорҙары йомарт бүләкләп тора һәм уларҙы Италиялағы папа власына ҡаршы файҙаланырға тырыша. 1198 йылда Равенна Романьяла папасылыҡҡа ҡаршы хәрәкәтте етәкләй.

 
Һөрөлгән Данте

XIII быуатта Равенна тулыһынса донъяуи ҡалаға әүерелә. 1218 йылда ҡалала Траверсари ғаиләһе власҡа килә, улар артынан идаралыҡ да Полента ғаиләһе ҡулына төшә. Равеннала да Поленталар янында Данте үҙенә һуңғы төйәкте таба, уларҙың ҡыҙы Франческаны данлап яҙа.

1441 йылда Венеция республикаһы, да Полентаны ҡыуып, Равеннаны үҙенә буйһондора. XVI быуат башында Чезаре Борджиа һәм папа Юлий II тырышлығы менән Романья Папа өлкәһенә индерелә.

Яңы дәүер

үҙгәртергә

Артабанғы өс быуат буйы Равенна Папа өлкәһе составында тыныс ҡына тормош алып бара. Уны уратҡан баҫыуҙар яйлап үткеһеҙ һаҙлыҡтарға әйләнә, ҡала үҙе һыу аҫтында ҡала бара. 1636 йылдың майында диңгеҙ ҡаланың үҙәген дә баҫа. Папа башланғысы менән ирригация саралары күрелеп, Равенна һаҙлыҡтары каналдар һалып киптерелә.

XIX быуатта Равенна күп һанлы сауҙагәрҙәр йәшәгән бай ғына ҡалаға әүерелә.

Күренекле урындары

үҙгәртергә
 
Теодорих төрбәһе
 
Сан Витале базиликаһы мозаикалары

Равенна иртә христиан һәм византий архитектураһы ҡомартҡыларына бай. 1996 йылда ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән объекттар:

  • Галла Плацидия төрбәһе (яҡынса 440 йылғы)
  • Православныйҙар баптистерийы (V быуат уртаһы)
  • Сан-Витале базиликаһы (526—547 йылдар)
  • Сант-Аполлинаре-ин-Классе базиликаһы (549 йыл)

Король Теодорих осоронда (493—526 йылдарҙа) төҙөлгәндәр:

  • Ариан баптистерийы
  • Сант-Аполлинаре-Нуово базиликаһы
  • Архиепископ музейы һәм апостол Андрей капеллаһы
  • Теодорих төрбәһе

Һуңғы осор ҡомартҡылары:

  • Изге Рух соборы (XVIII быуат)
  • Бранкалеоне ҡәлғәһе (XV быуат)
  • Сан-Франческо базиликаһы.
  • Равенна милли музейы.

Равенна әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Равенна Дантеның «Илаһи комедия» һында телгә алына ("Йәһәннәм"дең 5-се һәм 27-се йырҙары).
  • Байрон "Равенна көндәлеге"н яҙа.
  • Оскар Уайлд ҡалаға «Равенна» шиғырын бағышлай (1878).
  • Рус символист шағиры Александр Блок «Равенна» шиғырын яҙа (май-июнь, 1909).
  • Немец шағиры Герман Гессе Равеннаға ике шиғыр арнай.
  • Инглиз журналисы Генри В. Мортондың «От Милана до Рима. Прогулки по Северной Италии» китабында (1964) Равеннаға бер бүлек бағышлынған.

Туғандаш ҡалалары

үҙгәртергә

Видеоматериалдар

үҙгәртергә

YouTube сайтында Видеоролик с воздушной съемкой исторических мест Равенны.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Pizarro J.M. Writing Ravenna: The «Liber Pontificalis» of Andreas Agnellus. University of Michigan Press, 1995. (перевод Агнелла на английский язык, комментарий, биографический и исторический очерки).
  • БРЭ /[1] 2021 йыл 11 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә