Һыу каналы (лат. canalis — торба, улаҡ) — айырым һыу ятҡылыҡтарын тоташтырыу йәки ер һуғарыу өсөн эшләнгән яһалма һыу юлы.

Бөйөк күлдәрҙәге Soo Locks каналдары

Һыу каналы ике маҡсат менән төҙөлә:

  • мелиорация бурыстарын хәл итергә һыу бүлеү өсөн;
  • транспорт мәсьәләләрен тормошҡа ашырыу, мәҫәлән, кешеләрҙе һәм хужалыҡ йөктәрен ташыу өсөн.

Каналдар башлыса был ике функцияны бергә үтәй.

Суднолар йөрөй торған канал төҙөү маҡсаты — ике һыу бассейнын йәки һыу ятҡылығын тоташтырыу, ике һыу ятҡылығы араһындағы юлды ҡыҫҡартыу, сундолар йөрөшөн тәьмин итеү, йөк ташыу мәсьәләһен иҡтисади яҡтан отошло итеп хәл итеү.

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Һыу каналдары — бер урындан икенсе урынға һыу тапшырыу өсөн яһылма рәүештә эшләнгән һыу юлы. Һыу тапшырыу өсөн каналдарҙың башҡа ылаҡтар, һыу үткәргес торбалар, тоннелдар кеүек гидротехник ҡоролмалар бар. Каналдар ергә ҡаҙылып эшләнә, ә ылаҡтар ер өҫтәндә йәки ер өҫтө кимәленән юғарыраҡ ҡуйыла. Каналдар менән ылаҡтар араһындағы айырмаһы шунда. Һыуүткәргес торбалар һәм тоннелдарҙын айырмалы булараҡ каналдарҙың өҫлөгө асыҡ була.

 
Ирландияла «Король каналы»

Тәғәйенләнеше буйынса каналдар бер нисә төргә бүленә.

Ауыл хужалығында борон замандан уҡ мелиораци каналдары мөһим урын алып торған. Үҙ сиратында улар һуғарыу һәм дренаж (киптереү) каналдарына бүленә. Һуғарыу каналдары игенселек, ер эшкәртеү баҫыуҙарына һыу тапшыра. Был каналдарҙы Азия һәм Африка сүллектәрендә һәм ярым сүллектәрендә, ер эшкәртеү әүҙем булған Калифорния һәм Урта диңгеҙ буйҙарында осратырға мөмкин. Дренаж (киптереү) каналдары, киреһенсә, дымлылыҡ артыҡ булған һаҙлыҡлы ерҙәрҙә төҙөлә.

"Һыу үткәргес" каналдар һыуҙы ҡулланған урынға тапшырыу өсөн төҙөлә. Эксплуатация шарттары һәм санитар талаптар буйынса бындай каналдар ябыҡ эшләнеүе лә мөмкин. Уларҙың төп маҡсаты — һыу артыҡ булған райондарҙын һыу алып, ҡоро һәм һыуһыҙ райондарҙы һыу менән тәъмин итеү.

"Энергетик" каналдар йылға һыуын гидроэлектростанция турбиналарына килтереү өсөн, турбина аша үткән һыуҙы ГЭС-тан ситә алып китеү өсөн төҙөлә.

Суднолар йөрөү өсөн йылғалар, күлдәр, диңгеҙҙәр канал менән тоташтырыла. Бындар каналдар аша бәләкәй кәмәләрҙән алып йөк тейәгән ҙур кораблдәр ҙә үтә ала. Суднолар йөрөй торған каналдар асыҡ һәм шлюзлы булыуы мөмкин. Асыҡ каналдар һыу кимәле тигеҙ булған һыу ятҡылыҡтарын тоташтыра, һыу кимәле тигеҙ булмағын һыу ятҡылыҡтары өсөн шлюзлы каналдар төҙөлә. Суэц һәм Коринф каналдары иң ҙур асыҡ каналдар булып тора. Шулай ҙа күпселек каналдар шлюзлы төҙөлә, шлюздар системаһы судноларҙы һыу кимәле түбән урындан күтәрергә, һәм киреһенсә юғары кимәлдән түбән кимәлгә төшөрөргә мөмкинлек бирә. Иң билдәле шлюзлы каналдар — Панама каналы һәм Кил каналы. Сөсө һыу каналдары транзит (бер нисә һыу ятҡылығын берләштерә), һыу бүлеүсе (ике йылға бассейнын берләштереүсе), боролмалы йылға юлын турыға тотштырыусы, йылғаны эре сәнәғәт үҙәге менән тоташтырыусы каналдарға бүленә.

Һыу менән тәъмин итеү буйынса каналдар үҙ ағымлы һәм һыуҙы күтәреү өсөн насос станциялы булыуы мөмкин.

Боронғо каналдар

үҙгәртергә

Беренсе һуғарыу каналдары Месопотамияла Б.Э.Т VI быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Тап ошо осорҙа Боронғо Мысырҙала яһалма һуғарыу каналдары төҙөлә. Б.Э.Т ΙΙΙ — ΙΙ быуаттарҙа был илдәр һуғарыу каналдары селтәре менән ҡапланған була, уларҙың торошон юғары власть органдары хәстәрләй. Боронғо Мысырҙа Ҡыҙыл диңгеҙҙе Нил менән тоташтырыусы суднолар йөрөй торған беренсе канал төҙөлгән булыуы билдәле. Был канал аша суднолар бер диңгеҙҙән икенсеһенә сыға алған. Фирғәүендәр каналын төҙөү Б.Э.Т 600 йылдарҙа башлана һәм, илде фарсылар баҫып алғансы, Б.Э.Т 518 йылға тиклем дауам итә. Үкенескә ҡарсы, канал сүллектең ҡомо аҫтында ҡала һәм онотола.

 
Коринф каналы.

Висла менән Неман йылға бассейндарын тоташтырыусы Август каналыΧΙΧ быуаттың инженер сәнғәтенең үҙенсәлекле сәнғәт ҡомартҡыһы булып тора. Польша (80 км) һәм Белоруссия (22 км) территорияһындағы был гидротехник ҡоролма — йомоҡ канал системаһының сағыу миҫалы. Канал буйлап 18 шлюз эшләнгән. Төҙөлөш эштәре 1824 йылда башлана һәм 15 йыл дауам итә. Инженер Игнаций Пронджинский төп проектты төҙөүсе була. Канал бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған һәм башлыса туристарҙы хеҙмәтләндерә.

Һыу юлы билдәле Август урмандары һәм Бебжан уйһыулығы аша үтә. Нецка, Белое, Чёрная Ганча күлдәрен тоташтыра. Бөгөнгө көндә Август каналы иҫтәлекле урын булып һанала һәм Юнеско-ның Бөтә донъя мәҙәни һәм тарихи мираҫы исемлегенә индерелеүе көтөлә[1].

1879 йылда Франция каналдар һәм суднолар габариттарын стандартлаштыра. Фрейсин габариты буйынса пениш тип аталған суднолар төҙөлә. Пениш суднолар, бөгөнгө көндә транспорт өсөн генә файҙаланылмай, улар урындағы халыҡтың һәм йылғасларҙың йәшәү рәүеше һәм торлағы булып тора. Европаның эске һыу юлдары классификацияһы буйынса пениш габариты буйынса төҙөлгән каналдар I типҡа керә.

1893 йылда Грецияла Эгей диңгеҙенең Сароникс ҡултығын Ион диңгеҙенең Коринф ҡултығы менән тоташтырыусы Коринф каналы төҙөлә. Канал Пелопоннес утрауын материктан айырып торған муйын аша төҙөлгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, был каналды төҙөү тураһында беренсе мәртәбә Б.Э.Т VII быуатта телгә алына. Ул заманда Грецияның ете аҡыл эйәһенең береһе Периандр һыу юлы төҙөргә ҡарар итә, әммә эште башҡарып сыҡмай.

СССР һәм Рәсәй каналдары

үҙгәртергә

Революцияға тиклем осор

үҙгәртергә
 
Мариин һыу системаһында баржа. Начало XX быуат башы, Сергей Прокудин-Горский фотоһы

1703 йылда Петра I указы буйынса төҙөлгән Вышний Волочёк һыу системаһы Рәсәйҙә иң беренсе һыу каналдарының береһе булып тора. [2] Вышний Волочёк, Тихвин, Мариин һыу системалары Волганы Каспий диңгеҙе менән тоташтыра һәм Волга-Балтика һыу юлын барлыҡҡа килтерә.

СССР-ҙың Европа өлөшөндә төҙөлгән гидроузелдар, ГЭС плотиналары, һыу һыҡлағыстар һәм каналдар иҫәбенә йылғалар тәрәнәйтелә һәм берҙәм тәрән һыулы йылғалар селтәре барлыҡҡа килә. Һуғышҡа тиклемге беренсе һәм икенсе бишйыллыҡтар осоронда үҙ йөрөшлө йылға флоты 2,2, үҙ йөрөшһөҙ флот 2,7 тапғырға арттырыла; йылға буйы ҡалаларында порттар төҙөлә, 50% тейәү-бушытыу эштәре механизациялаштырыла, йылға трансторты менән йөк ташыу 3 тапҡырға арта.[2]

 
Волго-Дон каналы шлюзы

1946 йылда Бөйөк Ватан һуғышынан һуң «СССР-ҙа Халыҡ хужалыҡын тергеҙеү һәм артабан үҫтереү буйынса биш йыллыҡ план» һәм башҡа гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөү һәм модернизациялау буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә.

Һыу каналдары сәнғәттә

үҙгәртергә

Һыу каналдары сәнғәттә боронғо замандан уҡ сағылыш тапҡан. Рәссамдар һыу каналдарын үҙҙәренең һүрәттәрендә, картиналарында, нәфис фильдарында күрһәткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә