Шпайер[21] (шулай уҡ Шпейер; нем. Speyer, пфальц. Schbaija) — Германияла, Рейнланд-Пфальц ерендәге ҡала.

Шпайер
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 150
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Sp[1]
Архивы хранятся в Stadtarchiv Speyer[d]
Этнохороним Speyerin[2], Speyerinnen[2] һәм Speyerer[2]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Германия[3]
Административ үҙәге Шпейерское княжество-епископство[d]
Административ-территориаль берәмек Райнланд-Пфальц
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рейн
Хөкүмәт башлығы Stefanie Seiler[d][4]
Ойошма ағзаһы Союз городов Лютера[d], Climate Alliance[d][5], City diet Rhineland-Palatinate[d][6], District association Palatinate[d][7] һәм Регион Рейн-Неккар[d]
Халыҡ һаны 51 203 кеше (31 декабрь 2023)[8]
Ҡатын-ҡыҙҙар 26 015[9]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 108 метр[10]
Туғандаш ҡала Явне[d][11], Сполдинг (Великобритания)[d][12], Шартр[d][13], Курск[14][15], Равенна[16], Гнезно[d][17], Русизи[d][18], Тёнсберг[d], Радвилишкис[d] һәм Ниндэ[d][19]
Сиктәш Рейн-Пфальц[d], Рейн-Неккар[d] һәм Карлсруэ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 42,71 км² (31 декабрь 2017)[20]
Почта индексы 67346
Рәсми сайт speyer.de/de
Урынлашыу картаһы
Присуждает honorary citizen of Speyer[d]
Урындағы телефон коды 06232
Номер тамғаһы коды SP
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Шпайере[d]
Карта
 Шпайер Викимилектә

Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан (Рейн-Неккар төбәгендә). Халҡы яҡынса 50 мең кеше тәшкил итә.

Археологик мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем 500 йыл элек ҡалала кельттар ултырған тип фаразларға мөмкинлек бирә, башта ул Новиомаг (Noviomagus) исемен йөрөтә, һуңыраҡ, рим дәүерендә, ҡала Аугуст Неметум һәм Цивитас Неметум (Неметер ҡәбиләләре ҡалаһы) исеме аҫтында, был өлкәлә йәшәгән герман ҡәбиләһе исеме буйынса билдәле була. VI быуатта ҡала үҙенең биләмәһе аша аҡҡан Шпайербах йылғаһы исеменән Спира (Spira) исемен ала.

Урта быуатта Шпайер бик мөһим була.

Географияһы

үҙгәртергә

Шпайер Үрге Рейн уйһыулығында урынлашҡан, Людвигсхафендан һәм Маннхаймдан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта һәм Карлсруэнан төньяҡҡа табан 34 км алыҫлыҡта, Шпайер йылғаһының Рейнға ҡойған ерендә ята. Ҡапма-ҡаршы яҡта, йылғанан көнсығышҡа табан Хоккенхаймға ҡараған Зигельхайн (Siegelhain) ултырағы урынлашҡан.

  • б. э.10 й.— Шпайер биләмәһендә рим хәрби лагерына нигеҙ һалына.
  • 346 — беренсе тапҡыр ҡала епископы тураһында телгә алына
  • 496 йылдан 506 йылға тиклем— тәүге тапҡыр «Спира» исеме барлыҡҡа килә.
  • 1030 — Изге Рим империяһы императоры Конрад II Шпайер соборын ҡора башлай. Бөгөнгө көндә был — роман стилендәге һаҡланып ҡалған иң ҙур сиркәү, 1981 йылдан — объект ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
  • 1076 — император Генрих IV үҙенең баш ҡалаһы Шпайерҙан Каноссаға данлыҡлы походын яһай.
  • 1096 — беренсе тәре походы ваҡытында билдәле йәһүд погромдары
  • 1294 — Шпайер үҙенең элекке баш ҡала хоҡуғын юғалта һәм Изге Рим империяһының ирекле ҡалаһы була.
  • 1526 — ҡалала Беренсе Шпайер рейхстагы үтә.
  • 1529 — Шпайерҙа съезда лютеран немец кенәзлеге вәкилдәре антиреформацион резолюцияға ҡаршы протест белдерә. Ошонан протестантизм төшөнсәһе барлыҡҡа килгән.
  • 1689 — ҡала француз отрядтары тарафынан ныҡ емерелә.
  • 1792 һәм 1814 йылдар араһында Шпайер француз идаралығы аҫтында була.
  • 1990 — Шпайер үҙенең 2000-йыллығын билдәләй.
  • 1991 — Зинсхайм техника музейы үҙенең филиалын Шпайерҙа аса.

Административ ҡоролошо

үҙгәртергә

Үҙидара субъекты коды — 07 18 3 000. Ҡала дүрт ҡала районына бүленә.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Георг Фридрих Кольб (1800—1884) — билдәле немец статистигы һәм публицисы
  • Ансельм Фейербах (1829—1880) — немец тарихи рәссамы
  • Ойген Йегер (1842—1926) — иҡтисадсы һәм публицист.
  • Герман Децнер (1882—1970) — колониаль ғәскәрҙәр офицеры, Яңы Гвинеяны тикшереүсе.

Туғандаш ҡалалары

үҙгәртергә

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Duden K. Die Deutsche Rechtschreibung (нем.) / Hrsg.: Cornelsen Verlag — 1880.
  3. archINFORM (нем.) — 1994.
  4. https://gruenes-mikro.de/die-oberbuergermeisterin-der-stadt-speyer-stefanie-seiler-im-interview-ueber-kommunale-politik-und-klimaschutz-%EF%BF%BC (нем.)
  5. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  6. https://www.staedtetag-rlp.de/wir-ueber-uns/portraet/
  7. https://www.bv-pfalz.de/politik-verwaltung/bezirksverband-pfalz/
  8. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.)DESTATIS, 2024.
  9. https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/04-kreise.html
  10. https://it-ch.topographic-map.com/map-nd2x51/Speyer/?zoom=19&center=49.31692%2C8.43862&popup=49.31717%2C8.43855
  11. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/yavne-israel/
  12. https://www.rheinpfalz.de/lokal/speyer_artikel,-erster-offizieller-speyerer-besuch-in-m%C3%B6glicher-neuer-partnerstadt-_arid,5388260.html
  13. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/chartres-frankreich/
  14. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/kursk-russische-foederation/
  15. http://www.kurskadmin.ru/node/911
  16. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/ravenna-italien/
  17. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/gniezno-polen/
  18. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/rusizi-ruanda/ (нем.)
  19. https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/ningde-china/ (нем.)
  20. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal)Federal Statistical Office.
  21. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә