Червия (итал. Cervia, эмил.-ром. Zirvia) — ҡала һәм коммуна. Италияның Эмилия-Романья төбәгендә урынлашҡан. Был төбәктең Равенна административ үҙәгенә буйһонған.

Червия
[[Не распознан языковой код language|Не распознан языковой код]]: Zirvia
Рәсем
Этнохороним cervesi
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Cervia[d]
Административ-территориаль берәмек Равенна[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Романья[d]
Халыҡ һаны 28 983 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Ален (Баден-Вюртемберг), Беллуно[d], Маон[d] һәм Еленя-Гура
Милке Stadio Germano Todoli[d]
Сиктәш Чезена[d], Равенна һәм Чезенатико[d]
Майҙан 82,27 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 48015
Рәсми сайт comunecervia.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы Патерниан[d]
Сейсмическая классификация 2[d][3][4]
Урындағы телефон коды 0544
Номер тамғаһы коды RA
Карта
 Червия Викимилектә

Червия ҡалаһының халыҡ һаны — 27 104 кеше тәшкил итә (2005 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса). Был коммуна һәм ҡаланың халыҡ тығыҙлығы 315 кеше/км2. Ул 82 квадрат километр майҙанды биләй. Червия ҡалаһының почта индексы — 48015. Телефон коды — 0544. Червия ҡалаһы-Италияның Адриатик диңгеҙе буйында урынлашҡан популяр диңгеҙ курорты. Курорт үҙенең 2005 йылда «Голубой флаг» хәүефһеҙлек бүләген алған ҡомло пляжы менән данлыҡлы. Лунгомаре Деледда яр буйында ҡаланың төп клубтары, барҙары һәм ресторандары үҙҙәренә ял итеүселәрҙе йәлеп итеп тора. Бында «Terme di Cervia» термаль үҙәге бар. Был үҙәктә шифалы ләм һәм термаль һыуҙар менән дауаланырға мөмкин. Червиянан Равенна, Венеция, Градара, Урбино, Болонья ҡалаларына экскурсияларға барырға мөмкин. Шулай уҡ Риччионелағы «Аквафан» аквапаркын һәм Риминиҙағы «Мирабиландия» ял итеү паркын, Каттолик ҡалаһы океанариумынкҡараға мөмкин.

Червия тораҡ пунктының ҡурсалаусы-яҡлаусыһы итеп Патерниан (San Paterniano) иҫәпләнә. Червияла һәр йыл һайын был Изге хөрмәтенә 13 ноябрҙә байрам үткәрелә.

Червияла 2013 йылдан алып — һәр йыл һайын пляж теннисы буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.[5]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • Фикикула Геронтийы (үлгән 501 йылда) — Червия ҡалаһының епискобы, Католик сиркәүенең изгеһе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә