Рабинович йорто — боронғо йорт. Таганрог ҡалаһының (Фрунзе урамы, 24) урынлашҡан. 1870-cе йылдарҙың архитектура ҡомартҡыһы. Апостолопуло һәм Дросси йорттары араһында урынлашҡан. «Неогрек» архитектура стилендә төҙөлгән. Архитектура ҡомартҡыһы , Рәсәй Федерацияһы мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә 6101268000 коды аҫтында индерелгән.

Иҫтәлекле урын
Рабинович йорто
Рабинович йорто, 2012 г.
Рабинович йорто, 2012 г.
Ҡала Таганрог, Фрунзе урамы (Таганрог)
Бина тибы Йорт
Архитектура стиле Эклектика (архитектура)
Төҙөлгән ваҡыты 1870-се
Билдәле йәшәүселәр А. Брусали
А. С. Рабинович
Зайцев, Василий Алексеевич
Статус Ҡалып:Архитектура һәйкәле

Тарих үҙгәртергә

Таганрог ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Ҡыҙыл кирбестән һалынған. Фасадҡа йорттоң ете тәҙрәһе сыға[1].

1870 йылда 2-се гильдия сауҙагәре грек Афанасий Брусаль (Брусоли)[2] тарафынан төҙөлгән. Брусали "икмәк һәм галета менән һатыу иткән", ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм алты малай булған. Уның грек ҡиәфәтле улы Евстафий 80-се йылдар аҙағында йортто присяжный поверенный ярҙамсыһы, алпауыт ҡатыны Анастасия Спиридоновна Рабиновичҡа (тыумыштан Титоваға) һатҡан. Урындағы нотариус Михаил Абрамович Рабинович яҙыусы А. П. Чеховтың гимназия буйынса синыфташы, Петербург университетының хоҡуҡ фәндәре кандидаты. Башҡа мәғлүмәт буйынса, 1880 йылдың аҙағында йортто провизор Яков Соломонович Парнох һатып алған[3].

Был йортто һатып алғас , Михаил Рабинович ихаталағы барлыҡ ҡаралтыларҙы һүтә һәм яңынан төҙөй. Рабинович йортоноң бер ҡаралтыһын асыҡ китапханаға бирә, унда китапхана мөдире Павел Филевскийҙың ҡустыһы — Алексей Петрович булған.

1925 йылда Совет власы 100 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы йорттарҙы дөйөм халыҡ милкенә күсергән, улар араһында Рабинович йорто ла була. Михаил Рабинович һәм уның апаһын, киленен башта «тығыҙлаталар», аҙаҡ ҙур булмаған ҡаршы йортҡа күсерәләр. Ул үҙенең һуңғы көндәрен шунда үткәрә. М. Д . Рабинович үҙе, ире һәм ҡыҙҙары Оля менән үҙ йортонда йәшәүҙе дауам итеп, йорттоң беренсе ҡатының өлөшөн биләй. Улар менән бергә, беренсе ҡатта ксендз, католиктар костелы дин әһелдәре лә йәшәй.

Рабинович йортонда 1933 — 1982 йылдарҙа В. А. Зайцев, Таганрог футбол легендаһы , РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, йәшәй. Зайцев исеме менән «Торпедо» футбол командаһының "йондоҙло йылдары" бәйле[4].[5].

Таганрог оккупацияла ваҡытта Рабинович йортонда немец һалдаттарының дөйөм ятағы урынлашҡан, улар ҡыш «буржуйкаға» штакетник һәм ихаталағы емеш ағастарын утын урынына яҡҡан. Бында шулай уҡ немецтарҙың зенит батареяһы торған. Йортҡа совет артиллерия снаряды саҡ ҡына төшмәй ҡалған, ул снаряд йорт тәҙрә алдында шартлаған.

Рабинович йорто тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән. Ул Ростов өлкәһе Кесе Советының 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се ҡарарына ярашлы дәүләт һаҡлауы аҫтында тора.

Архитектура үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Рабинович йорто "неогрек"стилендә (эклектика стиле йүнәлештәренең береһе) кирбестән һалынған[6]. Йорт фасады сифатлы керамик кирбес менән, терракотанан эшләнгән скульптура һәм архитектура декорҙары менән биҙәп эшләнгән. Айырыуса күҙгә ташлағаны — грек храмдарындағы һыу йыйыу улаҡтарына оҡшатып эшләнгән үҙенсәлекле арыҫлан маскарондары менән биҙәлеүе. Түңәрәк формалы парланған тәҙрә уйымына терракотлы «Афина башы» эзбизле блоктар менән сикләнгән, шулай уҡ был да антик дәүерҙәге скульптура әҫәрҙәре менән ассоциациялана. Терракотанан яһалған биҙәүҙәр йорт хужаһының заказы буйынса Грецияла эшләнгән тип фаразларға була, сөнки тап унда «неогрек» стиле ХIХ быуаттың икенсе яртыһында бик уңышлы үҫешә.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

2012 йылда йорт варварҙарса реставрациялауға дусар ителә, уның тәҙрәләре пластик тәҙрәләр менән алыштырыла, эске бүлкәләре һүтелә, фасадындағы ете тәҙрәнең береһендә Фрунзе урамына сыға торған ишек уйыла, инеү урының өҫтөндә фасадтың өлөшө эшләнә. «Кирбес» стилендәге күркәм төҫлө йорт янған кирбес төҫөнә буяла. Реконструкциянан һуң Рабинович йортонда йәштәрҙең ҡыҙыу ял итеү урынына тәғәйенләнгән "Дядя Сэм " тигән бар асыла[7]. Йыш ҡына «Дядя Сэм» барындағы кисәләр тәрән төндә полиция наряды килеү менән тамамлана.

2014 йылдың ноябрендә был йорттоң фасадын вәхшиҙәрсә тағы бер тапҡыр аҡлы-йәшелле төҫкә буяйҙар[8]. Бынан тыш, тәҙрә уйымдарына ширпотребтың «боронғо заман» стилендә эшләнгән яҡтыртҡыстар ҡуялар[9].Был эштәр бик ныҡ тәнҡитләнгәндән һуң йортто буяуҙан туҡтайҙар. 5 декабрь, 2014 йылдың 5 декабрендә йортта ирланд пабы «Irish Harat’Pub 's» асыла[10]. Ул Таганрог ҡалаһында «Harat' Рub' s» селтәренең етмеш өсөнсө пабы була. Паб әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара[11]. Һәр кис һайын тиерлек уның майҙансығында төрлө музыкаль төркөмдәр сығыш яһай.

2014 йылдың декабрендә ҡала хакимиәте Рабинович йорто менән Апостолопуло йортоноң (Фрунзе 26) араһында өс ҡатлы офис бинаһын, фасадтары менән «ҡыҙыл линияға» сығарып, һалырға рөхсәт бирергә планлаштыра[12][13]. Ҡаланың билдәле дизайнеры Владимир Верготи был бина "ҡаланың йөҙөн боҙасаҡ" тип сыға.2014 йылдың 11 декабрендә ҡаланың баш архитекторы Ольга Щербакова кабинетында офис йортон төҙөргә маташыусы кешеләр барлығында «асыҡ тыңлауҙар» үткәрелә һәм унда Рабинович йортоноң «1Г» зонаһында тороуы сәбәпле, уның янында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре рөхсәт ителмәүе тураһында әйтелә. Саҡ ҡына һуңыраҡ асыҡланыуынса, башта йорт участкаһы хужаһының торлаҡ кварталдар эсендә бина төҙөргә планлаштырыуы асыла, тик һуңынан уның планы үҙгәртелеп, өс ҡатлы офис йортоноң фасадын Фрунзе урамының « ҡыҙыл линияһына» сығарып төҙөү теләге барлыҡҡа килгәне билдәле була[14].

2015 йыдың мартында АВИТО сайтында 350 кв. метр майҙанлы Рабинович йортон уның янындағы 16 соткалы ихата майҙаны менән бергә 42 миллион һумға һатыу тураһында иғлан урынлаштырыла[15]. Иғланда йортто офистарға ҡуртымға бирү мөмкинселеге тураһында ла яҙылған була. 2015 йылдың июнендә, йорттоң хаҡын төшөрөп, 35 миллионға һатыу тураһында яңы иғлан сыға. Сентябрҙә хаҡтар йәнә күтәрелгән һәм Рабинович йорто 42 миллион һум торған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанағы үҙгәртергә

  1. Андреенко С. А. Рабинович дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 595.
  2. Гаврюшкин О. П. Мари Вальяно и другие (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: МИКМ, 2001. — 544 с.
  3. Гонтмахер М. А. Евреи на Донской земле 2021 йыл 1 март архивланған.. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2007. — С. 60.
  4. Лаппа Р. Труден ты, хлеб тренерский… // Таганрогская правда. — 2013. — 14 июня. — С. 18.
  5. Гаврюшкин О. П. Зайцев Василий Алексеевич // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 348.
  6. Григорян М.
  7. Иванчук Г. «Дядя Сэм» против «Дяди Васи» // Новый город. — 2013. — 9 авг. — 3 с.
  8. Строганов А. Красное-зеленое // tagangraf.livejournal.com. — 2014. — 5 ноября.
  9. Верготи В. Крашу, крашу я наш дом // vergoti.livejournal.com. — 2014. — 8 ноября.
  10. Верготи В. Вот почему дверь красная // vergoti.livejournal.com. — 2014. — 10 дек.
  11. Гуляй-город. Афиша Таганрога: Июль’15. — Таганрог: Изд-во ТИЦ, 2015. — 66 с.
  12. Демидов А. В историческом центре Таганрога «назревает» очередной новодел // www.ruffnews.ru. — 2014. — 11 дек.
  13. Верготи В. Ни сено, ни солома // vergoti.livejournal.com. — 2014. — 10 дек.
  14. Всеглядова Д. А ну-ка уберите свой фасад! // Таганрогская правда. — 2015. — 21 янв. — С. 6.
  15. Верготи В. Помещение свободного назначения // vergoti.livejournal.com. — 2015. — 3 апр.