Дросси йорто
Дросси йорто — Таганрог ҡалаһы Фрунзе урамындағы 22 — се һанлы боронғо айырым йорт. 1850 — се йылдар архитектура ҡомартҡыһы. Рабинович йорто һәм Рафаилович йорто араһында урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыларына ҡарай, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100130000 код аҫтында инә .
Иҫтәлекле урын | |
Дросси йорто
| |
Ҡала | Таганрог, Фрунзе урамы, 22 |
Бина тибы | айырым йорт |
Архитектура стиле | Классицизм |
Төҙөлгән ваҡыты | 1850-се йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | Антон Чехов |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100130000 архитектура ҡомартҡыһы |
Дросси йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАйырым йорт 1850 — се йылдарҙа Таганрог сауҙагәрҙәре, икмәк коммерсанты Д. А. Дросси[1] тарафынан төҙөлгән була. Йорт Чеховтың иҫтәлекле урындарына ҡарай. Антон Чехов йорт хужаһының улы Андрей Дросси менән гимназия буйынса класташ була. Чехов йыш ҡына уларҙа ҡунаҡта була. Антонды был ғаиләлә хөкөм һөргән мәҙәни атмосфера, уларҙағы музыкаль кисәләр һәм йорт спектаклдәре йәлеп итә.
1925 йылда Таганрогта шәхси йорттарҙы дөйөм рәүештә урындағы үҙидара ҡарамағына тапшырыу башлана. Элекке хужаһы йортоноң дөйөм майҙаны 100 квадрат метрҙан ашыу булған осраҡта, уға үҙенең йортонда бәләкәй бүлмә бирәләр, йәки фатирға күсерәләр. Был «муниципализация» сиктәрендә 1925 йылда Дросси Йорто коммуналь фатирҙарға бүленә.
1930 -сы йылдарға тиклем Андрей Дросси йортонда уның һеңлеһе Мария Дмитриева Стейгер йәшәй, ул Чехов Антон Павловичтың [2] бала сағы тураһында күп хәтирәләр ҡалдыра.
Бинаның фасадында мәрмәр мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, унда ошондай текст яҙылған: «Был йортта гимназистар һәүәҫкәр спектакль ҡуйҙы. Йыш ҡына автор һәм башҡарыусы Антоша Чехов булды».
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәИке ҡатлы айырым йорт тыштан бик ябай, ниндәй ҙә булһа архитектура элементтары менән айырылып тормай.
Йорттоң билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Дросси Андрей Дмитриевич (1860—1918) — урыҫ офицеры, Чехов Антон Павловичтың гимназия буйынса дуҫы.
- Чехов Антон Павлович (1860—1904) — күренекле рус яҙыусыһы, донъя әҙәбиәте классигы.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәЙорттоң фасады, бөтә йорт кеүек үк, ҡот осҡос хәлдә. Хәлде йортта йәшәүсе күп һанлы хужаларҙың ремонтты тотҡарлаусы инициативаһы ҡатмарландыра. Дросси йортон ремонтлау өсөн урындағы үҙидараның, Чехов Антон Павловичтың киң билдәләнгән 150 йыллыҡ юбилейына ла, һуңыраҡ та аҡсаһы табылмай[3].
Сығанағы
үҙгәртергә- ↑ Киричек М. С. Дросси дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 330.
- ↑ Дросси-Стейгер М. Д. Юный Чехов / Публ. Н. А. Роскиной // Литературное наследие. — 1960. — Т. 68. — С. 538—541.
- ↑ Нетреба Ф. Валентин Моисеенко: «Каждый на своем месте должен хорошо делать свою работу»(недоступная ссылка) // Парламентский вестник Дона. — 2012. — № 6.