Апостолопуло йорто
архитектура ҡомартҡыһы
Апостолопуло йорто (Алафузов Йорто) — Таганрогтағы боронғо йорт. Фрунзе урамы һәм Итальян тыҡырығы урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1806 йылда император Александр Беренсе Таганрог эргәһендәге ерҙәрҙе бүлгән ваҡытта Иван Апостолопуло 150 дисәтинә күләмендә ер ала[1].
1870 йылдар башында Николай урамы, 28 (хәҙерге Фрунзе урамы, 26) адресындағы ҡоролма мещанка Мария Апостолопуло милкендә була.
1880 йылдар аҙағында йортто провизор Яков Соломонович Парнох һатып ала. Бында уның балалары, һуңынан Валентин Парнах (1891—1951) һәм Елизавета Тараховская (1891—1968) булараҡ билдәле шәхестәр тыуыуы ла бик ихтимал.
1890 йылдар башында йортто бай крәҫтиән Клеопатра Карповна Краснокутская һатып ала, ә XX быуат башында инде бинаға Округ судының присяжный поверенныйы Константин Константинович Попандоуполо хужа була.
1910 йылдар тирәһендә Апостолопуло йортон 50 йәшлек тоҡомло почетлы граждан Николай Николаевич Алафузов һатып ала. Сығанаҡтарҙа был бинаны һуңғы хужаһы буйынса Алафузов йорто тип тә атайҙар[2]. 1914 йылда уның фатирына ҡораллы һөжүм яһала, әммә, ентекле тентеү үткәреүҙәренә ҡарамаҫтан, енәйәтселәр хужа үҙе биргән 115 һумдан һәм алтын сәғәт менән ҙур сылбырҙан башҡа бер нәмә лә тапмай[3].
1980 йылдарҙа йорт подвалында Таганрог балалар сәнғәт мәктәбендә белем биреүсе рәссамдар Леонид Стуканов һәм Юрий Шабельниковтарҙың оҫтаханаһы урынлаша.
1990 йылдар уртаһында бында дарыухана була.
2000 йылдар уртаһында йорт «Коралл-Микро» ИТ-компанияһы тарафынан һатып алына һәм унда «Офисный мир КМ» компьютер һәм офис техникаһы магазины, шулай уҡ сервис үҙәге асыла.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергә1870—1880 йылдарҙың архитектура тәнҡите шул ваҡытларҙа барлыҡҡа килгән төрлө архитектура стилдәрен ҡатнаштырыуға (йышыраҡ ренессанс, барокко һәм иртә классицизм) нигеҙләнгән йүнәлеште юғары баһалай. Бындай типтағы биналар Таганрогта XIX быуаттың һуңғы өлөшөндә күпләп төҙөлә, Апостолопуло йорто — шуларҙың береһе.
Билдәле йәшәүселәр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Дом Апостолопуло на сайте «Исторический Таганрог» 2016 йыл 3 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Гаврюшкин О. П. Мари Вальяно и другие (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: МИКМ, 2001. — 544 с.
- ↑ Григорян М.
- ↑ Гаврюшкин О. П. Гуляет старый Таганрог: Исторический очерк. — Таганрог: АИ МИКМ, 1997. — 395 с.