Терракота (итал. terra — ер, балсыҡ һәм cotta — яндырылған) — төҫлө балсыҡтан яһалған көпшәк төҙөлөшлө керамик әйберҙәр. Көнкүрештә һәм төҙөлөштә ҡулланыла. Терракотанан һауыт-һаба, ваза, скульптура, уйынсыҡтар, сынаяҡ, кирбес, кафель, черепица, архитектура элементтарын яһайҙар. Терракотаны, яндырылғас бөртөклө йәки ялтырауыҡ төҫ ала торған, балсыҡтың масхус сорттарынан яһайҙар. Төҫө ҡуйы-көрөн, ҡыҙыл-көрән, аҡһыл һарғылт булырға мөмкин.

Терракотанан яһалған армия

Тарихта терракота үҙгәртергә

Терракота барлыҡ неолит мәҙәниәтендә таралған булған. Бронғо Греция, Этрусктар, Боронғо Ҡытай, Боронғо Һиндостан һәм Боронғо Америкала саркофагтар, статуялар, боронғо архитектура элементтарын терракотанын яһағандар.

Ҡытайҙа табылған Цинь династияһынаң Терракотанан яһалған армияһы был мәҙәниәттең сағыу миҫалы.

 
Вавилон терракота рельефы. Британия музейы. Лондон

Урта быуаттарҙа терракота Урта Азия, итальян архитектура-төҙөлөш сәнғәтендә, Яңырыу осоро архитектура элементтарында ҡулланыла.

 
Самсон һәм Далила. Антверпен, 1640. Боде музейы. Берлин

Рәсәйҙә аритектурала терракота ҡулланыу Кмев Русе осронда уҡ билдәле булған.

XV быуатта кирбес биналарҙың фасадтарын биҙәгәндәр. Совет төҙөлөшөндә 1950 йылдарҙа терракота тышлан биҙәү, көпләү эшендә киң ҡулланыла.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Филиппов А. В., Филиппова С. В., Брик Ф. Г. Архитектурная терракота. — М., 1941.
  • Бритова Н. Н. Греческая терракота. — М., Искусство, 1969. 180 с. (Серия «Из истории мирового искусства»).