Фрунзе урамы (Таганрог)

Фрунзе урамы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндәге урам.

Фрунзе урамы
Таганрог
Фотография
Фрунзе урамы, 41 — Алфераки Һарайы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Район

Үҙәк

Элекке исемдәре

Троцкий урамы
Николай урамы
Католик урамы
3-сө Буй урамы

Оҙонлоғо

3590 м

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да

Географияһы үҙгәртергә

Фрунзе урамы Украина тыҡрығынан башлана, 1-се Бульвар тыҡрығы менән тамамлана. Оҙонлоғо 3590 м. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Украина тыҡрығынан башлана. Урамда трамвай юлы Ихтилал майҙанынан Тургенев тыҡрығына тиклем һалынған[1].

Тарихы үҙгәртергә

1866 йылға тиклем урам, 1810 йылда төҙөлгән Пресвятая Троица католик соборы хөрмәтенә (Фрунзе, 58), Католик урамы тип атала. 18661923 йылдарҙа урам, 1863 йылдың авгусында, үлеренән йыл ярым элек, Таганрогҡа килгән тәхет вариҫы Романов Николай Александрович иҫтәлегенә, Николай урамы тип атала[2]. 1923 йылда урам, революционер, Лениндың фекерҙәше, аҙаҡ Сталиндың идеологик дошманы һәм «халыҡ дошманы» булып киткән Л. Д. Троцкий хөрмәтенә, Троцкий урамы тип атала. 1927 йылдан башлап урам хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре М. В. Фрунзе исемен йөрөтә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Михаил Фрунзе ла, Лев Троцкий ҙә Таганрог менән бер нисек тә бәйле түгел.

Фрунзе урамында урынлашҡандар үҙгәртергә

 
Фрунзе урамынан Успенский соборы күренеше, 1932 й.
  • Артист Фаина Раневскаяның ата йорто — Фрунзе урамы, 10 (Николай урамы, 12);
  • Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институты (Юридик факультеты) — Фрунзе урамы, 16;
  • Караспасов йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 18;
  • Рафаилович йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 20;
  • Дросси йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 22;
  • Древицкий йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 23. 2002 йылда юҡ булғандар;
  • Рабинович йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 24.
  • Апостолопуло йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Фрунзе урамы, 26.
  • Шимановский йорто — Фрунзе урамы, 31.
  • Физиотерапия өлкә дауаханаһы (Гордон һыу менән дауалау йорто) — Фрунзе урамы, 37;
  • Таганрог Почтамты — Фрунзе урамы, 38;
  • 10-сы урта мәктәп — Фрунзе урамы, 40;
  • Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Алфераки һарайы) — Фрунзе урамы, 41;
  • «Йәш белгес» йорто — Фрунзе урамы, 43;
  • Актерҙар йорто — Фрунзе урамы, 55[3];
  • Горький исемендәге ҡала үҙәк балалар китапханаһы. — Фрунзе урамы, 58;
  • Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы — Фрунзе урамы, 80.

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

Файл:Ranevskaya 01.jpg
Ф. Г. Раневская һәйкәле. Таганрог, Фрунзе урамы, 10
  • Ф. Г. Раневская һәйкәле. — Фрунзе урамы, 10 (элек — Николай урамы, 12);
  • «Меркурий» скульптура композицияһы — «Йәйғор» баҙарына ингән үҙәк ҡапҡа.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
  3. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 121.