Проект:АХБ төҙәтеү/Әбдесәләм Рәмзин
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Әбдесәләм Рәмзин|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/16908-bdes-l-m-ramzin}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәПоследнее изменение сделано участником Рөстәм Нурыев (вклад, журналы) в 16:39 UTC (124150 минут назад). Администраторам: ссылки сюда, история, журналы, удалить. Мәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Әбдесәләм Рамзин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Уҫы даруғаһы, Ғәйнә улусы, Ишмән ауылы |
Вафат булған көнө: |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны: |
билдәһеҙ |
Әбдесәләм Рәмзин (Рамзин) (1737—?) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв атаманы.
БиографияһыҮҙгәртергә
Әбдесәләм Рәмзин сығышы менән Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ишмән ауылы (хәҙер Пермь крайы Барҙы районы бөткән ауылы) башҡорто[1].
Себер губернаһы Омск ҡәлғәһендә сик буйы хәрби хеҙмәте ваҡытында Туҡтамыш Ишбулатовтың есаулы була[2].
1773 йылдың көҙөндә Емельян Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла, отрядты етәкләй. 1773 йылдың декабренән Пугачёв полковнигы Әбдей Абдулловтың отряды составына инә. Уҫы һәм Көңгөр ҡәлғәләре янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].
1774 йылдың майынан Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Уҫы ҡәлғәһен, Ҡазан губернаһының Воткинск һәм Ижевск заводтарын алыуҙа ҡатнаша. Артабан Салауат Юлаевтың йыйылма отрядына ҡушыла[3].
1774 йылдың йәйендә Әбдесәләм Рәмзиндең отряды Әбделйәлил Ырыҫҡолов, Арыҫлан Ранғолов, Әһлетдин Биктуғанов һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары менән берлектә Бөрө ҡәлғәһе тирәһендә һуғыша[4].
1774 йылдың октябрь аҙағында ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була, уның тарафынан үлемгә хөкөм ителә, аҡлана һәм ҡамсы менән һуҡтырғандан һуң ғүмерлеккә гусар полкында хеҙмәт итергә ебәрелә: «положен был на плаху, а потом наказан плетьми и назначен в гусары»[1][2].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ҡолбахтин Н. М. Әбдесәләм Рамзин // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Б. 72. — 696 б. — ISBN 978-5-85051-641-3.
- ↑ Гвоздикова И. М. Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — Б. 186. — 240 б.
- ↑ Кулбахтин Н. М. Абдусалям Рамзин // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. — Уфа, 1999.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане — Уфа: Китап, 2000. — 376 б. — ISBN 5-295-02163-7.