Портал:Тарихи Башҡортостан топонимияһы

Ҡалып:Порталы



Инеш  Править»»

Ер-һыу атамаларын йыйыу фән өсөн бигерәк мөһим. Улар фәнни тикшеренеү эштәрен алып барырға нигеҙ, ә ҡайһы бер тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора ала.

Ер-һыу атамаларын йыйыуҙы тиҙләтергә кәрәк, сөнки уларҙың күбеһе, үкенескә ҡаршы, онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Күп атамалар үҙгәртелә, яңы исем менән йөрөй башлай. Һиңә ошо атамаларҙың бөтәһен дә (яңыларын һәм иҫкеләрен, мәҫәлән, элек булып та, хәҙер юҡка сыҡҡан ер-һыу атамаларын – һөрөлгән сабынлыҡтар, ҡырҡылған ағаслыҡтар, ҡороған йылға, күл, шишмәләр, бөткән ауыл исемдәрен һ.б.) бик ентекләп йыйырғә кәрәк.
Ауыл (район) атамаларының рәсми яҙылышы менән бергә, уларҙың халыҡ телендә йөрөгән исемдәрен дә яҙ.
Халыҡ нисек әйтһә, шул көйө, үҙгәртмәй, боҙмай яҙғанда ғына уларҙың фәнгә әһәмиәте ҙур. Халыҡтыҡын үҙгәртеү, йәки ул, йәнәһе, дөрөҫ әйтмәй тип, үҙеңсә төҙәтмә индереү булмаҫҡа тейеш.

Һораулыҡты ауыл тирәһендәге ер-һыу атамаларын, уларҙың легендаларын яҡшы белгән, хәтерле, олораҡ кешеләрҙән, шулай уҡ һунарсыларҙан, урмансыларҙан һорап тултырырға кәрәк. Уларҙың ярҙамы менән ауылығыҙҙың топографик картаһын эшләгәндә һәйбәт булыр.
Бынан тыш ономастиканың башҡа тармаҡтарына ҡараған бүлектәренә иғтибар итеп, материал йыйырға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙҙең ауылда йәшәгән кеше исемдәре һәм фамилиялары, ҡушаматтары һәм улар ни өсөн шулай бирелгән; урам исемдәре ниңә шулай атала? Уларҙы халыҡ икенсе төрлө нисек атай? һ.б.
Ошо мөһим эштә тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кеше ҡатнашһа яҡшы булыр ине, сөнки атамалар — ер теле, ерҙең хәтер китабы. Һораулыҡты ерле һөйләш телендә тултырырға кәрәк, шул ваҡытта ғына атамалар, улар тураһындағы легендалар һеҙҙең ауыл (район) тураһында тулы итеп һөйләй ала.

Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова. usmanova.minsylu@mail.ru 89273024996


Төп төшөнсәләр  Править»»


Топонимия фәне:

* Тыуған яҡ ономастикаһын йыйып өйрәнеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Унда халыҡтың бик боронғо замандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булған тормошо, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте, ижтимағи-сәйәси хәле, теле, мәҙәниәте, ер-һыу үҙенсәлектәре, тәбиғи байлыҡтары һ.б. сағыла. Тимәк, ономастика — халыҡ тарихының бик күп үҙенсәлектәрен, төрлө факттарҙы туплаған һәм һаҡлаған тылсымлы бер донъя.

  • Ономастика — тел белеменең яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнә торған бүлеге. Ул бер нисә тармаҡтан тора: топонимика, антропонимика, этнонимика, зоонимика, астронимика, теонимика, прагматонимика һ.б.

  • Топонимика — ер-һыу атамаларын (йылға, шишмә, ҡоҙоҡ, тау, ҡая-таштар, үҙәк, ауыл, йәйләү, бесәнлек, сабынлыҡ, урам, тыҡрыҡ, юл һ.б.),
  • этнонимика — ырыу-ҡәбилә, ара (нәҫел, зат, аймаҡ, суҡ һ.б.) исемдәрен,

  • зоонимика — хайуандар ҡушаматын, астронимика — күк есемдәре исемен (йондоҙ, планета, комета һ.б.),
  • прагматонимика — төрлө төр тауар исемдәрен, маркаларын һ.б. өйрәнә. Ер-һыу атамаларын йыйыу фән өсөн бигерәк мөһим. Улар фәнни тикшеренеү эштәрен алып барырға нигеҙ, ә ҡайһы бер тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора ала.
Ойконим – тораҡ пунктар атамаһы, Астионим – ҡала атамаһы, Гидроним – йылға исеме, Дримоним – урман исеме, Ороним – тау исеме, Урбаноним – ҡала эсендәге объекттар исеме, Годоним – урам исеме, Агороним – майҙан исеме, Дромоним – юлдар исеме, Макротопоним – кеше йәшәмәгән ҙур объект исеме, Микротопоним – ҙур булмаған кеше йәшәмәгән объект исеме, Топоним – географик объекттың идетификаторы,


Һайланған  Править»»


Башҡортостан йылғалары:

* Башҡортостан йылғаларыБашҡортостан Республикаһы биләмәләре аша аҡҡан бөтә йылғалар барлығы. Республика йылғалары башлыса ике йылға бассейнына — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндарына ҡарай. Тик көнсығыштағы бәләкәй йылғаларҙың өлөшө — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай.(Дауамы...)

Нөгөш йылғаһы Мораҙым тарлауығында
Нөгөш йылғаһы Мораҙым тарлауығында

Киң матбуғат сараларында  Править»»

  • Башҡорт Википедияһына Башҡортостан башлығы биргән грант сиктәрендә 5 конкурс үткәреләсәк. Шуларҙың тәүгеһе — «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» темаһына. Ул ошо йылдың 1 мартынан 31-енә тиклем дауам итәсәк. Был хаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәне яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова БСТ-ның «Телеүҙәк» тапшырыуында хәбәр итте.
  • 16 февралдә Юлдаш радиоһы аша сығыш яһап, Гүзәл Ситдиҡова, һуңғы йылдарҙа ер-һыу атамаларында хаталар йыш осрай, «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһе ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында ла ойошторола, тине [1]


Былар ҡыҙыҡлы  Править»»



Яңы мәҡәләләр  Править»»

Түбәнге Мөллә (йылға) Хаят Йосопова1‎ 13 февраль 2021 Аҡтәкә (үҙән) Guram52 10 февраль 2021 Әҙибайтау Guram52 11 февраль 2021 Иҫәт күле Хаят Йосопова1 16 февраль 2021 [[]] — [[User:|]] 3 декабрь 2024