Иҫәт күле

Рәсәйҙәге күл

Иҫәт — Екатеринбург ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 25 километрҙа ятҡан күл-һыуһаҡлағыс[2][3][4][5][6] в 25 км на северо-запад от города Екатеринбурга, на берегу озера стоит город Среднеуральск. Площадь водной поверхности — 24 км²[5], Среднеуральск ҡалаһы күл буйында ултыра. Майҙаны — 24 км2, оҙонлоғо — 8 км, уртаса киңлеге — 2,8 км, уртаса тәрәнлеге — 2,5 м, иң тәрән урыны — 3,5 м[7].

Иҫәт күле
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Мөллә (йылға, Исәт күленә ҡоя), Шитовский Исток һәм Чёрная[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Иҫәт
Һыу йыйыу бассейны бассейн Оби[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Майҙан 24 км²
Панорамный вид
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Карта
 Иҫәт күле Викимилектә

Күлгә бик күп йылғалар, йылғасыҡтар һәм шишмәләр ҡоя — Шитов йылғасығы[8][5]. Күлдән бер йылға — Иҫәт ағып сыға. Күлдең һай ҡултыҡтары күп — Аҡҡош, Йылы, Черемшан, Мөллә — бөтәһе лә күлдең көнсығыш ярында. Һыу кимәле билдәһе — 252,2 м.

Йылғаның бер нисә бәләкәй утрауы бар: Соловец, Ҡыҙыл (формаһына ҡарап, элегерәк «Мономах кәпәсе» тип тә аталған), Таш (элек «Бәләкәй карап» тип аталған)[9].

Күл буйында түбәндәге тораҡ пункттар урынлашҡан: Среднеуральск ҡалаһы, Иҫәт ҡасабаһы, Коптяктар һәм Мырҙа.

Исәт күле балыҡҡа бай, күлдә алабуға, чебак, ҡорман, ҡарабалыҡ, юста, сабаҡ һәм суртан балыҡтары осрай. Аҡ амур һәм көҙгөлө карп балыҡтары ла был урындың климат шарттарына яраҡлашҡан.

1850 йылда Иҫәт йылғаһы башында ер өйөп быуа төҙөй башлайҙар. Тик 1946 йылда ғына быуаға бетон «күлдәк» кейҙерелә. Шуның иҫәбенә һыу кимәлен күтәреүгә өлгәшелә. Күл һыуын Урта Урал ГРЭС-ы ҡуллана.

Археологтар күл яры буйлап тиҫтәнән ашыу боронғо кешеләрҙең йәшәгән урындарын таба, улар тимер быуатҡа тиклем неолит дәүерендә йәшәгән, тип фаразлана. Утрауҙарҙың береһендә охра ҡулланып төшөрөлгән боронғо һүрәттәр ҙә була, ләкин һыу кимәле күтәрелеү менән улар һыу аҫтында ҡала.

Заказник

үҙгәртергә

Күлдең ярҙары бик матур, күл тауҙар менән уратып алынған. Тәбиғи һыу ятҡылығын, Урал аръяғының көньяҡ-тайга типик ландшафын һаҡлау маҡсатында, 2001 йылдың 17 ғинуарында Свердловск өлкәһе Хөкүмәтенең № 41-ПП ҡарары менән урман менән уратып алынған Иҫәт күле ландшафт заказнигы[10] тип иғлан ителә. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһының майҙаны 4738 гектар тәшкил итә.

Иҫәт күле панорамаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Исе́тское // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 151. — ISBN 5-86066-017-0.
  3. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 111—112. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  4. Исетское // Свердловская область : иллюстрированная краеведческая энциклопедия : от А до Я / Н. Рундквист, О. Задорина. — Екатеринбург : Издательство «Квист», 2009. — 456 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  5. 5,0 5,1 5,2 Гидробиологическая характеристика водоемов Урала: Сб. науч. тр / М. И. Ярушина. — Свердловск: УрО АН СССР, 1989. — С. 14—15. — 123 с.
  6. Павлюк Т. Е. Макрозообентос Исетского водохранилища: история формирования, трансформация под влиянием антропогенных и природных факторов // Водное хозяйство России: проблемы, технологии, управление. — 2016. — № 5. — С. 4—22.
  7. Архипова Н. П. Природные достопримечательности Екатеринбурга и его окрестностей. — Екатеринбург: Аква-пресс, 2001. — С. 142.
  8. Лист карты O-41-97 Верх -нейвинский. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1985 г.
  9. Озеро Исетское и его окрестности // Щетинин О. И. Каменные останцы Верх-Исетского гранитного массива. — Екатеринбург: Банк культурной информации, 2004. Архивировано из первоисточника 17 апрель 2013.
  10. Об утверждении перечней особо охраняемых природных территорий, расположенных в Свердловской области. Дата обращения: 26 март 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә