Сөләй
Сөләй[2] (Урсалыбаш; татар. Сөләй, рус. Сулеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы.
Сөләй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Сулеевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Сулеевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423447 |
География
үҙгәртергәАуыл Урсалы йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1746 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Мәсәғүт административ-территориаль улусы составына керә[4].
1885 йылда ауылда крәҫтиән болаһы була[3].
XX быуат башында ауылда земство станцияһы, 2 мәсет, 2 мәктәп, 2 һыу тирмәне, 3 кибет теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Әлмәт районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 135 типтәр, 22 аҫаба башҡорт һәм 40 керҙәш башҡорт (Байлар улусы Теләнсетамаҡ ауылынан); 1859 йылда — 799 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне иҫәпләнгән[4].
1795 | 1859 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
236 | 799 | 1251 | 1566 | 2225 | 1461 | 1240 | 1078 | 1676 | 1120 | 940 | 678 | 788 | 943 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 387. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 565-566. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.