Яңы Кәшер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы. Яңы Кәшер ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Яңы Кәшер
татар. Яңа Кәшер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Әлмәт

Ауыл биләмәһе

Яңы Кәшер

Координаталар

54°58′ с. ш. 52°32′ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Халҡы

1632[1] кеше (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 +7

Почта индексы

423444 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 208 851 001

Код ОКТМО

92 608 448 101

Номер в ГКГН

0188455

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Кәшер (Рәсәй)
Яңы Кәшер
Яңы Кәшер
Яңы Кәшер (Татарстан)
Яңы Кәшер

География

үҙгәртергә

Ауыл Урсала йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Яңы Кәшер — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Урсала улусы составына керә.

1764 йылда 3 тирмән, 1795 йылда — 1 мәсет, 1859 йылда — 2 мәсет теркәлгән. ХХ быуат башында бында 3 мәсет, 3 мәктәп, 4 һыу тирмәне, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете иҫәпләнгән. Яҡынса 1920 йылдарҙа 4-се мәсет асыла[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].

1834 йылда — ир енесле 669 йән башҡорт һәм 196 йән типтәр; 1859 йылда — 1707 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1746185918891910192019261938194919581970197919892002
3517073140373236838072860237224122805246117021632

Инраструктура

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; икмәк заводы, ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһы эшләй[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 576. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.