Эжен Анри Поль Гоген (франц. Eugène Henri Paul Gauguin [øˈʒɛn ãˈʁi ˌpol ɡoˈɡɛ̃]; 7 июнь 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…], Париж[9][1]8 май 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[4][5][1][…] (54 йәш), Атуона[d]) — француз рәссамы, скульптор-керамисы һәм графигы. Поль Сезанн һәм Винсент Ван Гог менән бер рәттән — постимпрессионизмдың мөһим вәкиле. 1870 йылдар башында һынлы сәнғәт менән һәүәҫкәр булараҡ шөғөлләнә. Ижадының тәүге осоро импрессионизм менән бәйле. 1880 йылдан импрессионистар күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1883 йылдан — профессиональ рәссам. Гогендың эштәре үҙе йәшәгән осорҙа танылыу алмай, рәссам ярлы була[10]. Гогендың «Когда свадьба?» картинаһы — һатылған иң ҡиммәтле картиналарҙың береһе.

Поль Гоген
франц. Paul Gauguin
Фотография
Тыуған:

7 июнь 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Париж, Вторая Французская республика

Үлгән:

8 май 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[4][5][1][…] (54 йәш)

Үлгән урыны:

Атуона, Хива-Оа утаруы, Маркиз утаруҙары, Француз Полинезияһы

Ил:

 Франция[6][7][8]

Стиль:

Постимпрессионизм

Имза:

 Работы

Биографияһы һәм ижады

үҙгәртергә

Поль Гоген 1848 йылдың 7 июнендә Парижда тыуа. Уның атаһы, Гоген Кловис (1814—1849), Тьер һәм Арман Маранаң радикаль республика идеялары менән һуғарылған «Насьональ» журналының сәйәси хроника бүлегендә журналист, әсәһе Алина-Мария (1825—1867), сығышы менән Перуҙан бай креол ғаиләһенән була. Алина-Марияның әсәһе— утопик социализм идеяларын уртаҡлашыусы һәм 1838 йылда автобиографик «Скитания парии» китабын баҫтырып сығарыусы билдәле Флора Тристан (1803—1844).

1849 йылда, килеп сыҡмаған монархияға ҡаршы түңкәрелештән һуң, Кловис, тыуған илендә ҡалыу хәүфле булғанға, Франциянан китергә ҡарар итә. Ғаиләһе менән ул Перуға барған карапҡа ултыра, унда ҡатыны Алинаның ғаиләһендә төпләнеп, үҙенең журналын асырға уйлай. Әммә Көньяҡ Америкаға барышлай, Кловис йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Шулай итеп, Поль ете йәшенә тиклем Перула йәшәй һәм әсәһе ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бала саҡ тәьҫораттары, экзотик тәбиғәт, сағыу милли костюмдар, Лимала ағаһының поместьеһындағы вайымһыҙ тормош уның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала, сәйәхәттәр һәм тропиктар уны һәр саҡ үҙенә тарта.

1855 йылда, Польға 7 йәш булғанда, ул әсәһе менән атаһы яғынан ағаһынан мираҫ алыу өсөн Францияға ҡайта һәм олатаһы менән Орлеанда төпләнә. Гоген француз телен тиҙ өйрәнә һәм белем алыуҙа уңышҡа өлгәшә башлай. 1861 йылда Алина Парижда тегеү оҫтаханаһын аса, ә Поль Диңгеҙ училищеһына уҡырға инергә әҙерләнә. Әммә ул конкурс һынауын үтә алмай һәм 1865 йылдың декабрендә «курсант», йәғни лоцмандың уҡыусыһы сифатында йөҙөүҙә яллана. 1871 йылға тиклем ул Көньяҡ Америкала, Урта диңгеҙҙә, төньяҡ диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөй. Һиндостанда булғанда, ул әсәһенең үлеме тураһында ишетә, әсәһе васыятында уға «карьера яһарға» тәҡдим итә, сөнки ул ғаилә дуҫтарының күңелен табырға һәләтле түгел һәм оҙаҡламай бик яңғыҙ булып китеүе ихтимал". Әммә, 1872 йылда Парижға килгәс, уға бала саҡтан таныш булған әсәһенең дуҫы, биржа эшҡыуары, фотограф һәм заманса һынлы сәнғәт коллекционеры Гюстав Арозаның ярҙамын ала. Уның арҡаһында Гоген биржа брокеры вазифаһын ала.

1873 йылда Гоген Ароза ғаиләһенә ингән йәш дат ҡыҙы Мэтте-Софи Гадҡа өйләнә. 1874 йылда улы Эмиль, 1877 йылда ҡыҙы Алина, 1879 йылда улы Кловис, 1881 йылда улы Жан-Рене, 1883 йылда улы Поль тыуа. Артабанғы ун йылда Гогендың йәмғиәттәге урыны нығый. Уның ғаиләһе уңайлыраҡ фатирҙарҙы биләй, унда рәссамдың оҫтаханаһына айырыуса иғтибар бүленә. Гоген, уның опекуны Ароза кеүек үк, картиналар, айырыуса импрессионистарҙыҡын йыя, һәм яйлап үҙе лә яҙа.

18731874 йылдарҙа уның тәүге пейзаждары күренә башлай, шуларҙың береһе 1876 йылда Салонда ҡуйыла. Гоген рәссам-импрессионист Камиль Писсарро менән 1874 йылға тиклем таныша, ләкин уларҙың дуҫтарса мөнәсәбәттәре 1878 йылдан башлана. Гоген 1879 йылдың башынан импрессионистар күргәҙмәләрендә ҡатнашыуға саҡырыла: коллекционерҙы аҡрынлап рәссам булараҡ та етди ҡабул итәләр. Ул 1879 йылдың йәйен Понтуазда Писсарро янында үткәрә, унда «мэтр» пейзаждарына оҡшаш баҡсалар һәм ауыл пейзаждары, һәм 1885 йылға тиклем яҙыласаҡ барыһын да яҙа. Писаро Гогенды Эдгар Дега менән таныштыра, ул, Гогендың картиналарын һатып алып һәм импрессионистар картиналары менән сауҙа итеүсе Дюран Рюэлгә быны эшләргә ҡушып күндереп, һәр ваҡыт Гогенға ярҙам итәсәк. Дега унға яҡын Гоген полотноһына, шул иҫәптән «Прекрасная Анжела», «Женщины с плодом манго», йәки «Хина тефатоу» картиналарына эйә була.

1884 йылда Гоген ғаиләһе менән Копенгагенға күсә һәм күпмелер ваҡыт брокер булып эшләүен дауам итә. Әммә бөтә ваҡытын һынлы сәнғәткә бағышлай һәм брокер эшен ташлай, аҡсаһы булмау сәбәпле биш балаһын алып, хәләл ефете ташлап китә[11]. 1885 йылда ул Парижға ҡайта.

18861890 йылдарҙа Гоген бар ваҡытын Понт-Авенда (Бретань) үткәрә, унда символизмға яҡын рәссамдар төркөмө менән аралаша. Тәүге тапҡыр рәссам, Париждан ял итергә һәм бер аҙ тормошто экономияларға теләп, 1886 йылда шунда юл ала: унда тормош күпкә арзаныраҡ була[12].

1887 йылда Бретандә танышҡан рәссам Лаваль менән Гоген Мартиника утрауына китә, Лаваль оҫта ижадында япон йоғонтоһон һиҙелерлек яһап, уның ижадында эволюция яһарға ярҙам итә.[12].

1887—1888 йылдарҙа Панамаға килә, бынд Панама каналы төҙөлөшөн күҙәтә. 1888 йылда Арлдә бер аҙ ваҡыт Ван Гогта йәшәй һәм уның менән эшләй. Бында булыуы Ван Гогтың аҡылдан яҙыу өйәнәге менән бәйле ыҙғыш менән тамамлана.

Перуҙа үткәргән бала саҡтағы экзотик урындарға ынтылышты кисереп һәм цивилизацияны «сир» тип һанап, «тәбиғәт менән ҡушылырға» теләгән Гоген, 1891 йылда Таитиға китә, бында Папеэтта йәшәй һәм 1892 йылда 80 картина яҙа. Францияға ҡыҫҡа ваҡытҡа (1893—1895) ҡайтҡандан һуң, ауырып китеүе һәм аҡсаһы булмауы сәбәпле, ул бөтөнләйгә Океанияға (тәүҙә Таитиға) китә, унда ул бәлиғ булмаған Таити ҡыҙына өйләнә, ул уға ул табып бирә[13][14].

«Откуда мы? Кто мы? Куда мы идем?» картинаһын тамамлап, ул мышьяҡ ҡабул итә, үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлай, ләкин доза бигерәк ҙур булып сыҡҡанлыҡтан, көслө ҡоҫоу уның ғүмерен ҡотҡара[15].

1901 йылда Хива-Оа утрауына (Маркиз утрауҙары) күсеп килә һәм тулы көсөнә эшләй: пейзаждар, хикәйәләр яҙа, журналист булып эшләй. Ауырыуҙарға (шул иҫәптән сифилис)[11][13]), фәҡирлек, депрессияға ҡарамаҫтан, Гоген иң яҡшы эштәрен тап шунда яҙа. Океания халыҡтарының көнкүрешен һәм реаль тормошон күҙәтеү уларҙа урындағы мифтар менән бәйле.

Һуңғы ваҡытта рәссам йөрәк ауырыуынан, экземанан һәм мышьяҡ менән ағыуланыу эҙемтәләренән ауыр яфалана. Көслө һыҙланыуҙарҙы морфий менән баҫырға тура килә. Гогендың туземецтарҙың хоҡуҡтарын яҡларға маташыуы арҡаһында хакимиәт менән даими конфликттар хәлде ҡатмарлаштыра. Уларҙың протест белдереп сығыш яһауҙарын хуплауы суд процесына һәм штрафҡа, өс айға төрмәгә хөкөм ҡарарына килтерә, ләкин төрмәгә ултыртыу тормошҡа ашырылмай.

Гоген, моғайын, морфийҙың сираттағы дозаһы тыуҙырған йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була — карауат эргәһендә буш ампула ятҡан була.[15]

Абруйы һәм билдәлелеге

үҙгәртергә

Рәссам даны вафатынан һуң килә, 1906 йылда Парижда 227 эше ҡуйыла.

Гогендың тормошо Сомерсет Моэмдың «Луна и грош» романы нигеҙенә ята. Унда ябай инглиз яҙыусыһы Чарльз Стрикленд һүрәтләнә. Ул ғаиләһен, эшен һәм һынлы сәнғәт менән шөғөлләнер өсөн йортон ташлап китә. Романда Стриклендтың тормошо проказа һөҙөмтәһендә өҙөлә.

Гоген хөрмәтенә Меркурийҙа кратер атала.

Гоген ғүмеренең һуңғы йылдары тураһында төп ролдә Дональд Сазерленд менән биографик «Волк на пороге» (1986) фильмы төшөрөлә. 2003 йылда Кифер Сазерленд менән төп ролдә «Найденный рай» (2003) фильмы төшөрөлә, унда төп урынды рәссамдың ҡатыны менән ябай булмаған мөнәсәбәттәре һәм уның Таитиҙағы тормошо биләй. 2017 йылда Полинезияла рәссамдың тормошо хаҡында төп ролдә Венсан Кассель менән «Дикарь» фильмы прокатҡа сыға.

Галереяһы

үҙгәртергә

Поль Гоген кинола

үҙгәртергә
  • Ван Гог. На пороге вечности (реж. Джулиан Шнабель), в роли Гогена — Оскар Айзек
  • Дикарь / Гоген. Путешествие на Таити (реж. Эдуард Делюк, 2017) в главной роли — Венсан Кассель
  • Жёлтый дом (реж. Крис Дурлахер, 2007)
  • Найденный рай (реж. Марио Андриччион, 2003), в главной роли — Кифер Сазерленд
  • Волк на пороге / Овири / Гоген, нищета у порога (реж. Хеннинг Карлсен, 1986) в главной роли — Дональд Сазерленд
  • Гоген: дикарь и гений (реж. Филдер Кук, 1980)
  • Жажда жизни (реж. Винсенте Миннелли, 1956)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Музей Поля Гогена
  • Культурный центр Поля Гогена

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Paul Gauguin (нидерл.)
  3. 3,0 3,1 Paul Gauguin (дат.)
  4. 4,0 4,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. 5,0 5,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. (unspecified title) — 2016.
  7. https://www.moma.org/artists/2098 (ингл.)
  8. RKDartists (нидерл.)
  9. Union List of Artist Names (ингл.)
  10. Поль Гоген. Признание пришло к нему только после смерти. Биография. Дата обращения: 1 июнь 2011. Архивировано из оригинала 24 март 2011 года. 2011 йыл 24 март архивланған.
  11. 11,0 11,1 Альвина Харченко bbcrussian.com, Лондон. Гоген: демистификация музейного масштаба. BBC News Русская служба. Дата обращения: 6 февраль 2020.
  12. 12,0 12,1 Джон Ревальд. Постимпрессионизм. От Ван Гога до Гогена. — Республика, 1996. — 464 с. — ISBN 5-250-02568-4.
  13. 13,0 13,1 Гоген в Полинезии (Бенгт Даниельссон) в fb2,txt,epub. Электронная библиотека 6lib.ru - книги в формате fb2,txt,epub. Дата обращения: 6 февраль 2020.
  14. Обнаружены уникальные фотографии Гогена, сделанные на Таити. Artchive. Дата обращения: 6 февраль 2020.
  15. 15,0 15,1 Перрюшо А. Поль Гоген. [Пер. с фр. Ю. Я. Яхниной]. — М.: Искусство, 1979.

Библиография

үҙгәртергә
Документы и воспоминания
  • Gauguin : [фр.] / sous la dir. et avec là collab. de Georges Wildenstein par Ursula F. Marks-Vandenbroucke, Haavard Rostrup, Yvonne Thirion. [e. a.]. — Paris : Presses universitaires de France, 1958. — 211 p. — Ҡалып:OCLC.
Полные биографии
  • Поль Гоген / А. С. Кантор-Гуковская. — Ленинград ; Москва : Советский художник, 1965. — Ҡалып:OCLC.
  • Гоген / Франсуаза Кашен ; [пер. с фр. З. Федотовой]. — Москва : Астрель — АСТ, 2003.
  • Мир Гогена / О. Я. Кочик. — Москва : Искусство, 1991. — Ҡалып:OCLC.
  • Гоген / автор текста Валентина Крючкова. — Москва : Белый город, 2007.
  • Поль Гоген / Анри Перрюшо; [Автор послесловия К. Богемская]. — Москва : Искусство, 1995. — Ҡалып:OCLC.
  • Гоген / Рене Юиг ; [Пер. и примеч. к тексту Л. И. Таруашвили]. — М. : Слово, 1995.
  • Paul Gauguin : [фр.] / Michel Hoog. — Paris : Nathan, 1987. — 332 p. — Ҡалып:OCLC.
  • Gauguin : [англ.] / Belinda Thomson. — New York : Thames and Hudson, 1987. — 214 p. — ISSN 87050203. — Ҡалып:OCLC.
Очерки отдельных эпизодов и аспектов творчества
  • Гоген в Полинезии / Бенгт Даниельссон. — Москва : Искусство, 1973. — Ҡалып:OCLC.
  • The Symbolism of Paul Gauguin : [англ.] / Henri Dorra ; forew. by Richard R. Brettell afterw. by Gabriel P. Weisberg. — Berkeley, CA : University of California Press, 2007. — XVII, 361 p.
Каталоги творчества
  • Sculpture and Ceramics of Paul Gauguin : [англ.] / by Christopher Gray. — Baltimore : J. Hopkins Press, 1963. — VIII, 330 p. — Ҡалып:OCLC.
  • Paul Gauguin : [англ.] / manuscript written by Elizabeth Mongan, Eberhard W. Kornfeld, Harold Joachim. — Bern : Galerie Kornfeld, 1988. — 283 p. — Ҡалып:OCLC.
  • Gauguin : [англ.] / Daniel Wildenstein; Sylvie Crussard, text and research; Martine Heudron, documentation and chronology. — Paris : Wildenstein Institute, 2002. — 647 p. — Ҡалып:OCLC.
  • Paul Gauguin : [фр.] / Georges Wildenstein de l'Institut. — Paris : Les Beaux-Arts, Édition d’études et de documents, 1964. — 282 p. — Ҡалып:OCLC.
Каталоги выставок
  • The Art of Paul Gauguin : [англ.] / Richard Brettell, Françoise Cachin, Claire Frèches-Thory, Charles F.Stuckey, with assistance from Peter Zegers. — Washington, D.C. : National Gallery of Art, 1988. — xxvi, 519 p. — ISSN 88005232. — Ҡалып:OCLC.
Словари и энциклопедии
Справочные издания

Һылтанмалар

үҙгәртергә