Пермь крайы йылғалары

Пермь крайы йылғалары Волганың иң эре һул ҡушылдығы булған Кама йылғаһы бассейнына ҡарай. Пермь крайында 40 уртаса ҙурлыҡтағы һәм 29 меңдән ашыу бәләкәй йылға бар, уларҙың уртаса дөйөм оҙонлоғо 90 мең километрҙан ашыу тәшкил итә.[1][2]

Пермь крайы йылғалары
 Пермь крайы йылғалары Викимилектә
Кама — Пермь крайының иң ҙур йылғаһы

Оҙонлоғо буйынса классификация

үҙгәртергә
 
Чусыу йылғаһы
 
Егошиха — Пермьдәге бәләкәй йылға

Пермь крайында тик ике генә йылғаны ҙур ғына йылға тип атап була (йәғни оҙонлоҡтары 500 километрҙан ашыу). Бына улар — Кама (1805 км) һәм уның һул ҡушылдығы Чусыу (592 км).

Пермь крайында оҙонлоғо 100 километрҙан 500 километрға тиклем еткән 40 йылға бар. Уларҙың иң эреләре:

  • Сылва — 493 км
  • Вишера — кт. 415
  • Колва — 460 км.
  • Яйва — кт. 403
  • Косьва — 283 км
  • Морон — 267 км.
  • Весляна — 266 км
  • Иньва — 257 км
  • Обва — 247 км
  • Тимшор — 235 км
  • Пильва — 214 км
  • Койва — 180 км
  • Көньяҡ Кельтма — 172 км
  • Язьва — 162 км
  • Ҡара — 149 км.
  • Серебрянка — 147 км
  • Уролка — 140 км.
  • Лупья — 128 км
  • Тол — 118 км
  • Лысьва — 112 км
  • Полуденный Кондас — 104 км

Үҙенсәлектәре буйынса классификация

үҙгәртергә

Пермь крайы йылғаларының байтаҡ өлөшө тигеҙлектән аға. Улар Кама йылғаһының уң ҡушылдыҡтары — Коса, Уролка, Кондас, Иньва, Обва һәм башҡалар; һул ҡушылдыҡтары — Весляна, Лупья, Көньяҡ Кельтма, Тол, Сайгатка. Улар бормаланып әкрен генә аға.

Кама йылғаһының һул ҡушылдыҡтары Урал тауҙарында башлана һәм, тау йылғаларына хас булғанса, уларҙа шаршылар, һикәлтәләр һәм шарлауыҡтар бихисап. Ярҙарында яланғас ҡая таштар һәм матур ҡаялар (мәҫәлән, Ирмәк ташы). Урта һәм түбәнге ағымында, тигеҙлектә был тау йылғалары үҙҙәренең ҡырҡыу үҙенсәлектәрен юғалта.

Тулыланыу

үҙгәртергә

Пермь крайы йылғаларының 60 проценттан ашыуы ҡар һыуҙары менән тулылана. Шуға күрә уларға боҙҙарҙың әкрен иреүе, ташҡын һыуҙарының мул булыуы, йәйен, ҡышын һыу аҙлығы хас. Крайҙың ҡалын урманлы төньяғында, ҡарҙың ҡалын булыуы арҡаһында, көньяғындағы биләмәләр менән сағыштырғанда бында ташҡындар оҙағыраҡ дауам итә[2].

Топонимика

үҙгәртергә

Пермь крайы йылғалары атамалары күбеһенсә фин-уғыр (коми-пермяк) теленән алынған. Мәҫәлән, атамаларҙың тармырында ва — һыу йыш осрай: Сылва, Колва, Яйва, Косьва, Иньва, Обва, Чусовая (коми-перм. чус — тиҙ, ва — һыу).

Төрки телдәренән алынғандары ла бар. Мәҫәлән, Үрге Мулянка һәм Түбәнге Мулянка йылғаларының исемдәре фарсы телендәге «мулла» һүҙенән килеп сыҡҡан. Тикшеренеүселәр был атаманың барлыҡҡа килеүен татар кенәзе Мәмәтҡол исеме менән бәйләй. Ул был тарафтарға Иван Грозный батшалыҡ иткәнгә тиклем һәм ул батша тәхетендә ултырған йылдарҙа килеп төпләнә, имам йәки мулла вазифаһын башҡара[3][4].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Пермь крайындағы һаҙлыҡтар
  • Пермдең бәләкәй йылғалары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә