Шаршы
Шаршы — йылға йырҙаһының һай һыулы, шаулап аҡҡан урыны. Һүҙҙең нигеҙендә «шар» һүҙе ята, йәғни, шар-шор килгән, тауышлы ағын[1].
Шаршы | |
Шаршы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәШаршыны ғәҙәттә мурт ултырма тау тоҡомдары (аллювий) барлыҡҡа килтерә, улар ике яҡҡа йүнәлешле булып сыға: ағымға ҡаршы яғы — һөҙәк, а ағым ыңғайына — текә.
Шаршы йырҙаның һыу ағымы тарафынан йыуҙыртылыуы һәм һыу төбөндә таш өйөмдәре (меандр) йыйылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шаршы йырҙа киңәйгән урындарҙа йыш осрай. Ул ағымдың ҡеүәтен кәметә.
Шаршылар менән ятыуҙар сиратлашып бара. Ятыуҙар ғәҙәттә йылға киҫкен боролош яһаған урындарҙа барлыҡҡа килһә, шаршылар тура аҡҡан, һай урындарҙа хасил була.
Йырҙаһына ҡарата йүнәлешенә ҡарап, ябай (тура), ҡыйыш һәм шарлама шаршылар була.
Цитаталар
үҙгәртергәҠыҙыл йылғаһы йор, шаршыһында ал мунсаҡтай ялтырай йәйғор. Ә. Әхмәтҡужин
Йылға шаршыланып, ҡаяның итәк осона бәрелә лә, төньяҡҡа табаныраҡ боролоп ағып китә. Н. Мусин
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.- 632
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.- 632 бит
Был география терминдәре буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |