Первин Степан Сергеевич

Советтар Союзы Геройы

Степан Сергеевич Первин (9 май 1924 йыл — 18 июль 1958 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар отделениеһы командиры. Гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Первин Степан Сергеевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Первина[d], Туринск ҡала округы[d], Ирбит округы[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (34 йәш)
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1924 йылдың 9 майында Свердловск өлкәһе Туринск районы Первино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 1951 йылдан — ВКП/КПСС ағзаһы. 7 класс тамамлай. Свердловск өлкәһе Асбест ҡалаһында эшләй.

1943 йылдың мартынан — Ҡыҙыл Армияла һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы штабының разведка взводы отделениеһы командиры Степан Первин яугирҙары менән 1944 йылдың 25 ғинуарында Петриков ҡалаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе) дошман тылына барып инә, дошман көсөн билгеләй һәм, алыштарға инә-инә, үҙ часына ҡушыла, һөҙөмтәлә штабҡа бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерә. 1944 йылдың 10 февралендәге бойороҡҡа ярашлы «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия ҡыҙылармеецы Степан Сергеевич Первин 3 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы ның ҡылыссылар отделениеһы командиры гвардия өлкән сержанты Первин С. С. 1945 йылдың февралендә Меркиш-Фридланд ҡалаһынан (хәҙер — Польша, Мирославец ҡалаһы) көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә 17 километр алыҫлыҡта дошман ут нөктәһенә барып етә һәм уны гранаталар менән тонсоҡтора, һөҙөмтәлә пулеметты һәм бер нисә фашисты юҡ итә. 1945 йылдың 8 апрелендәге бойороҡҡа ярашлы «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия өлкән сержанты Степан Сергеевич Первин 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 15-27 апрелендә Ратенов ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа ҡыйыу гвардеец-кавалерист дошмандың урынлашҡан еренә йәшерен рәүештә үтеп инә һәм дошман тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр ала. 1945 йылдың 26 апрелендә Марцане тораҡ пункты тирәһендә (Ратенов ҡалаһынан 15 километр көньяҡ-көнсығышыраҡ урынлашҡан) күрше полк менән бәйләнештәр булдырып, Степан Первин немец автоматсылары төркөмө менән бәрелешкә инә, бер офицерҙы һәм бер отделениенан ашыу дошман һалдатын юҡ итә, 140 әсирҙе азат итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указына ярашлы «немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» гвардия өлкән сержанты Степан Сергеевич Первин 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры булып китә.

Һуғыштан һуң С. С. Первин Свердловск өлкәһе Туринск ҡалаһында Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә. 1958 йылдың 18 июлендә фәжиғәле һәләк була. Туринскиҙа ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Степан Сергеевич Первин. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 7 июнь 2014.

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.
  • Созвездия Славы. Свердловск, 1975.
  • Солдатская слава. Свердловск, 1985.