Пармузина Агрипина Антоновна

Агрипина Антоновна Пармузина (5 ноябрь 1883 йыл, Новые Вирки ауылы, Курск губернаһы — 4 апрель 1974 йыл, Новые Вирки ауылы, Сумы өлкәһе) — совет колхозсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947). 2-4 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

Пармузина Агрипина Антоновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 ноябрь 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Новые Вирки[d], Путивльский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Новые Вирки[d], Белопольский район[d], Сумы өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены почётная грамота Президиума Верховного Совета УССР

Биографияһы

үҙгәртергә

1883 йылдың 5 ноябрендә Курск губернаһының Новые Вирки ауылында (бөгөн — Украинаның Сумы өлкәһе Белополье районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иртә йәштән ауыл хужалығында эшләй. 1930 йылда «Большевик» колхозына инә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем шунда эшләй. 1933 йылда уны техник культуралар үҫтереү буйынса звено етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Киндер үҫтереү менән шөғөлләнә. 1939 йылда Агрипина Пармузинаның баҫыусылыҡ бригадаһы кок-сагы́з (Астралар ғаиләһенән бәпембә төрөнә ҡараған күп йыллыҡ үлән, каучуклы үҫемлек (Asteraceae)) үҫтереү менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Воронеж өлкәһенә эвакуациялана, бында урындағы колхоздарҙың береһендә эшләй. Сумы өлкәһе азат ителгәндән һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм «Большевик» колхозында сөгөлдөр үҫтереү звеноһы етәксеһе булып эшләй башлай.

1946 йылда Агрипина Пармузина етәкселеге аҫтындағы сөгөлдөр үҫтереү звеноһы һәр гектарҙан 420 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. Был маҡтаулы хеҙмәте өсөн 1947 йылда Агрипина Пармузина Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

1954 йылда Агрипина Пармузинаның звеноһы һәр гектарҙан 550 центнер шәкәр сөгөлдөрө һәм 300 центнер картуф йыйып ала. Был хеҙмәте өсөн ул 1955 йылда икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.

1957 йылда хаҡлы ялға сыға. 1974 йылдың 4 апрелендә Новые Вирки ауылында вафат була һәм урындағы ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (19.03.1947);

- 4 Ленин ордены (19.03.1947; 1948; 06.04.1951; 21.06.1952);

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.02.1939).

  • Был сумщин іменах: Енциклопедичний довідник. — Сумин, 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә