Павлова Мария Васильевна

Павлова Мария Васильевна (15 июнь (27 июнь) 1854 йыл — 23 декабрь 1938 йыл) — рус совет палеонтологы, СССР Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1930; 1925 йылдан мөхбир ағзаһы), Бөтә Украина Фәндәр академияһы академигы (1921).

Павлова Мария Васильевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 15 (27) июнь 1854[2]
Тыуған урыны Козелец[d], Черниговская губерния[d], Малороссийское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 23 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[3][1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Алексей Петрович Павлов[d][2]
Һөнәр төрө палеонтолог, геолог, ғилми-педагогик хеҙмәткәр, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Палеонтология[1], геология[1] һәм антропология[1]
Эш урыны А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү дәүләт халыҡ университеты[2]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[2]
Уҡыу йорто Париж университеты[2]
Киевский институт благородных девиц[d][2]
Сорбонна
Ғилми дәрәжә тәбиғәт фәндәре докторы[d][2]
Ғилми етәксе Годри, Жан Альбер[d]
Аспиранттар Мария Александровна Болховитинова[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү[1], Париж[1] һәм Киев[1]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[4], Украинаның Милли фәндәр академияһы[4], линнеевское общество Лиона[d][5] һәм Московское общество испытателей природы[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
 Павлова Мария Васильевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Васильевна Павлова 1854 йылдың 15 (27) июнендә Козелец ҡалаһында (Чернигов губернаһы, Рәсәй империяһы), Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған земство табибы В С. Гортынский ғаиләһендә тыуа.

1870 йылда Киев намыҫлы ҡыҙҙар институтында урта белем ала. Һуңынан балаларға шәхси дәрестәр бирә башлай.

1871 йылда земство табибы Н. Н. Иллич-Шишацкийға кейәүгә сыға һәм уның менән Әстерханға күсенә. Иптәше 1880 йылда ҡорһаҡ тифынан вафат була.

Мария Васильевна 1884 йылда Сорбоннаға уҡырға инә, А. Годри етәкселегендә Париждың тәбиғи тарих музейындағы коллекцияларҙы өйрәнә. Парижда Мәскәүҙән фәнни командировкаға килгән буласаҡ ире, геология магистры Алексей Петрович Павлов менән таныша. 1886 йылдың 26 майында туй үткәрәләр. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, Мария Черниговҡа ҡайта, ә 1886 йылдың башында А. П. Павлов саҡырыуы буйынса Мәскәүгә күсә, Мәскәү университетының геология музейында, бер үк ваҡытта Лубянка ҡатын-ҡыҙҙар курсында эшләй.

1887 йылда эволюция ҡаҙыныу эштәре барышында табылған тояҡлы имеҙеүселәр эволюцияһы буйынса мәҡәлә баҫтыра. Павлованың беренсе был эше 20 йыл дауам иткән «Этюды по палеонтологической истории копытных» серияһына нигеҙ һала.

1911 йылдан М. В. Павлова Шанявский исемендәге халыҡ ҡала университетының профессоры булып китә. Уның лекцияларын тыңларға хатта Мәскәү университеты студенттары йөрөй башлай. 1916 йылда университет профессорҙарыы М. В. Павловаға зоология докторы ғилми дәрәжәһен бирҙертеүгә өлгәшә.

1919—1930 йылдарҙа Мәскәү университенда уҡыта, беренсе ҡатын-ҡыҙ-профессор була; уҡыу йортонда палеонтология кафедраһы ойоштора һәм уны етәкләй. Павлованың университеттағы лекциялары 1928—1929 йылдарҙа ике томлыҡ «Палеозоология» курсы булараҡ нәшер ителә.

1922 йылда Павлова хәҙерге мөгөҙморондарҙың юҡҡа сыҡҡан туғандарын transouralicum Indricotherium нәҫеле төрөн һүрәтләй, һуңыраҡ ул Paraceratherium transouralicum[6] булараҡ билдәле була.

Төп эштәре тояҡлы һәм торбатомшоҡлолар, башлыса йылҡылар һәм филдәр тарихы буйынса була. Павлованың умыртҡалыларҙы ҡаҙылма тикшереүе — В. О. Ковалевский хеҙмәтенең дауамы. СССР территорияһынан йыйылған һөтимәрҙәрҙең бик күп ҡалдыҡтарын тасуирлай.

Тормош иптәше академик А. П. Павлов менән берлектә Мәскәү университеты ҡарамағында ҙур палеонтология бүлеге булған уҡытыу геология музейын булдыра, унда 1885—1935 йылдарҙа эшләй (хәҙер ул Рәсәй Фәндәр академияһының В. И. Вернадский исемендәге Дәүләт геология музейы).

 
М. В. Павлованың Новодевичье зыяратындағы ҡәбере.

1938 йылдың 23 декабрендә вафат була, Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[7].

  1. Ире (1871) — Иллич- Шишацкий Н. Н. (18??-1880), табип.
  2. Ире (1886) — Павлов Алексей Петрович (1854—1929), геолог, профессор, академик.

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә

РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1928).

Француз геология йәмғиәте Павловтар ғаиләһен француз юғары наградаһы — Годри исемендәге алтын миҙал менән бүләкләй (1926).

СССР Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1930).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте ағзаһы (МОИП, 1888).
  • Мәскәү дәүләт университетында, һуңынан МГРИ-ҙа А. П. һәм М. В. Павловтар исемендәге Геология-палеонтология музейы.

Төп баҫмалары

үҙгәртергә
  • Причины вымирания животных в прошедшие геологические эпохи… — М. — П., 1924 (научно-популярная книга).
  • Палеозоология, ч. 1—2. — М. — Л., 1927—1929. (на основе лекций, прочитанных в университете).

Павлова шулай уҡ Гетчинсондың «Вымершие чудовища» (1899) һәм Неймайрҙың «Корни животного царства» (1897) тип аталған популяр әҫәрҙәрен тәржемә итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Pavlova, Marija Vasil‘jevna // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Любина Г. И. М.В. Павлова в Москве. 1910–1930, M.V. Pavlova in Mosow: 1910–1930 (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2020. — Т. 12, вып. 1. — С. 35—60. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24411/2076-8176-2020-11001
  3. 3,0 3,1 Павлова Мария Васильевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. 4,0 4,1 Фандо Р. А. Московский городской народный университет имени А.Л. Шанявского: у истоков экспериментальной биологии, The A.L. Shanyavsky Moscow City People’s University: at the Beginning of Experimental Biology (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2017. — Т. 9, вып. 4. — С. 57—78. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  5. 5,0 5,1 Ванисова Е. А. Сотрудничество Московского общества испытателей природы и Линнеевского общества Лиона, Cooperation between the Moscow Society of Naturalists and the Linnean Society of Lyon (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2023. — Т. 15, вып. 4. — С. 40—60. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24412/2076-8176-2023-4-40-60
  6. Lucas, S. G. & Sobus, J. C. (1989), "The Systematics of Indricotheres", in Prothero, D. R. & Schoch, R. M., «The Evolution of Perissodactyls», New York, New York & Oxford, England: Oxford University Press, сс. 358–378, ISBN 978-0-19-506039-3, OCLC 19268080 
  7. Кипнис С. Е. Новодевичий мемориал: Некрополь Новодевичьего кладбища. Москва: Пропилеи, 1995. С. 35.

Хронологик тәртиптә:

  • Борисяк А. А., Меннер В. В. Мария Васильевна Павлова // Вестник АН СССР, 1939. № 6. С. 78—80.
  • Памяти М. В. Павловой // Палеонтологическое обозрение. 1939. Выпуск 1.
  • Чаурина Р. А. Мария Васильевна Павлова (1854—1938) // Биология. 2000. № 34.
  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 180—181. — 294 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
  • Бессуднова З. А. Мария Васильевна Павлова. Жизнь в музее // Современные проблемы региональной геологии. Музейный ракурс: Материалы конференции посвященной 150-летию со дня рождения академика А. П. Павлова (1854—1929) и почётного академика М. В. Павловой (1854—1938). М.: Акрополь, 2004. С. 11-16.
  • Лиманова С. А. Личные фонды ученых как хранители и трансляторы научного знания: на примере фондов А. П. Павлова и М. В. Павловой в Архиве РАН // История и архивы. 2019. № 2. С. 85-96.
  • Любина Г. И., Бессуднова З. А. Мария Васильевна Павлова. 1854—1938 / отв. ред. А. С. Алексеев. М.: Янус-К, 2019. 564 с. ISBN 978-5-8037-0770-7, тираж 300 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә