Оҙонгүл (ауыл)

Учалы районындағы ауыл
(Оҙонгүл битенән йүнәлтелде)

Оҙонгүл (рус. Узунгулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 198 кеше[1]. Почта индексы — 453746, ОКАТО коды — 80253848005.

Ауыл
Оҙонгүл
Оҙонгүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Координаталар

53°56′30″ с. ш. 58°49′02″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 848 005

ОКТМО коды

80 653 448 136

Оҙонгүл (Рәсәй)
Оҙонгүл
Оҙонгүл
Оҙонгүл (ауыл) (Башҡортостан Республикаһы)
Оҙонгүл

Географик урыны

үҙгәртергә

1857 йылда Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Ҡаҙаҡҡол ауылының 120 кешенән торған 23 хужалығы үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Оҙонкүл күле янында, яңы ауылға нигеҙ һала. Был ауылдың атамаһы Оҙонгүл (Башҡорт энциклопедияһында Оҙонкүл тип алынған) гидронимдан, күл исеменән, алынған. Әйүп Ҡаҙаҡҡолов тәүге төпләнеүсе була. 1859 йылда ауылда 138 кеше йәшәгән 26 йорт иҫәпләнгән. Совет халыҡ иҫәбен алыу 51 йортта 234 кешене асыҡлай. Йәйләү урындары Ҡарама һәм Шайтар йылғалары буйлап ауылдан 2-3 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша. Дөйөм характеристика Күбәләк улусы ауылдарының XVIII быуаттың 30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килеүен күрһәтә. 1920 йылда ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡта Әхмәтхан Ғәзизов менән Михаил Липунковтың тирмән-болғауыстары була. Халҡы ярым күсмә тормош алып бара, кәсепселек һәм игенселек менән шөғөлләнә[3]. 1866 йылда 26 йортта 134 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән[4].

Оҙонгүл халҡы урман сәнәғәт хужалығында (леспромхоз) хеҙмәт итә. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[5].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 169
1920 йыл 26 август 234
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 272
1959 йыл 15 ғинуар 351
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 160
2002 йыл 9 октябрь 230
2010 йыл 14 октябрь 198 92 106 46,5 53,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Оҙонгүл ауылында башҡорттар йәшәй (100 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

үҙгәртергә

1834 йылда[7] Оҙонгүл ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Көсөк урамы (рус. улица Кучуково)
  • Болон урамы (рус. улица Луговая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Мораткин урамы (рус. улица Мураткина)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[8]

Тарихи ҡомартҡылар

үҙгәртергә

Оҙонкүл буйындағы «Морат» археология ҡомартҡыһына 10000 йәш. Йорттар ергә күмелгән ҙур таш плиталарҙан төҙөлгән. Был Рәсәй территорияһындағы иң боронғо ҡаласыҡ. Ошонда уҡ йәшмәнән яҡынса 20000 әйбер — эш ҡоралдары, ярымфабрикаттар, етештереү ҡалдыҡтары табылған.[9].  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310038000№ 0310038000

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

үҙгәртергә
  • Ыҫмаил менән Дауыт. 1965 йылда Учалы районы Оҙонгүл ауылы башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Рамазанов Ишмөхәмәт Илһам улынан М.Сәғитов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 47, д. 3, л. 16— 19; БХИ, РЛ, № 184; БПЛ, № 125; БНТ, ПЛ, № 209[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 22. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Оҙонгүл (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Оҙонгүл (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. История Учалинского района
  10. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.

Һылтанмалар

үҙгәртергә