Охрид
Охрид (макед. Охрид) — Македония Республикаһы Охрид күленең көнсығыш ярындағы ҡала. Халҡы — яҡынса 55,8 мең кеше . Ҡалала күркәм йорттар һәм һәйкәлдәр күп, ҡала бюджетының төп статьяхы булып туризм тора. Тирананан (Албания) көнсығышҡа һәм Скопьнан көньяҡ-көнбайышҡа урынлашҡан. Күҙаллауҙарҙың береһе буйынса, Охрид атамаһы славян һүҙенән килеп сыҡҡан «на гряде», йәғни «тауҙа» тигәнде аңлата.
Ҡала | |||||
Охрид макед. Охрид | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Статистик төбәк | |||||
Община | |||||
Координаталар | |||||
Ҡала башлығы |
Александар Петрески (Македонияның социал-демократик союзы)[1] | ||||
Элекке исеме |
Лихнидос | ||||
Майҙаны |
389,93 км² | ||||
Бейеклеге |
695 м | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
55749 человек (2006) | ||||
Милли состав |
македондар, албандар, төрөктәр | ||||
Конфессиональ составы |
православие, ислам, католицизм | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+389 46 | ||||
Почта индексы |
6000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
OH | ||||
Рәсми сайт |
ohridinfo.com | ||||
1979-1980 йылдарҙа Охрид һәм Охрид күле ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Тарих
үҙгәртергәЗаманса Охрид ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем II—III быуаттарҙа уҡ билдәле антик (иллиро-македония) Лихнид колонияһы урынында төҙөлгән. Беҙҙең эраға тиклем колония римлеләр тарафынан баҫып алына һәм 518 йылғы ер тетрәүенән һуң тулыһынса тиерлек ҡайтанан төҙөлә, боронғо македония ҡоролмаларынан бары тик мәрмәр бағаналар[2] ғына тороп ҡала.
Адриатик диңгеҙ ярҙарынан Константинополгә тиклем Эгнатьев юлы (лат. Via Egnatia)[3] булараҡ билдәле римлеләр төҙөгән юлда Рим һәм Византия хакимлығы осоронда мөһим сауҙа пункты булып тора. Археологик ҡаҙылмалар ҡаланың күптән христианлыҡ ҡабул итеүен раҫлай. Лихнид Епископтары беренсе дини йыйындарҙа ҡатнаша.
V быуат һуңында — VI быуат башында ҡалала славян халыҡтары күбәйә башлай. 861 йылда Болгария составына инә һәм тиҙҙән хәҙерге атамаһын ала (879 йылда Охрид беренсе тапҡыр телгә алына)[3]. Охридта 886 йылдан алып Кирилл һәм Мефодийҙың уҡыусыһы Изге. Климент Охридский мәғрифәтселек эшен алып бара. Ул Охридта болгар батшаһы Бористың ҡушыуы буйынса грек китаптарын славян теленә тәржемә итеү буйынса китап мәктәбен аса. Тап Охридта беренсе кириллица алфавиты[4] булдырыла тип һанала.
990 йылдан 1015 йылдарға тиклем Охрид Самуил батшаның Болгар ханлығы баш ҡалаһы була. Ҡалала бөгөнгәсә уның ҡәлғәләренең[5] емереклектәре һаҡлана. 990 йылдан 1018 йылғаса Охридтың үҙ патриархияһы була. Шуға ҡарамаҫтан, Охридты 1018 йылда Византия баҫып алғандан һуң, Константинополь патриархына буйһонған Охрид архиепископияһы епискобы ғына ҡала. Византия хакимлығы ваҡытында күп һанлы ҡорамдар төҙөлә.
Иван Асен II (1218—1241) ваҡытында ҡайтанан ойошторолған бойондороҡһоҙ Болгар батшалығы составына индерелә. 1334 йылда серб короле Стефан Душан яулап ала.
1394 йылда ҡаланы Ғосман империяһы оккупациялай һәм ул, яйлап бөлөп[3], 1912 йылға тиклем уның ҡул аҫтында була. XIX быуаттың 40-сы йылдарында рус телсеһе Виктор Григорович, башлыса ҡала халҡын болгарҙар тәшкил итә, шулай уҡ влаш һәм төрөктәр, өлөшләтә гректар һәм албандар[6] бар, тип билдәләй. Болгар этнографы Васил Кынчов мәғлүмәттәре буйынса, XIX быуат аҙағында Охрид халҡы һаны 14 860 кеше була: 8 000 болгар, 5 000 төрөк, 300 албан -мосолмандар, 300 албан-христиандар, 460 волох һәм 600 сиған[7].
1913 йылда, Беренсе Балҡан һуғышы тамамланғандан һуң, Сербияға[3] күсә.
Демографияһы
үҙгәртергә2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Охридта 42 033 кеше йәшәй[8].
Этник составы:
- Македондар, 33 791 (80,4 %)
- Албандар, 2959 (7,0 %)
- Төрөктәр, 2256 (5,4 %)
- башҡалар — 3027 (7,2 %)
Ҡала халҡының туған телдәре:
- Македон теле, 34 910 (83,1 %)
- Албан теле, 3957 (9,4 %)
- Төрөк теле, 2226 (5,3 %)
- башҡалар, 1017 (2,4 %)
Дини составы:
- Православие христиандары, 33 987 (80,9 %)
- Мосолмандар, 7599 (18,1 %)
- башҡалар, 447 (1,1 %)
Тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәр
үҙгәртергә- Антика театры
- Изге Георгий сиркәүе
- Изге София сиркәүе
- Зәйнал Абидин мәсете
- Мөхәммәт пәйғәмбәр мәсете
- Пресвятая Богородица Перивлептос сиркәүе
- Изге Наум Охридский монастыры
- Плаошник — Изге Климент Охридскийҙың төҙөкләндерелгән соборы һәм «университет» емереклектәре
- Самуил нығытмаһы — ҡәлғә
- Захум Богородицаһы Изге Заум ҡорамы
- Изге Иоанн Канео ҡорамы
Был ҡалала тыуғандар
үҙгәртергә- Коста Абрашевич (1879—1898) — серб шағиры
- Анастасиос Пихеон (грек. Πηχεων Αναστασιος, 1830-сы—1913) — географик Македония менән Грецияны ҡушыу өсөн көрәшкән грек революционеры, «Яңы Филика Гетерия»ға нигеҙ һалыусы. Төрөктәр тарафынан Сүриәгә һөрөлә, ҡайтҡас Кастория ҡалаһында төпләнә. Пихеонға 1912 йылда Касторияны грек армияһы азат итеүен күрергә насип була. Ҡалаға иң беренселәрҙән булыр инеүселәр араҡында уның улы Филолай етәкселек иткән отряд та була.
- Александр Протогеров, Эске македон-одрин революцион ойошмаһы (ВМОРО)
- Григор Прличев (1830—1893) — македон сығышлы мәғрифәтсе, яҙыусы һәм тәржемәсе
- Климент Бояджиев (1879—1898) — болгар хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант
- Мишо Юзмески (нәҫеле. 1966) — македон яҙыусыһы, нәшриәтсе һәм фотограф.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Изге Охрид Клименты соборы
-
Плаошник һәм Охрид күле күренеше
-
Урания (һулда) һәм Робевцы (уңда) йорттары
-
Пресвятая Богородица Перивлепта сиркәүе
-
Изге София сиркәүе
-
Изге Николай сиркәүе
-
Изге Богородица Челница сиркәүе һәм Охрид күле
-
Охридта Мөхәммәт пәйғәмбәр исемендәге мәсет
-
Охрид үҙәгендә Зейнал Абидин мәсете
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Нови градоначалници во 46 општини (макед.)
- ↑ «Популярная художественная энциклопедия.» Под ред. Полевого В. М.; М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1986.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия . Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
- ↑ Димитри Хоматиан.
- ↑ Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: У-Фактория. Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. 2006.
- ↑ Григорович, В. Очеркъ путешествія по Европейской Турціи, Москва, 1877
- ↑ Кынчов, Васил. Македония. Этнография и статистика, София 1900, с. 252 (болг.)(болг.
- ↑ Macedonian census, language and religion