Отто Аугуст Штрандман (эст. Otto August Strandman, рус телле сығанаҡтарҙа Страндман тип уҡылыуы мөмкин; 30 ноябрь 1875 йыл, Ванду ауылы, Ундло улусы, Эстлянд губернаһы — 5 февраль[1] [[1941 йыл], Кадрина, Эстон ССР-ы) — эстон дәүләт эшмәкәре.

Отто Штрандман
эст. Otto August Strandman
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Эстония
Тыуған көнө 30 ноябрь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Ванду[d], Кадрина[d], Ляэне-Вирумаа[d], Эстония
Вафат булған көнө 5 февраль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Кадрина[d], Кадрина[d], Ляэне-Вирумаа[d], Эстония
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат, юрист, адвокат, судья
Биләгән вазифаһы премьер-министр Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], министр иностранных дел Эстонии[d], министр сельского хозяйства Эстонии[d], ambassador of Estonia to France[d] һәм депутат Рийгикогу[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Q107484521?
Әүҙемлек урыны Таллин
Сәйәси фирҡә ағзаһы Эстонская рабочая партия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Крест Свободы орден Орлиного креста I класса орден Эстонского Красного Креста II степени орден Эстонского Красного Креста V степени
 Отто Штрандман Викимилектә

Белеме үҙгәртергә

Петербург университетының юридик факультетында уҡый. (18991901), Юрьевск университетының юридик факультетын тамамлай (1903). Тарту университетының (1928) һәм Варшава университетының почетлы хоҡуҡ докторы (1930).

1918 йылға тиклем эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Университетҡа уҡырға инер алдынан Дәүләт банкының ревель контораһында эшләй. 1903—1905 Нарва һәм Ревелдә юрист була. 1904-1905 һәм 1917 йылдарҙа — Ревелдең ҡала думаһы ағзаһы. 1905 йылда революция ваҡиғаларында ҡатнаша, 1905—1909 йылдарҙа Швейцарияла эмиграцияла йәшәй. 1909—1917 йылдарҙа Ревелдә адвокат практикаһы менән шөғөлләнә. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте тарафынан Ревель округ суды прокуроры булып тәғәйенләнә. 1917—1918 йылдарҙа — Эстлянд губернаһының Ваҡытлы земство советы рәйесе.

Бойондороҡһоҙ Эстонияның дипломаты һәм сәйәсмәне үҙгәртергә

  • 1918 йылда— юстиция министры.
  • 1918—1919 йылдарҙа — Эстонияның ваҡытлы хөкүмәте осоронда ауыл хужалығы министры. 1918 йылда германия оккупация ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
  • 1919 йылдың 9 майынан 1919 йылдың 18 ноябренә тиклем — премьер-министр һәм хәрби министр.
  • 19201921 йылдарҙа — сит ил эштәре министры.
  • 1921 йыл — Рийгикогу рәйесе (парламент). Рийгикогуның беренсе — бишенсе саҡырылыш ағзаһы.
  • 1924 йыл — сит ил эштәре министры, һуңынан финанс министры.
  • 19271929 йылдарПольша, Чехославакия һәм Румынияла Эстония илсеһе
  • 1929 йылдың 9 июленән 1931 12 февраленә тиклем — дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы).
  • 19331939 йылдар — Франция, Бельгия, Испания һәм Ватиканда Эстония илсеһе.

Эстон хеҙмәт партияһы лидерҙарының береһе була.

Вафат булыуы үҙгәртергә

1939 йылда тыуған иленә ҡайта һәм үҙенең Кадрина утарында йәшәй. 1941 йылда НКВД-ға килеүгә саҡырыу ҡағыҙы ала, был ҡотолғоһоҙ ҡулға алыныуҙы аңлата, һәм ул атылып үлә.

Наградалары үҙгәртергә

Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн беренсе дәрәжәләге өсөнсө разрядлы Азатлыҡ тәреһе

Библиография үҙгәртергә

  • Эстонский биографический словарь. — Таллин, 2002.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. по другим данным — 16 февраля

Һылтанмалар үҙгәртергә