Осташевская Галина Андреевна
Осташевская Галина Андреевна (29 декабрь 1925 йыл — 13 июнь 2018 йыл) — шәфҡәт туташы, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусы берҙән-бер республика журналисы.
Осташевская Галина Андреевна | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 29 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Проскуровский округ[d], Волочиск[d] |
Вафат булған көнө | 13 июнь 2018 (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Өфө |
Һөнәр төрө | медсестра, яҙыусы, журналист |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Галина Андреевна Осташевская 1925 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1923 йылдың[1][2] 29 декабрендә Украинаның Хмельницкий өлкәһендә тыуған.
Туғыҙ класс һәм мәктәптәге шәфҡәт туташтары курсы белеме менән фронтҡа эләгә, разведкаға йөрөй, яу яланынан яралыларҙы алып сыға һәм уларға тәүге ярҙам күрһәтеп, медсанбатҡа оҙата.
Танк частарында Украинаны, Карпат аръяғын, Польшаны, Венгрияны, Австрияны, Германияны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша[3].
Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Башҡортостанға ебәрелә[3]. Хәҙерге «Китап» нәшриәтендә эшләй.
Галина Андреевна Осташевская 2018 йылдың 13 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[5][2];
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы[5];
- «Германияны еңгән өсөн»[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5].
- Беренсе Украина фронты командующийы Советтар Союзы Маршалы Иван Коневтың Рәхмәт хаты[3].
- СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусы берҙән-бер республика журналисы[3].
- «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1980)[6].
КитаптарыҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Списки ветеранов
- ↑ 2,0 2,1 https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie39491876/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 http://vechufa.ru/public/5883-s-pyatnadcati-let-na-voyne.html
- ↑ Умерла легендарная фронтовичка и журналистка Галина Осташевская. Официальный сайт ОРТ, 13 июня 2018 года (рус.) (Тикшерелгән 26 декабрь 2018)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 http://волонтёрыпобеды.рф/news/5367
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 03.05.1980 N 6-2/124
- ↑ Шла на фронт девчонка…
- ↑ Долгий путь к победе