Омиш (хорв. Omiš) — Хорватияла, Сплит-Далматин жупанияһындағы ҡала. Адриатика яры буйының үҙәк өлөшөндә Сплит (25 км) һәм Макарска (30 км) ҡалалары араһында Цетин йылғаһының диңгеҙгә ҡойған урынында урынлашҡан. Халҡы — 6 565 кеше (2001).

Омиш
Герб
Рәсем
Этнохороним almissani һәм almissini
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Сплитско-Далматинская жупания[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Халыҡ һаны 14 139 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Рязань, Диксмёйде[d], Загорье-об-Сави[d], Гавиржов[d], Сан-Феличе-дель-Молизе[d], Бол, Непомук[d] һәм Попрад[d]
Майҙан 266,2 км²[2],
3,4 км²[2]
Почта индексы 21310[3]
Рәсми сайт omis.hr
Изге ҡурсалаусы Ян Рогач[d]
Номер тамғаһы коды ST
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Omiš[d]
Карта
 Омиш Викимилектә

Цетин йылғаһы тамағы һәм Омиш ҡалаһының өлөшө

Омиш аша адриатик магистраль үтә, ҡаланан Хорватиның ҙур ҡалаларына даими автобустар йөрөй.

Онеон исеме аҫтындағы ауыл рим ваҡыттарынан билдәле булған. VII быуатта райондың бөтә яр буйҙарында славяндар йәшәгән, Макарсканан көньяҡтараҡ диңгеҙгә ҡойған Неретва йылғаһының исеме менән уларҙы неретвандар тип атағандар.

Омиш неретвандарҙың иң ҙур ҡалаларының береһе булған, омиш юлбаҫарҙарына был һыуҙарҙа ирекле йөҙөү өсөн хатта венецианлылар ҙа яһаҡ түләргә мәжбүр булған. Уратып алған өлкә Пагания тип аталған.

XVXVI быуаттарҙа Омиш тирәһендәге ерҙәр тағы ла көрәш аренаһына әйләнә, был юлы Венеция менән Ғосман империяһы араһында, һөҙөмтәлә Омиш Венецияға ҡушыла.

1797 йылда Омиш, бөтә Хорватия кеүек үк, Австрияға ҡушыла.

Югославия тарҡалғандан һуң 1990 йылда Омиш — бойондороҡһоҙ Хорватияның өлөшө.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Стари град ҡәлғәһе — Ҡаланың өҫтөндә тау битләүендә ҡала нығытмалары ҡалдыҡтары. Ярым квадрат башняһы һәм яртылаш емерелгән стеналары һаҡланған.
  • Цетин йылғаһы үҙәне — Цетин йылғаһының бик матур һәм тәрән каньоны, ҡаланан йылға ағымы буйлап юғары ята. Йылғала — һикәлтә. Һыу туризмы өсөн яҡшы урын.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlementСтатистическое бюро Хорватии, 2022.
  2. 2,0 2,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
  3. https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.