Олонец муйыны
Олонец муйыны — Ладога һәм Онега күлдәре араһындағы муйын Рәсәйҙең Карелия Республикаһы һәм Ленинград өлкәһендәге территорияла урынлашҡан, ҡайһы берҙә Онега-Ладога һыу бүленеше атамаһы аҫтында ла билдәле.
Олонец муйыны | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Тарих
үҙгәртергәОлонец муйынына мезолит осоронда уҡ кешеләр ултыра башлаған. Көньяҡ Карелияла таш быуат һәм иртә бронза быуаттың күп һанлы утраҡтары булған. XVII быуат уртаһында Олонец муйынында өс погост барлыҡҡа килгән була: Олонец Раштыуаһы, Остречинский Раштыуаһы, Никольский Шуя погостары.
Олонец Раштыуаһы погосы
үҙгәртергәОлонец Раштыуаһы погосындағы ауылдар йылғалар буйында теҙелеп урынлашҡан һәм уларҙың күптәренең атамалары әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған.
Остречинский Раштыуаһы погосы
үҙгәртергәОстречинский погосы Онега күленең көнбайышында урынлашҡан һәм үҙ эсенә Онега күленең көньяҡ-көнбайыш яр буйын, көньяҡта Юксовский, Брусно һәм Машезеро күлдәрен, шулай уҡ Остречина, Инема һәм Муромля йылғалары бассейнын алып торған.
Погост территорияһында игенселек менән шөғөлләнеү ҡатмарлы булған, шуға күрә Онега күленең көньяҡ-көнбайыш ерҙәре кешеләрҙең төп күсеп ултырған урыны булған, бында сиг һәм башҡа балыҡтарҙы иркен тотоп булған. Боронғо археологик ҡомартҡылар (утраҡтар) Онега күленә ҡойоусы йылға ярҙарында урынлашҡан, шул иҫәптән, Другая река, Рыбрека, Розмега, Тахручей, Вех ручей, Железный ручей, Шокша һәм Уя ярҙарында торған. Утраҡтарҙың төп өлөшө хәҙерге Шелтозеро ҡасабаһына яҡын урынлашҡан, унда б. э. тиклемге VII—VI быуаттарҙа вепстарҙың шелтозерский балыҡ тотоу биләмәләре булған.
Остречинский погосы тураһындағә мәғлүмәттәр XVI—XVII быуаттарҙың яҙма иҫәп китаптарында бар. Был яҙмалар 1563—1566 йылдарҙағы Андрей Лихачев һәм подьячий Ляпун Добрынин китаптарынан башланып киткән. Китап буйынса, Олонец муйынының Остречинский погосы (Олонецтан һуң) тораҡ пункттар һәм ауылдар һаны буйынса икенсе урында торған. 1563 йылда Остречинский погосында 392 ихата һәм 270 ауыл булған, Раштыуа, Таржеполь, Ладва, Шелтозеро һәм Шокша ауылдары бер-береһенә өйкөмләшеп бик яҡын урынлашҡан була. Артабан тораҡ пункттар бары тик Онега күле ярында һәм тимер юлы буйында ғына һаҡланып ҡалға, шуға күрә ауыл XVI—XVII быуатттарҙағы Олонец муйыны территорияһының иң эске торған ауылдары Олонец погосындағы ауылдарҙан айырмалы рәүештә юҡҡа сыҡҡан.
Никольский Шуя погосы
үҙгәртергәУя ҡултығынан алып Онега күленең көнбайыш ярын үҙ эсенә алған Никольский Шуя погосы үҙ эсенә Лососиный күле районын, Сандал күленең көньяҡ өлөшөн, Кондопога ҡултығының төньяҡ өлөшөн, көнбайышта Шуя йылғаһының түбәнге ағымынан алып Пялозероға тиклем, ә көнсығышта Чаж; ярымутрауының яр буйына тиклемге ерҙәрҙе алып торған. Шуяпогосы шулай уҡ Укшозеро, Кончезеро, Мунозеро һыу ресурстарын да үҙ эсенә алған була. Ярҙарға күсенә башлау мезолит осоронан башлап иртә тимер быуатына тиклем дауам иткән.
Олонец муйынында Шуя погосы иҫәп буйынса иң аҙ һанлы погост була. Ауылдар башлыса Шуя, Суна йылғалары һәм күлдәрҙең ярҙарында урынлашҡан була. Шуя погосы ауылдарының атамалары әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған, ауылдары ла юҡҡа сыҡмаған.
Шуя погосында тимер һәм башҡа төр металл эшкәртеү үҫешкән булған, 1707 йылда Кончезерола баҡыр иретеү заводы төҙөлә (аҙаҡ суйын иретеү заводы), шул уҡ ваҡытта, XVIII быуат башында Лососинка йылғаһы тамағында Олонец Петр заводтары барлыҡҡа килә.
Погостың административ үҙәге Шуя йылғаһы янында урынлашҡан булған. 1560-сы йылдарҙа бында ике сиркәү эшләй: Никола Чудотворец һәм «йылы» Иоанн Предтеча сиркәүе, шулай уҡ бында Никольский мәхәлләһе монастырына ҡараған биш амбар һәм ҡоролмалар торған.
Административ бүленеше
үҙгәртергә1801 йылдан алып 1922 йыл аҙағына тиклем Олонец муйыны ерҙәре Олонец губернаһы составына ингән була.
Хәрби хәрәкәттәр
үҙгәртергәXIII быуаттан алып ХХ быуат уртаһына тиклем был территория Швеция һәм һуңынан Финляндияның Бөйөк Новгородҡа, Рәсәйгә һәм СССР-ға ҡаршы алып барылған хәрби хәрәкәттәр аренаһы була.
1581 йылда К. Флеминг етәкселегендә швед отрядының Карелияға ҡаршы походы барышында Олонец муйынындағы күп ауылдар юҡ ителә. 1560 йылда Остречинский погосының иҫәп китабында 267 ауыл һәм 383 йорт ихатаһы яҙылған булһа, швед походынан һуң бында бары тик 98 ауыл һәм 170 йорт ихатаһы ғына тороп ҡалған була. Бола заманының аҙағында 1613—1614 йылдарҙа поляк-литва ғәскәрҙәре Олонецты баҫып алған; бынан һуң бер нисә йыл был территорияны талау менән казактар отрядтары шөғөлләнгән, был турала 1616—1619 йылдарҙа даими рәүештә китаптарҙа: «жильцов побили казаки в разоренье», «двор сожгли и жильца убили казаки в разоренье» тип яҙып ҡуйылған. 1620 йылда Раштыуа погосы монастырь ауылдарын «литва» һәм «немецтар» талаған. 1646—1647 йылдарҙағы китаптарҙа ғына емерелгән хужалыҡтар тергеҙелгән тип билдәләнә.
1560-сы йылдарҙа Шуя погосында 153 ауыл булып, уларҙың торорлоғо 129 булһа, 1582/1583 йылдарҙағы Андрей Плещеев һәм Семен Кузьминдың яҙма китабында погостағы барлыҡ ҡаралтылар ҙа яндырылып юҡ ителгән тип билдәләнә; Кондопогалағы «сиркәүҙе немецтар яндырған», 87 ауыл ғына тороп ҡалған, шулай уҡ «хоромы пожгли немецкие люди» тип яҙылған. Петр Воейков һәм Иван Льговский яҙма китабында (1616—1619 йылдар) һәм Дмитрий Лыков менән Яков Гневашевтың ҡарауылсы китабында (1620 йылда) погостың ике сиркәүе тергеҙелә, әммә элекке монастырь кельялары (хөжрәләре) буш торған тип билдәләнгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Олонец
- Олонец походы
- Олонец хөкүмәте
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кочкуркина С. И. Историко-археологические памятники Онежско-Ладожского водораздела . Дата обращения: 25 ғинуар 2020.. В кн.: Локальные традиции в народной культуре Русского Севера. Материалы IV научной конференции «Рябининские чтения-2003». Сб. научных докладов. Петрозаводск, 2003.
- Амелина Т. П. Этнический состав населения Южной Карелии в XV—XVII веках . Дата обращения: 25 ғинуар 2020.. // Проблемы этнокультурной истории населения Карелии (мезолит — Средневековье). Сб. статей. / Ред. С. И. Кочкуркина, М. Г. Косменко. Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2006. С. 276—303.
Иҫкәрмә
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Топографические карты Карелии . Дата обращения: 25 ғинуар 2020.