Одесса халыҡ-ара кинофестивале
Одесса халыҡ-ара кинофестивале (укр. Одеський міжнародний кінофестиваль) — Одесса ҡалаһында (Украина) йыл һайын июль урталарында үткәрелә торған фестиваль. Беренсе тапҡыр 2010 йылдың 16-24 июлдә үткәрелде.
Одесса халыҡ-ара кинофестивале | |
Нигеҙләү датаһы | 2010 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Урын | Одесса |
Рәсми сайт | oiff.com.ua |
Ай | Июль |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1229 |
Одесса халыҡ-ара кинофестивале Викимилектә |
Тәүге ике йылда фестиваль үҙен үҙенсәлекле юмор менән һуғарылған фильмдар фестивале булараҡ таныта . 2012 йылдан башлап фестиваль йүнәлештәре киңәйтелә, һәм ул үҙен арт-мейнстрим фестивале булараҡ та белдерә:бындай киноларҙың художество кимәле юғары, улар киң аудиторияға иҫәпләнгән була. 2016 йылдан конкурс программаһы тулы өс бүлектән тора: Тулы метражлы фильмдарҙың халыҡ-ара конкурс программаһы, Украин милли конкурс программаһы һәм Европа документаль фильмдар программаһы.
Кино фестивален ойоштороусылар үҙ алдарына амбициоз маҡсаттар ҡуялар: уны Көнсығыш Европала иң мөһим кинофорумдарҙың береһенә әйләндереү һәм Одесса кинофестиваленә «Көнсығыш Европа Канны»[1] тигән исем биреү.
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе Одесса кинофестивале 2010 йылдың 16-24 июлендә үткәрелә, бында тамшасы хөкөмөнә 16 тулы метражлы картина һәм конкурстан тыш өлөшөндә 50-нән ашыу фильм сығарыла[2]. Фестивалдең бөтә төп фильмдары күрһәтелгән һәм мөһим ваҡиғалар үткәрелгән урыны — төп майҙансыҡ — Фестиваль Үҙәге булып, тәүге ике йылда Одессаның «Родина» иҫәпләнә. 2012 йылда үткән өсөнсө фестивалдән башлап, фестивалдең төп майҙансығы ролен 1260 урынлы залы булған Фестиваль Һарайы- Одесса музыкаль комедиялар академиктеатры үтәй башлай. «Родина» кинотеатры Фестивальным үҙәге булып ҡала, унда Украина милли конкурс программаһынын, конкурстан тыш программалар һәм ретроспективтар күрһәтеү ойошторолав, Йәйге киномәктәптең оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Фестивалде асыу һәм ябыу тантананалары, шулай уҡ кинофестиваль өсөн традицион булған «ҡыҙыл юл» да киң билдәле Одесса опера һәм балет театрында — Украинаның иң танылған архитектура ҡомартҡыларының береһендә үткәрелә.
Фестивадең фильмдарҙы күрһәтеү урыны өс төп майҙансыҡта уҙғарыла: Фестивалдәр Һарайы, «Родина» кинотеатрындағы Фестиваль үҙәге, Stella Artois Йәшел театры.
Фестивалдең төп призын булып «Алтын Дюк» һыны һанала, уның шул уҡ исемдәге яңыртылған призы Одессаның билдәле скульпторы Михаил Ревой тарафынан ҡасандыр резонанслы иҫәпләнгән «Алтын Дюк» кинофестивале өсөн булдырылған. Был ваҡиға Одессала 1988 йылда үтә. Тәүге ике йылда Одесса кинофестиваленең төп призы жюри ҡарары буйынса тапшырыла. 2012 йылдан башлап, Одесса кинофестиваленең Гран-приһы тамашасыларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәләренә ярашлы тапшырыла.
Фестивалдә Халыҡ-ара конкурс программаһын баһалаусы һәм Иң яҡшы тулы метражлы фиьмдар, Иң яҡшы режиссура, Иң яҡшы актёрлыҡ эше өсөн бүләктәр тапшырыусы Халыҡ-ара жюри эшләй. 2012 йылдан фестивалдә тағы бер конкурс программаныһы — Украин милли конкурсы барлыҡҡа килә, унда иң яҡшы украин фильмын Украина конкурс программаһы жюриһы билдәләй. 2016 йылдан башлап, Европа документаль фильмдары конкурс жюриһы иң яҡшы тулы метражлы документаль фильмдарҙы ла һайлап ала.
Беренсе фестиваль үткәрелгән ваҡытта уҡ 40 меңдән ашыу тамашасы килә. Киләһе 2011 йылда был динамика ике тапҡырға тиерлек арта: 70 меңдән ашыу тамашасы фестивалде ҡарарға килгән[3], Украина, Рәсәй, Германия, АҠШ, Румыния, Италия һәм башҡа илдәрҙән[4] 450-гә яҡын журналис аккредитация ала. 2012 йылда өсөнсө Одесса кинофестивалендә 100 мең тирәһе тамашасы килгәне асыҡлана, 4500 ҡунаҡ һәм 700 киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитация үткән иҫәпләнә, асыу һәм ябыу тантанаһын телетранцляциялау аудиторияһы 3 миллион самаһы кеше тәшкил итә, программала 40 илдән 85 фильм тәҡдим ителә[5].
Фестиваль сиктәрендә үҙенсәлекле махсус проект . — «Йәйге киномәктәп» йылдам үҫеш ала: оҫталыҡ дәрестәре серияһы, уларҙы фестивалдең танылған ҡунаҡтары киномәктәп тыңлаусылары: кино менән бәйле һөнәр һайлаған студенттар һәм теләк белдергән бөтә кино һөйөүселәр өсөн үткәрәләр. Икенсе фестивалдә «Йәйге киномәктәп» тағы ла бер яңы йүнәлеш — «Сценарий яҙыу оҫтаханаһы»[6] менән тулыландырыла: ҡайһы бер семинарҙар даирәләре сикләнгән сценаристар өсөн ҡарала, улар сценарийҙар конкурсына алдан һайлап алыу буйынса үтә. 2012 йылда уҙғарылған өсөнсө фестивалдә Йәйге киномәктәп сиктәрендә «Тәнкитселәр мәктәбе»[7] лә эшләй.
Һуңыраҡ кинопрофессионалдар өсөн фестивалдә яңы йүнәлештәр ҙә — Кинобаҙар[8], проекттар питчингы һәм Work in progress[9] үткәрелә башлай.
2011 йылда, үҙенең һуңғы эш көнөндә, Одесса кинофестивале абруйлы Халыҡ-ара журналистар берләшмәһенән алдынғылыҡ билдәһе — сит ил матбуғатының Голивуд ассоциацияһынан (Hollywood Foreign Press Association) HFPA алды, уларға «Алтын Глобус» премияһы бирелә . Абруйлы алдынғылыҡ билдәһен фестивалдә HFPA ағзаһы Габриель Лерман тапшыра[10].
2013 йылда үткәрелгән дүртенсе Одесса кинофестивалендә[11] иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы украин фильмы өсөн яңы приз булдырыла[12]. Шулай уҡ 4-се фестивалдә Сергей Параджанов[13] фильмдарының ретроспективаһы ла үткәрелә.
2016 йылдан фестивалдә видеорум эшләй.
Industry Office Film секцияһы сиктәрендә үткән 8-се ОМКФ-ла, кинотаҫмаларҙың тулы метражлы проекттары һәм презентацияларының традицион питчингынан тыш, Work in Progress стадияһында Odesa IFF ScripTeast Series Projects[14] һәм Actor’s Workshop[15] сериалы проекттарының конкурстары ла үтә .
Конкурс программаһы
үҙгәртергәФестивалдең өс конкурс программаһы: тулы метражлы фильмдарҙың Халыҡ-ара конкурс программаһы, украин милли конкурс программаһы,[16] Европа документаль фильмдар конкурсы.
Халыҡ-ара конкурс программаһына үткән йылдың 1 ғинуарынан һуң тамамланған яңы сыҡҡан тулы метражлы фильмдар һайлап алына, бындай фильмдарға ҡарата фестивалдең башланыу ваҡытына уларҙың премьераһы Украина территорияһында күрһәтелмәгән булыу шарты ҡуйыла.
Европа документаль фильмдар конкурсында ҡатнашыу өсөн тулы метражлы документаль фильмдар ҡабул ителә, әммә улар йә тулыһынса, йә мажоритар өлөшөн копродукциялағанда түбәндәге илдәр: Украина, Германия, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Испания, Дания, Польша, Нидерланд, Швеция, Бельгия, Израиль, Австрия, Финляндия, Норвегия, Ирландия, Швейцария, Чехия, Венгрия, Исландия, Греция, Рәсәй, Хорватия, Эстония, Румыния, Болгария, Словакия, Сербия, Босния һәм Герцеговина, Словения, Португалия, Төркиә, Люксембург, Македония, Грузия, Әрмәнстан, Литва, Кипр, Албания, Косово[16] менән берлектә сығарылырға тейеш була.
Комиссия селекция фильмдарын һайлап ала, һайлап алыуҙың төп критерийы булып киң аудиторияға иҫәпләнгән киноның юғары художестволы кимәле тора, ул халыҡ-ара конкурс программаһының төп концепцияһы һанала.
Украина милли конкурс программаһына үткән йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамланған тулы метражлы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы һайлап ала. Украина милли конкурсына фильмдар селекцияһы украин конкурс программаһының һайлап алыу комиссияһы тарафынан атҡарыла.
Фильмдарҙың форматы — пленка (35 мм) йәки цифрлы (DCP).
Жюри
үҙгәртергәКонкурс программаһы фильмдарын халыҡ-ара жюри баһалай, уның составына мәҙәниәт һәм кино эшмәкәрҙәре, билдәле режиссёрҙар, актёрҙар, кино тәнҡитселәре, кинопродюсерҙар инә. Жюри рәисен фестиваль дирекцияһы билдәләй[16].
2011 йылдан алып 2013 тиклем, халыҡ-ара жюри менән бер рәттән, халыҡ-ара FICC (приз «Дон Кихот»)[17] киноклубтары федерация жюриһы ла, «Украин лабораторияһы» (Иң яҡшы украин фильмы өсөн Николай Шустов исемендәге премия) эшләй.
2016 йылдан фестивалдә конкурс программаһының халыҡ-ара жюри, Милли конкурс программа жюриһы, Европа документаль фильмдары конкурсы жюриһы һәм кинопрессалар (FIPRESCI) федерацияһынының халыҡ-ара жюриһы, ә профессиональ секция сиктәрендә — Питчинг һәм Work in Progress[18] жюриһы эш алып бара.
Бүләкләүҙәр
үҙгәртергәОдесса халыҡ-ара кинофестиваленең төп призы — «Алтын Дюк» һыны һәм 10 000 евро күләмендәге аҡса. Был приз режиссёрға тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһенә ҡарап бирелә[16].
Халыҡ-ара конкурс программаһы жюриһы премиялар һәм приздарҙы түбәндәге категориялар буйынса тапшыра:
• Иң яҡшы фильм (фильм режиссёрына 5 000 евро күләмендәге аҡсалата бүләкләү һәм «Дюк ОМКФ» һыны)
• Иң яҡшы режиссёр (фильм режиссёрына 3 000 евро күләмендәге аҡсалата бүләк һәм «Дюк ОМКФ» һыны)
• Иң яҡшы актёрлыҡ эше (актёрға бүләккә 2000 евро аҡсаһәм «Дюк ОМКФ» һыны бирелә)
Жюриҙың ике өҫтәлмә бүләк биреү хоҡуғы бар:
• Жюриҙың махсус бүләктәре
Милли конкурс программаһы жюриһы түбәндәге категориялар буйынса бүләктәр тапшыра:
• Иң яҡшы тулы метражлы украин фильмы өсөн «Алтын Дюк» һыны (картина режиссёрына 100 000 гривна күләмендәге аҡсалата бүләк)
• «Тулы метражлы украин фильмы» категорияһында иң яҡшы режиссёрлыҡ эше өсөн «Дюк ОМКФ» һыны (картина режиссёрына 60 000 гривна күләмендә аҡсалата бүләк)
• Иң яҡшы актёрлыҡ эше өсөн «Дюк ОМКФ» һыны (картинаның режиссёрына 50 000 гривна күләмендә аҡсалата бүләк)
•Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм өсөн «Дюк ОМКФ» һыны (картинаның режиссёрына 50 000 гривна күләмендә аҡсалата бүләк)
Милли конкурс жюриһы тағы бер өҫтәмә бүләк тапшыра ала:
• Ҡайһы ла булһа фильмға йәки ижади төркөм ағзаһына жюриҙың Махсус дипломы
Европа документаль фильмдары Конкурсы жюриһы түбәндәге категорияҙа приздар тапшырыуы ихтимал:
• Иң яҡшы документаль фильмы өсөн «Алтын Дюк» һыны (картина режиссёрына 2 000 евро күләмендә аҡсалата бүләк)
Европа документаль фильмдары конкурсы жюриһы тапшырырға мөмкин:
• Ҡайһы ла булһа фильмға йәки ижади төркөм ағзаһына жюриҙың Махсус дипломы
2010—2012 йылдарҙа фестивалендең төп приздары менән бер рәттән, халыҡ-ара FICC киноклубы федерацияһы жюриһының шулай уҡ «Дон Кихот» призы тапшырыла, ә 2012 йылдан — халыҡ-ара кинопресса (FIPRESCI) федерацияһының дипломдары .
Конкурстан тыш программа
үҙгәртергәТөп конкурстан тыш, фестивалдә шулай конкурстан тыш бүлектәр ҙә бар: донъя кимәлендәге кинофестивалдәрҙең һуңғы хиттарынан күп кенә кинофорумдар өсөн традицион «Фестивалдәр фестивале» программаһы, кино сәнғәтенең иң резонанслы әҫәрҙәренең эксклюзив премьералары («Гала-премьера» бүлеге), шулай уҡ махсус күрһәтелгәндәре, ретроспективалар, һ. б.
Махсус ваҡиғалар
үҙгәртергәИң тәүге фестивалдән башлап, махсус иң ҙур ваҡиға булып Одессаның танылған Потемкин баҫҡысында үткәрелгән уның резонанслы open-air иҫәпләнә, ул фестиваль кисәләренең береһендә асыҡ һауалағы өлкән кинотеатрға әйләнә. Open-air- традицияға ярашлы, кинофестивалдең икенсе көнөндә үткәрелә һәм15 000 тамашасы йыя [1] 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
1- се Одесса кинофестивале-2010 ваҡытында Потемкин баҫҡысы сиктәрендә йәнле симфоник оркестр оҙатыуында Сергей Эйзенштейндың «Броненосец Потемкин»[19] шедеврының демонстрацияһы үтте, ул опен-эйрҙар фестивале традицияһына башланғыс һалды. 2011 йылда Потемкин баҫҡыстарында үткән 2-се ОМКФ ваҡытында шулай уҡ симфоник оркестр оҙатыуында, әҫәрҙәренең тулы версияһы Фриц Лангтың «Метрополис» (1927г)[20] шедеврының тулы версияһы күрһәтелдә, һәм уны 2 меңдән ашыу тамашасы ҡарарға йыйылды. 2012 йылда уҙғарылған өсөнсө фестивалдә, симфоник оркестр оҙатыуында Потемкин баҫҡысында Чарли Чаплиндың «Өлкән ҡала уттары» фильмы күрһәтелә, уны тамашасыларға артистың ҡыҙы — актриса Джеральдин Чаплин[21] тәҡдим итә. 2013 йылда Фридрих Мурнауҙың «Ҡояш ҡалҡышы» кинопоэмаһы күрһәтелә. Потемкин баҫҡыстарының 5-се ОМКФ ваҡытында Альфред Хичкоктың «Шантаж» кинотаҫмаһы күрһәтелеүгә сығарыла. 6-сы ОМКФ ваҡытытында, 2015 йылда, Дзига Вертовтың «Киноаппарат тотҡан кеше» фильмы күрһәтелһә , ә 2016 йылда Артур Бертелеттың «Шерлок Холмс» фильмы симфоник оркестр уйнаған Дональд Сосин музыкаһы менән оҙатыла. Потемкин баҫҡысында үткән 8-се ОМКФ ваҡытында Жюльен Дювивьеның «Дама бәхете» кинотаҫмаһы күрһәтелә, ул Эмиль Золяның 1930 йылдаяҙылған ошо уҡ исемле романы мотивтары буйынса ҡуйылған була. Кинофильм канад композитры Габриэль Тибодоның музыкаль яҡтан йырсы Софи Фурнье башҡарған вокал партиялар менән биҙәлә [2] 2017 йыл 11 октябрь архивланған..
2011 йылғы икенсе фестивалдән башлап, тамашасылар шулай уҡ тағы бер open-air нөктәһе алыуға өлгәшә: Ланжерон һөҙәгендә һәр кис һайын асыҡ һауала һәр теләгән кеше өсөн кино күрһәтеү ойошторола. 2017 йылдан Ланжерон һөҙәгендә күрһәтелгән open-air Stella Artois Йәшел театрында үткәрелә башлай.
2014 йылғы фестивалдә Рәсәй төрмәһендә ултырған украин режиссёры Олег Сенцов өсөн матди ярҙам йыйыу ойошторола.[22]
Профессиональ секциялар
үҙгәртергәFilm Industry Office секцияһы профессиональ аралашыу, ярҙам итеү һәм украин кинопроекттарын һәм киноиндустрияһын үҫешен тәьмин итеү, шулай уҡ халыҡ-ара берләшмәләрҙә украин киноиндустрияһын презентациялау өсөн дә платформа булараҡ барлыҡҡа килә.
Секция сиктәрендә «предпродакшн» стадияһында булған тулы метражлы кинопроекттарҙың питчингы үткәрелә, шулай уҡ Work in Progress проектыттарының — кинотеатраль прокат өсөн планлаштырылып, етештереүҙең финал стадияһында булған тулы метражлы фильмдарҙың презентацияһы үткәрелә.
Дистрибьюторҙар, баерҙар, фестивалдең һайланып алынғандары, киноучреждение һәм махсуслашҡан кинокомпаниялар вәкилдәре, инвесторҙар, фильм авторҙары (актёрҙар, режиссёрҙар, сценаристар, операторҙар, рәссам-ҡуйыусылар), продюсер секцияның ҡатнашыусы булыу хоҡуғына эйә [3] 2017 йыл 6 октябрь архивланған..
Йәйге киномәктәп
үҙгәртергәОдесса кинофестиваленең махсус проект — «Йәйге киномәктәп»[23] киновуз студенттары, шулай уҡ башҡа һөнәр үҙләштергән студенттар һәм башҡа үҙен кино белгесе тип иҫәпләгән һәр кем өсөн уҙғарыла. Фестиваль барышында «Йәйге киномәктәп» ҡатнашыусылары өсөн донъя киноиндустрияһы профессионалдары — ОМКФ ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.
Был ваҡыт эсендә ОМФК сиктәрендә Голливуд актёрҙары РутгерХауэр, Джон Малкович[24] һәм Майкл Мэдсен, кинорежиссёрҙар Питер Гринуэй, Кшиштоф Занусси, Вадим Перельман, Отар Иоселиани[25], Вира Муратова, Йос Стеллинг, Тодд Солондз, Нана Джорджадзе[24], Александр Митта[24], Сергей Соловьев, актёр һәм режиссёр Ежи Штур, актриса Джеральдина Чаплин, режиссёр һәм сценарист Агнешка Холланд, киноведтар Андрей Плахов, Наум Клейман, актёр Эйдан Тернер, режиссёр Сергей Лозница, режиссёр Кристиан Петцольд, актриса Сибель Кекилли, актриса Ада Роговцева, актёр Эрик Робертс, актриса Жалклин Биссет, актёр Дени Лаван һәм башҡалар[26] моҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Фильмдарҙың кисәһе
үҙгәртергәОдесса кинофестиваленең тығыҙ фетиваль көндәренең тамамланышы булып Одесса клубтарында, ресторандарында йәки асыҡ һауала һәр кис үткәрелгән сағыу кисәләр тора.
Ҡунаҡтарҙы төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар — элиталы джаз кисәләренән алып, йәш командаларҙың һәм популяр йәш диджейҙарҙың демократик концерттарына тиклемге сығыштар көтә.
Фестиваль еңеүселәре
үҙгәртергә2010 йыл — иң яҡшы фильм өсөн төп приз «Алтын Дюк» — «16 йәшкә тиклемге балалар өсөн…», режиссёры Андрей Кавун Рәсәй Федерацияһы[27].
2011 йыл — иң яҡшы фильм өсөн төп приз «Алтын Дюк» — «Шуҡ бала», режиссёры Селин Сьяма Франция[28].
2012 йыл — Гран-при «Алтын Дюк» — «Һындырылғандар», режиссёр Руфус Норрис Бөйөк Британия [29].
Иң яҡшы украин фильмы өсөн «Алтын Дюк» призы — «Ҡапҡа аҫты чемпиондары», режиссёры Ахтем Сейтаблаев Украина[30].
2013 йылда — Гран-при «Алтын Дюк» һәм Иң яҡшы фильм өсөн приз — «Географ глобусты һатып эскән», режиссёры Александр Велединский Рәсәй Федерацияһы.
Иң яҡшы украин фильмы өсөн «Алтын Дюк» призы — «Параджанов», режиссёрҙары Елена Фетисова һәм Серж Аведикян Украина, Грузия, Әрмәнстан, Франция[31].
2014 йыл — гран-при «Алтын Дюк» — «Мотивацияһы ноль», режиссёры Талья Лави Израиль. Иң яҡшы фильм өсөн приз — «Һуҡырҙарса осрашыу», режиссёры Леван Когуашвили Грузия Украина.
Иң яҡшы фильм өсөн «Алтын Дюк» призы — «Ай тотолғанда» («Ҡараңғыланыу»), режиссёры Валентин Васянович Украина[31]
2015 йыл — Гран-при «Алтын Дюк» — «Мустанг», режиссёры Дениз Гамзе Ергювен Төркиә. Иң яҡшы фильм өсөн приз — «Йырҙар йыры», режиссёры Ева Нейман
Иң яҡшы украин фильмы өсөн «Алтын Дюк өсөн» призы — «Йырҙар йыры», режиссёры Ева Нейман Украина[31][31]
2016 йыл — Гран-при «Алтын Дюк» — «Кем яна, яна, яна…», режиссёры Чания Баттон Бөйөк Британия. Иң яҡшы фильм өсөн прих — «Законһыҙҙар», режиссёры [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D0%B4%D1%80%D0%B8%D0%B0%D0%BD%D1%83_%D0%A1%D0%B8%D1%82%D1%82%D0%B0%D1%80%D1%83(недоступная ссылка) Адриану Ситтару] Румыния.
Иң яҡшы фильм өсөн «Алтын Дюк» призы — «Әберсен ояһы», режиссёры Тарас Ткаченко Украина[31].
2017 йыл — Гран-при «Алтын Дюк» — «Белгия халҡы короле», режиссёрҙары Петер Броссенс, Джессика Вудворт Бельгия, Нидерланд, Болгария. Иң яҡшы фильм өсөн приз — «1993 йылдың йәйе», режиссёры Карла Симон Испания
2018 йыл —Гран-при «Алтын Дюк» — «Хрусталь», режиссёры Дарья Жук Беларусь, Германия, АҠШ, Рәсәй. Иң яҡшы фильм приз — «Йәлләү», режиссёры Бабис Макридис Греция, Польша
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Президентының Онлайн-конференцияһы гәзите редакцияһы Одесса кинофестивалендә «комсомольская правда в Украина»(недоступная ссылка)
- ↑ Первый Одесский международный кинофестиваль открывается на Украине РИА-Новости от 16 июля 2010
- ↑ Одесса киңәйтеү кинофестивалендә «Proficinema» 23 июль 2011
- ↑ Одесса кинофестивале-2011: һандар һәм факттар «Фокус» 25 июль 2011
- ↑ Фестиваль тураһында — мәғлүмәт менән рәсми сайты 2012 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Сценарный оҫтаханаһы ОМКФ — мәғлүмәт менән рәсми сайты
- ↑ Кино тәнкитсеһе омкф2012 мәктәп — мәғлүмәт менән рәсми сайты 2012 йыл 5 август архивланған.
- ↑ Одесса кинофестивале Кинорынок — мәғлүмәт менән рәсми сайты 2012 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Питчинг кинофестивале Одесса — мәғлүмәт менән рәсми сайты 2012 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Сит ил матбуғаты танылған голливуд ассоциацияһы ОМКФ журнал «Фокус» 28 июль 2011
- ↑ Яңылыҡтар ОМКФ-2013 «Глобус Одессала» 2012 йыл 13 ноябрь архивланған. менән 4 октябрь 2012
- ↑ Украина өсөн яңы кино кинофестивале одесса приздар булдырҙы. Мәғлүмәт менән рәсми сайтта 2012 йыл 28 ноябрь архивланған. 8 ноябрь 2012
- ↑ Сергей фильмдары кинофестивале күрһәтә параджанов одесса ретроспективаһында «Натали» 2012 йыл 28 октябрь архивланған. 25 октябрь 2012
- ↑ Киноиндустрия / Про Odesa IFF ScripTeast Series Projects . oiff.com.ua. Дата обращения: 5 октябрь 2017. 2017 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Киноиндустрия / Об Actor's Workshop 2017 . oiff.com.ua. Дата обращения: 5 октябрь 2017. 2017 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 Одесса кинофестивале Регламент 2016 йыл 2 сентябрь архивланған. // фестивалдең рәсми сайты
- ↑ Буйынса мәғлүмәт менән рәсми сайты(недоступная ссылка)
- ↑ Жюри 2016 . Официальный сайт фестиваля. Дата обращения: 28 август 2016. 2016 йыл 20 август архивланған.
- ↑ "Броненосец «Потемкин» Потемкин баҫҡысы «Kinote.info» 2011 йыл 31 октябрь архивланған. 1 июль 2010
- ↑ Одессала фильм күрһәтелде тергеҙеү версия Метрополис «Корреспондент.net» 19 июль 2011
- ↑ Чарли чаплин ҡыҙға одесса килә кинофестивалендә «Нескәлектәр» , 22 май, 2012
- ↑ For Ukrainian director Oleg Sentsov, a battle with no end in sight . Los Angeles Times (16 июль 2014).
- ↑ Йәйге фестивале киношкола одесса — мәғлүмәт менән рәсми сайты 2012 йыл 4 сентябрь архивланған.
- ↑ 24,0 24,1 24,2 Был режиссёрҙың оҫталығына класс Одесса Kinopoisk.ru баш 21.07.2011
- ↑ Икенсе Халыҡ-Ара Кинофестивале Одесса. Мастер-класс Отар Иоселиани «Кино-театр.» 19 июль 2011
- ↑ Мастер-кластар өсөн Одесса КИНОФЕСТИВАЛЕНДӘ «Kinote.info» 2018 йыл 9 октябрь архивланған. 14 июль 2010
- ↑ Гран-при ала одесса кинофестивалендә фильм беренсе «… тиклем 16 бала» «кинопрокатчик Бюллетень»(недоступная ссылка) 15-18 баш июль 2010
- ↑ Иң яҡшы фильмдары кинофестивале башланды одесса француз таҫмаһы «Ҡыҙыҡай-сорванец» «Интерфакс-Украина»(недоступная ссылка) 23 июль 2011
- ↑ Атай гран-при яуланы Одесса кинофестивалендә «Корреспондент.net» 21 июль 2012
- ↑ Жюри еңеүселәрҙе иғлан одесса беренсе кинофестивалдә «Корреспондент.net» 21 июль 2012
- ↑ 31,0 31,1 31,2 31,3 31,4 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .