Обухова Надежда Андреевна

Надежда Андреевна Обухова (22 февраль (6 март) 1886, Мәскәү, Рәсәй империяһы14 август 1961, Феодосия, Ҡырым өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (меццо-сопрано). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).[3]

Обухова Надежда Андреевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 март 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 август 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Феодосия, Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Обухова Надежда Андреевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Надежда Андреевна Обухова 1886 йылдың 22 февралендә (6 мартта) Мәскәүҙә тыуған[3] . Дворян ғаиләһенән килеп сыҡҡан, уның ата-бабаларының береһе Е. А. Баратынский булған[4] (уға туған ейәнсәр, оләсәһе Елизавета Ильинична һәм Е.А. Баратынский – ике туғандар). Ике туған ағаһы Н.Б.Обухов— композитор.

Бала сағы Тамбов губернаһының Хворостянка ауылында, А.С.Мазараки йәмғиәтенең Воронежда Рус музыкаль бүлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған олатаһының имениеһында үтә

1912 йылда П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы тамамлай (У.А.Мазетти класы) һәм концерт йырсыһы булараҡ сығыш яһай башлай. 1916 йылда опера сәхнәһендә Полина («Пиковая дама», П. И. Чайковский) партияһында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Опера сәхнәһендә нығынып, Ҙур театр йырсыһы булараҡ 1943 йылға тиклем эшләй.

Рус вокал мәктәбе вәкиле. Йырсының матур һәм бай тембрлы тауышы ғәйәт киң диапазон менән айырыла: контральт партияларҙан алып юғары меццо-сопраноға тиклем башҡара.

Төрлө йылдарҙа йырсының партнерҙары булып П. И. Словцов, Л. В. Собинов, В Р. Петров, Ан. А. Иванов, И. С. Козловский һәм башҡалар тора.

Йырсының тормошонда концерт эшмәкәрлеге ҙур урын биләй. Репертуары төрлө һәм күп ҡырлы була, унда 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар, Л.ван Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһынан, А.Скрябиндың Беренсе симфонияһынан, В.А. Моцарттың Реквиемынан меццо-сопрано партиялары иҫәпләнә.

Ҡазан, Харьков, Минск, Һарытау, Горький, Иваново, Ярославль ҡалаларына гастролдәргә сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙә ҡала һәм сығыштарын, шул иҫәптән Бөтә Союз радиоһында ла дауам итә.

«Пиковая дама» (дирижер С. Самосуд, 1937), «Кенәз Игорь» (дирижеры - А. Мелик-Пашаев, 1941) һәм «Ҡарһылыу» (дирижеры Алексей Кондрашин, 1946) операларын яҙҙырыуҙа ҡатнаша.

Надежда Обухова Андреевна 1961 йылдың 14 авгусында Феодосияла вафат була (башҡа сығанаҡтар буйынса - 15[5])[3]. Мәскәүҙә [6] Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 3)[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Республиканың атҡаҙанған артисы (1928)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1933)[8]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — театр-вокал сәнғәте өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн
  • Ленин ордены (1937)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951, 1961)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Миҙалдар «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә»
  • «Борис Годунов» , М. П. Мусоргский — Марина Мнишек
  • «Хованщина» М. П. Мусоргский — Марфа
  • «Кенәз Игорь» , А. П. БородинКончаковна
  • «Май төнө» Н. А. Римский-Корсаков — Ганна
  • «Снегурочка», Н. А. Римский-Корсаков — Яҙ
  • «Садко», Н. А. Римский-Корсаков — Любава
  • «Батша кәләше» Н. А. Римский-Корсаков — Любаша
  • «Кащей Бессмертный» Н. А. Римский-Корсаков — Кащеевна
  • «Салтан батша тураһында әкиәт» Н. А. Римский-Корсаков — Туҡыусы
  • «Мазепа» П И. ЧайковскийЛюбовь
  • «Пиковая дама» П И. Чайковский — Полина
  • «Өс әфлисунға һөйөү» . С. С. ПрокофьевКлариче
  • «Кармен», Ж. БизеКармен
  • «Аида» , Дж. ВердиАмнерис
  • «Самсон һәм Далила» К. Сен-Санс — Далила
  • «Иоланта» П И. Чайковский — Лаура
  • «Алтын Рейн» Р. ВагнерЭрда
  • «Демо» А.Г. Рубинштейн — Фәрештә
  • «Валькирия» Р. Вагнер — Фрикка
  • Мәскәүҙә Брюсов тыҡрығында, 1936 йылдан 1961 йылға тиклем ул йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • 2004-2018 йылдарҙа Липецк ҡалаһында Н.Обухова исемендәге йәш вокалсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтә[9], 2019 йылда Феодосия ҡалаһында халыҡ-ара статусында конкурс үткәрелә[10].
  • Уның исемен «Обухова» астероиды (9914) һәм Венерала «Обухова» кратеры аталған
  • 2011 йылдан Феодосияла Н.А.Обухова тормошона һәм ижадына арналған беренсе асыҡ «Фестиваль-Конкурс» старт ала, уның нигеҙендә рус вокал мәктәбен пропагандалау ята. Фестивалде Ҡырымдың атҡаҙанған артисы Е. Заславский ойоштора. Фестиваль йыл һайын үткәрелә, ул һәр төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан академик вокал башҡарыусыларҙы йыя. http://akademfest.ru/

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #205262, Record #179526002 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 18. Никко — Отолиты. 1974. 632 стр., илл.; 24 л. илл. 6 л. карт.
  4. Обухова Надежда Андреевна Москва: Энциклопедия гл. ред. С. О. Шмидт; сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев.— М.: Большая российская энциклопедия, 1997.— 976 с— 100 000 экз.— ISBN 5-85270-277-3</.
  5. Могилы Знаменитостей. Виртуальный некрополь
  6. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Том 3. Корто — Октоль. 1104 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1976 год
  7. Могила Н.А. Обуховой на Новодевичьем кладбище 2018 йыл 10 июль архивланған.
  8. Архивированная копия. Дата обращения: 15 февраль 2011. Архивировано 21 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  9. Надежда Обухова
  10. IX Международный фестиваль-конкурс вокального искусства им. Н.А. Обуховой

Библиография

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә