Носков Александр Куприянович

Александр Куприянович[1] Носков (27 август 1872) , Уральск, Ырымбур губернаһы — 1961, Өфө) — Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм эшләгән беренсе ғалим-биогеограф, крайҙа юғары белем биреүҙе ойоштороусыларҙың береһе, ботаника, география буйынса, шул иҫәптән Ырымбур буйынса ла, бик күп фәнни эштәр авторы, Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһы гербарийының (бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биология институты Гербарийы) беренсе мөдире. Әле лә А. Носков уның иң алдынғы коллекторҙарының (үҫемлектәрҙе йыйыусы) береһе булып иҫәпләнә. Уның тарафынан күләме 6 мең биттән торған (1930 йылда МДУ-ға бүләк ителә) уникаль гербарий йыйыла. 1920 йылда ғалим етәкселегендә Башҡортостан буйынса беренсе тапҡыр комплекслы экспедициялар ойошторола, уның һөҙөмтәләре Көньяҡ Уралды ботаник-географик районлаштырыуҙы эшләгәндә файҙаланыла. Носков беренсе тапҡыр республика территорияһында быға тиклем теркәлмәгән бик күп үҫемлектең үҫеүен асыҡлай, бик һирәк үҫкән төрҙәр урыны табыла һәм артабан улар Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелә. Ғалимдың гербарийы, баҫма хеҙмәттәре юғары көпшәле үҫемлектәрҙең айырым һәм төркөмдәре менән эшләүсе флорист-системалаусылар өсөн мөһим материал булып тора. Тимәк, А. К. Носковты Башҡортостандың һәм тотош Көньяҡ Урал төбәгенең, тимәк, Рәсәйҙең флораһы һәм үҫемлектәр донъяһын белеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Носков Александр Куприянович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 август 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Уральск, Уральская область[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1961
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР

Совет осоронда башҡорт биогеографияһы пионеры А. К. Носковтың исеме онотолоуға дусар була, тәүге биографик характерҙағы публикациялар 1990 йылдарҙа ғына күренә. 2017 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең эш планы проектына А. К. Носковтың музейын ойоштороу буйынса саралар индерелә. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли музейында А. К. Носковҡа арналған ваҡытлы экспозиция эшләй (белешмәне С. Ю. Семенова төҙөй)

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы — бер динле (единовер) сауҙагәр Носков Куприян Сергеевич, 1878 йылда Уральскиҙа мәрхүм була.

Әсәһе — Мәскәү мещаны Софья Ивановна, тол ҡалғас, туғандарында экономка булып эшләй, 1921 йылда Уральскиҙа вафат була.

Ағаһы — Носков Сергей Куприянович, 1921 йылға тиклем Уральскиҙа ерләнә. Хәрби булыуы 1905 йылда Алыҫ Көнсығышта, Харбинда, тимер юлын хунхуз бандаларынан һаҡлауҙа ҡатнашыуы ихтимал.

Ҡатыны — Мария Гавриловна, атаһы яғынан Кармазина (07.01.1878—1960 йылға тиклем, Өфө).

Улы — Носков Гавриил Александрович (Благовещен, Өфө губернаһы, 5 ноябрь 1898—1946, Мукачево, Украина ССР-ы), агроном, аҡ эмигрант, 1908—1913 йылдарҙа — буласаҡ билдәле аҡ эмигрант Струве Алексей Петрович, Э. һәм Р. Талдәр менән Тенишев училищеһында уҡый, 1914—1916 — уҡыуын Өфө реаль училищеһында (уҡытыусыһы П. И. Свешников), 1917—1918 — Новочеркасскиҙа Дон политехник институтында белем эстәй. 1926 йылда «рус акцияһы» программаһы буйынса Прагала Чех юғары техник училищеһында агроном дипломы ала. 1930 йылдар — Чехия Карпаттары аръяғында агрономия курстары мөдире һәм лекторы, аҡ эмигранттарҙың рус агрономдары берлеге ағзаһы (1921—1939 йй. Бөгөн дә рус инженерҙары союзы ҡарамағында эшләп килә). Прагала Г. Носков рус профессоры, инженер-технолог А. С. Ломшаков ғаиләһе менән яҡындан аралаша.

Ҡыҙы — Носкова Татьяна Александровна (Ырымбур, 7 апрель, 1904 йыл — Өфө, 1985) — Ленинград дәүләт университетын тамамлай, Башҡорт дәүләт университетының география уҡытыусыһы. 1953 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Агробиология институтының Е. В. Кучеров етәкселегендә ботаника экспедицияһында ҡатнаша (Урал аръяғында — Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары — мал аҙығы әҙерләнгән ерҙәрҙе өйрәнеү).

Өфөләге Гоголь урамы, 22-се йортта 1920-се йылдарҙа Носковтар ғаиләһе йәшәй.

Урал хәрби гимназияһында уҡый (1882—1891). 1896 йылда Мәскәү Император университеты (ИМУ) физика-математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлеген Беренсе дәрәжә диплом менән тамамлай. Университетта белем алғанда үҙ инициативаһы менән билдәле профессорҙар-географтар Д. Н. Анучин, Э. Е. Лейста шөғөлләнә, 1911 йылда Мәскәү Император университетында география магистры дәрәжәһенә — диссертация, 1945 йылда Мәскәү дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Һөнәри эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1896—1897 — Өфө губернаһы Благовещен ҡалаһындағы уҡытыусылар семинарияһында тәбиғи фәндәр уҡытыусыһы.

1899—1901 — Ирбитта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында тәбиғи фәндәр уҡытыусыһы.

1902—1908 — Ырымбур ирҙәр гимназияһында география уҡытыусыһы.

1902—1903 — Ҡырғыҙ уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта.

1908—1914 — Тенишев училищеһында эшләй.

1912—1914 — Фребелев курстары лекторы.

1913 — Петербургта Веденск коммерция училищеһы уҡытыусыһы.

1909—1910 — Санкт-Петербург Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре.

1914—1919 — Өфө коммерция училищеһы директоры.

1914—1924 — Өфө сауҙа мәктәбе инспекторы. 1920—1923 — Өфө Сәнәғәт-иҡтисад техникумы уҡытыусыһы.

1919—1928 — Халыҡ мәғарифы институтының (ИНО) штаттағы лекторы.

1922—1931 — Өфөлә рабфак лекторы.

1928—1930 — СССР Фәндәр академияһы комплекслы экспедицияһының (Өфө) Башҡортостан ботаника (Мәсәғүт һ. б.) отрядтары начальнигы.

1930—1934 — Башҡортостан берҙәм климат гидрометеорология хеҙмәте идаралығында сектор мөдире.

1932—1936 — Тупраҡ-ботаника бюроһында (бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты Гербарийы) тәүге гербарий мөдире һәм коллекторы (гербарий йыйыусы). 1934 — инструктор-үҙәк комиссия типолог РСФСР Наркомземы Үҙәк комиссияһының Башҡортостандың мал аҙығы майҙандарын инвентаризациялау буйынса инструктор-типологы. 1934 — «Эшһеҙлеге, теорияны даими рәүештә практикаға ғаршы ҡуйыуы өсөн» тигән яҙыу менән эштән бушатыла. 1934—1936 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты (БСХА) уҡытыусыһы.

1935—1951 — К. Тимирязев исемендәгеБашҡорт педагогия институты уҡытыусыһы.

1945—1951 — Башҡорт педагогия институтының тәүге география кафедраһы мөдире.

1937 йылдың 3 октябрендә «география уҡытыуҙа советтарға ҡаршы теориялары өсөн» эштән бушатыла.

8 май, 1938 — вазифаһында тергеҙелә.

1952 — пенсионер.

1961 — Өфөлә Сергиев зыяратында ерләнә.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Өсөнсө дәрәжә Изге Станислав ордены (1905).
  • Өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены (1909).
  • «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1948).
  • «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе (1945).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

А. К. Носков — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән гербарийҙарын да индереп, авторы

  1. Носков А. К. Бирск и его окрестности. — М., 1913.
  2. Носков А. К. Уфа и её окрестности // Труды Ботанического сада АН СССР. — 1931. Том 42. Вып. 2. С. 181—209.
  3. Носков А. К. Материалы к флоре Башкирии// Русский ботанический журнал. 1909.
  4. Носков А.К. В Южном Урале // Землеведение. 1913. 1916.
  5. Носков А.К. Экскурсия в Южноуральские горы // Естествознание в школе. № 1. 1926.
  6. Носков А. К. статьи / — Хозяйство в Башкирии. — Уфа., изд.- 1931.
  7. Носков А. К. Материалы к флоре Оренбургской губернии. Башкирия/ Русский ботанический журнал. — Спб. 1910.
  8. Носков А. К. Материалы общества по изучению Башкирии // Башкирский краеведческий сборник. Уфа. 1926—1930. Под редакцией Свинченского. Международный каталог русской книги № 3,4. 1912—1926.
  9. Носков А.К. Автореферат канд. Диссертации «Материалы о познании растительности северо-востока Башкирского Предуралья». — МГУ. 1945.
  10. Носков А.К. Материалы к флоре Востока Европейской России (Стерлитамакский уезд)// Известия Оренбургского отдела ИРГО. — Оренбург. 1909. Вып.21.
  11. Носков А. К. Pro domo sua // Изв. Оренб. отд. Император. рус. геогр. о-ва. Оренбург, 1909. Вып. XXI. С. 181.
  12. Носков А. К. Материалы к флоре Оренбургской губернии. Башкирия // Русский ботанический журнал. — СПБб, 1910.
  13. Носков А. К. Материалы к весенней флоре окрестностей г. Оренбурга (весна и начало дета 1903 г.). Статья 1-ая // Изв. Оренб. отд. Император. рус. геогр. о-ва. Оренбург, 1907. Вып. XX. С. 79-92.
  14. Носков А. К. Осень 1905 г. (Ботанический очерк) // Изв. Оренб. отд. Император. рус. геогр. о-ва. Оренбург, 1907. Вып. XX. С. 137—148.
  15. Носков А. К. В южном Урале: материалы к географии растений юга Уральских гор // Землеведение. 1913. Кн. IV. С. 61-94.
  16. Начатки геологии : Общедоступ. введ. и наставление к пр-ву геол. наблюдений / И. Вальтер, проф. геологии и палеонтологии в ун-те в Галле; Перевел и дополнил А. К. Носков. — Петроград : Просвещение, [1915]. — IV, [4], 154 с. : черт.; 24.
  17. Носков А. К. Работа Месягутского геоботанического отряда в 1928 г. Уфа, Госплан Башкирской АССР. 1929 г. Хранится в библиотеке МГУ.
  18. Носков А. К. Работа Месягутского геоботанического отряда АН СССР// Хозяйство Башкирии. № 10-13. 1939.
  19. Носков А. К. Геологическая карта Урала. Труды БАК?? 1939или 33.
  20. Гербарий МГУ. Коллекция Носкова А. К., охватывающая период с 1903 по 1927 г. В составе гербария коллекции из различных регионов: Уфимская, Оренбургская, Войска Донского, Тверская, Петербургская губернии/области. Основная часть коллекции — около 3.300 листов — из Уфимской и Оренбургской губерний/областей. Поставлено в 1930 г. в дар от коллектора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. иногда употребляется Киприянович
  1. Кучеров Е. В. Носков — ботаник и краевед // Башкирский край и его народы. Тезисы республиканской конференции. Уфа. 1990. С. 93-94.
  2. Носков А. К. Коллекция: Уфимская интеллигенция. Фонд № 307. Дело № 2. Поступления 1993—1994 гг. Документальный фонд Национального музея Республики Башкортостан.
  3. Савинова Т. Н. Из истории ботанических исследований Оренбурга. Александр Куприянович Носков (1872—1961) // Вестник УрО РАН. Наука. Общество. Человек. 2013. — № 4. — С. 69-77. http://vk.com/doc47517574_287896187?hash=9fc3d7704c95ae9887&dl=2502fa5e8951bb4f9c
  4. Семенова С. Весточки из «русской» Праги // Бельские просторы. № 7. 2007. С.118-123. http://hrono.ru/text/2007/sem02_07.html
  5. Семенова С. Исследователь природы Урала (Носков А. К.)// Башкирский край, Сб. ст. вып. № 5. Сост. Роднов М., Акбулатов И., Гвоздикова И. Уфа. 1994. С. 71-79.
  6. Семенова С. Пионер биогеографии Башкирии / Отечество. Декабрь 16, 2016 http://www.otechestvo-ufa.ru/?p=7255 2017 йыл 7 август архивланған.
  7. Соколов Д. Н. Ботанико-географические заметки // Изв. Оренб. отд. Император. рус. геогр. о-ва. Оренбург, 1916. Вып. XXV.
  8. Ергин Ю. В. Мулдашев А. А. Носков, Александр Куприянович // Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 4. Л-О. 2008
  9. Япаров И. М. Физическая география // Сайт «Энциклопедия Башкирии»: http://ufa-gid.com/encyclopedia/fiz_gegr.html?sphrase_id=23598

Һылтанмалар

үҙгәртергә