Чех техник университеты

Прагала Чех техник университеты (чех České vysoké učení technické v Praze) — Чехияның баш ҡалаһы Прагалағы университет. Үҙәк Европаның иң боронғо техник университеты һәм донъяның иң боронғо граждан техник юғары уҡыу йорто[12]. 1707 йылда Австрия империяһы императоры Иосиф I тарафынан нигеҙләнгән.

Чех техник университеты
чех České vysoké učení technické v Praze
Нигеҙләү датаһы 1707
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы České vysoké učení technické v Praze[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы ČVUT
Описание девиза Scientia potentia est[d]
Девиз тексы Scientia est potentia
Дәүләт  Чехия
Административ-территориаль берәмек Прага
Ойошма ағзаһы Ассоциация инженерных университетов Европы[d], ORCID[d][2][3], Европа университеттары ассоциацияһы[d][4], CESNET[d], Partnership of a European Group of Aeronautics and Space Universities[d], Conference of European Schools for Advanced Engineering Education and Research[d], EuroTeQ[d], Association of Libraries of Czech Universities[d][5], Европейская академическая сеть университетов АСЕАН[d][6] һәм BEST[d]
Уҡыусылар һаны 19 080
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Высокая школа[d]
Бойһонған ойошма (филиал) University Centre for Energy Efficient Buildings of Czech Technical University in Prague[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Прага, Чехия[7]
Нигеҙендәге текст Q19531465?
Ҡулланылған тел чех теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Республики
Диапазон IPv6 2001:718:0:2::/64[8] һәм 2001:718:2::/48[9]
Адрес Jugoslávských partyzánů 1580/3[10]
Рәсми сайт cvut.cz
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 4716
Эндпоинт API idp2.civ.cvut.cz/idp/shi…[11]
Карта
 Чех техник университеты Викимилектә

Чех техник университеты Чех Республикаһында иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора — 2008 йылдың 13 февраленә ҡарата бында 22 934 студент белем алған. Уҡытыу чех һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар араһында күп кенә билдәле Европа ғаимдары бар, шул иҫәптән Кристиан Доплер, Владимир Прелог һәм башҡалар.

Университеттың төп кампусы Прага ҡалаһында Дейвице районында урынлашҡан. Бында юғары уҡыу йорттары өсөн биналар төҙөү ҡарары 1920-се йылдарҙа Беренсе Чехословакия Республикаһы осоронда ҡабул ителә, һуңыраҡ ул Антонин Энгель проекты буйынса тормошҡа ашырыла. 2009 йылдың сентябрендә университет территорияһында Чех милли техник китапханаһы асылған.

Барлыҡ факультеттар студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн WiFi аша интернетҡа сығыу урыны бирә, университет территорияһында Eduroam проекты эшләй.

Чех техник университеты күп кенә компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, улар араһында Toyota, Skanska, Bosch, Siemens, Honeywell, GE, Rockwell, ABB Group, McKinsey, DaimlerChrysler, Škoda Auto, Ericsson, Vodafone һәм башҡалар бар.

 
Чех техник университеты церемониялары урта быуат университет традицияларына ярашлы башҡарыла

Прага традицион рәүештә инженер эшенең үҙәге була, техник белем Богемияла оҙайлы традицияларға эйә. Прагалағы техник университетының тарихы 1707 йылға ҡарай, шулай итеп ул донъяның иң боронғо граждан техник юғары уҡыу йорто[12].

1707 йылда Австрия империяһы императоры Иосиф I тарафынан Прагала «Ҡатлам инженер мәктәбе» (чех stavovská inženýrská škola) нигеҙләнгән. Әкренләп ул техник училищеһы тип үҙгәртеп ҡорола, һуңынан 1803 йылда политехник институты статусын ала. Был ваҡиға Карл университеты проффессоры Франтишк Йозеф Герстнерҙың эшмәкәрлеге менән бәйле, Париждағы политехник мәктәп уға өлгө булған[13].

Герстнер яңы институттың иң беренсе директоры булып китә. Институтты билдәле инженерҙар шул иҫәптән Франц Антон фон (Франтишек Антонин) Герстнер, Ян Пернер тамамлай. Механиканы Йозеф Божек уҡытҡан[13].

1863 йылда институт юғары уҡыу йорто статусына эйә була, ә 1865 йылда чех һәм немец өлөштәренә бүленгән. 1870-се йылдарҙа архитектор Игнац Войтек Ульман проекты буйынса Карл майҙанында институттың яңы бинаһы төҙөлгән. 1879 йылда ойоштороу үҙгәрештәре була, шул иҫәптән атамаһы «Прагала Чех юғары техник мәктәбе» (чех Česká vysoká škola technická v Praze) тип үҙгәртелә. 1901 йылда уҡыу йорто техник фәндәре докторы дәрәжәһен биреү хоҡуғын алған[13].

Хәҙерге атамаһы 1920 йылда барлыҡҡа килгән, был ваҡытта университет 7 юғары уҡыу йорттарын берләштергән; 1945 йылдан һуң уларҙың ҡайһылары үҙаллы булып киткән.

Университетта күп кенә билдәле шәхестәр эшләгән, улар араһында ғалим Кристиан Доплер — 1837—1847 йылдарҙа математика һәм ғәмәли геометрия профессоры булған.

 
Университет камупсының төп бинаһы, Прага-2 районының Карл майҙаны
 
Масарик ятағы

[[Файл:Rectorate CTU in Prague.jpg|thumb|250px|Университет ректораты]

Факультеттары

үҙгәртергә
  • Төҙөлөш факультеты (Fakulta stavební, FSv)
  • Машиналар эшләү факультеты (Fakulta strojní, FS)
  • Электротехника факультеты (Fakulta elektrotechnická, FEL)
  • Ядро физикаһы факультеты (Fakulta jaderná a fyzikálně inženýrská, FJFI)
  • Архитектура факультеты (Fakulta architektury, FA)
  • Транспорт факультеты (Fakulta dopravní, FD)
  • Биомедицина инженерияһы факультеты (Кладно ҡалаһында, Fakulta biomedicínského inženýrství, FBMI)
  • Информацион технологиялар факультеты (Fakulta informačních technologií, FIT)

Университеттың башҡа подразделениелары

үҙгәртергә

институттар:

  • Клокнер исемендәге институт (Kloknerův ústav, KÚ)
  • Масарик исемендәге юғары тикшеренеүҙәр институты (Masarykův ústav vyšších studií, MÚVS)
  • Физик үҫеш һәм спорт институты (Ústav tělesné výchovy a sportu, ÚTVS)

университеттың башҡа подразделениелары:

  • Информацион һәм иҫәпләү үҙәге (Výpočetní a informační centrum, VIC)
  • Технологиялар һәм инновациялар үҙәге (Technologické a inovační centrum, TIC)
  • Техник һәм эксперименталь физика институты (Ústav technické a experimentální fyziky ČVUT, ÚTEF)
  • Инвестициялар һәм төҙөлөш эшмәкәрлеге институты (Útvar výstavby a investiční činnosti ČVUT, ÚVIČ)
  • Үҙәк китапхана (Ústřední knihovna ČVUT, ÚK)(недоступная ссылка)
  • Ректорат (Rektorát ČVUT, RČVUT)
  • Ятаҡтар һәм ашханалар буйынса идаралыҡ (Správa účelových zařízení, SÚZ)
  • «Чех техникаһы» нәшриәте (Česká technika, CTN)

1987 йылда университет милкенә Прагалағы Вифлеем часовняһы күскән, ул бынан алып тантаналы саралар һәм студенттарҙың имматрикуляцияһын уҙғарыу өсөн файҙаланыла.

Сит илдә уҡыу һәм стажировка

үҙгәртергә

Университет бер нисә сит ил юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөгән һәм Erasmus менән Leonardo халыҡ-ара программаларында ҡатнаша. Уҡыу программаларының ҙур өлөшө инглиз телендә өйрәнергә мөмкин.

Университеттың баш кампусы Дейвице районында урынлашҡан. Төп ятаҡтар (5,5 меңдән ашыу урын) Страгов, Прага 6 райондарында урынлашҡан, уларҙан баш кампусҡа автобус менән 11 минутта барып етергә мөмкин. Башҡа райондарҙа ла ятаҡтар бар. Чехия техник университеты ятаҡтары урындарының дөйөм һаны — 8 меңдән ашыу.

Барлыҡ ятаҡтарҙа студенттар өсөн интернет селтәренә сығыу урыны бирелгән [14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә