Яңы Табын

(Новотабынск битенән йүнәлтелде)

Яңы Табын (рус. Новотабынск) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауыл Советы составындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан ҡасаба.

Яңы Табын
Яңы Табын
Рәсми атамаһы Яңы Табын
Халыҡ һаны 115 кеше (1968)
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге таулы урманлы ерендә урынлашҡан. Климаты бер аҙ ҡоро. Ландшафты һоро урман тупрағындағы һәм көлһыу ҡара тупраҡтағы ҡатнаш урмандарҙан (ҡайын, уҫаҡ, саған) тора[1]. Географик координаталары:54°01′53″ т. к. 56°28′33″ к. о.HGЯO.

Яңы Табын ҡасабаһына яҡын ятҡан тораҡ пункттар: Сәйетбаба, Красноусол, Бурлы, Аҡкүл, Табын, Яңы Бурлы, Родина, Берёзовка, Архангел, Павловка, Әхмәт, Победа, Кузьма - Александровка, Героевка.

Географик урыны

үҙгәртергә

Ҡасабанан алыҫлыҡ[2] (1 ғинуар, 1969):

- район үҙәгенә (Красноусол) тиклем: 30 км,

- ауыл Советы үҙәгенә (Табын) тиклем: 8 км,

- яҡындағы Аҡ Күл тимер юл станцияһына тиклем: 47 км

2005 йылда Ғафури районында 4 ҡасаба бөтөрөлә.

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

ст.1

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы юҡҡа сығарырға:

16) Ғафури районында:

а) Бельский ауыл Советының Вольная Жизнь ҡасабаһын;

б) Үтәк ауыл Советының Красно-Кармальский ҡасабаһын;

в) Табын ауыл Советының Яңы Табын ҡасабаһын;

г) Красноусол ауыл Советының Срытая Гора ҡасабаһын

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 115 кеше йәшәгән; башлыса урыҫтар[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  2. 2,0 2,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.136.
  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.136.