Вольная Жизнь
Вольная Жизнь (рус. Вольная Жизнь) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Бельский ауыл Советының 2005 йылда бөтөрөлгән ҡасабаһы.
Вольная Жизнь | |
Вольная Жизнь | |
Рәсми атамаһы | Вольная Жизнь |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 194 кеше (1968) |
Географияһы
үҙгәртергәВольная Жизнь ҡасабаһы Ағиҙел йылғаһы яры буйында, хәҙерге Цапаловка ауылы эргәһендә урынлаша.
Географик урыны
үҙгәртергәҠасабаның күрше тораҡ пункттарға араһы[1]:
район үҙәгенә тиклем (Красноусол): 15 км
ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Инйылға): 4 км
яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 15 км
Табын ауылы ауыл советы үҙәгенә тиклем: 15 км[2].
Тарихы
үҙгәртергә1952 йылдың 1 июненә ҡарата Вольная Жизнь ҡасабаһы Табын ауыл Советына инә[2].
Ҡасаба 1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата — Бельский ауыл Советында була[1].
2005 йылда Ғафури районында 4 ҡасаба бөтөрөлә. «Тораҡ пункттарҙың төҙөлөүенә, берләшеүенә, бөтөрөлөүенә һәм статусын үҙгәртеүгә, административ үҙәктәрҙе күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында" 2005 йылдың 20 июлендәге 211-ТРЗ һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы хәбәр итә:
ст.1
4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:
16) Ғафури районында:
а) Бельский ауыл Советының Вольная Жизнь ҡасабаһын;
б) Үтәк ауыл Советының Ҡыҙыл Ҡармалы ҡасабаһын;
в) Табын ауыл Советының Яңы Табын ҡасабаһын;
г) Красноусол ауыл Советының Срытая Гора ҡасабаһын
Халҡы
үҙгәртергә1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Вольная Жизь ҡасабаһында 194 кеше тәшкил иткән; башлыса урыҫтар йәшәгән[1].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәШәхси ярҙамсы хужалыҡ.
Транспорт
үҙгәртергәВольная Жизнь ҡасабаһы Табын ауылына табан Инйылғанан һәм Рус Сасыккүленән барыусы юл сатында урынлашҡан[3][4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская АССР:
административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.134. - ↑ 2,0 2,1 Башкирская АССР:
административно-территориальное деление на (на 1 июня 1952 г.). Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. С.316. - ↑ http://etomesto.com/map-ufa_administrativnaya-1953/?x=56.310586&y=53.911343
- ↑ http://etomesto.com/map-atlas_n501_ural/?x=56.329469&y=53.910031
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.316.
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.134.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.