Новосёлова Александра Васильевна

Новосёлова Александра Васильевна (10 март (23 март) 1900 йыл, Верезино ауылы, хәҙер Тверь өлкәһе Кашинский районының Леушинский ауылы биләмәһе — 27 сентябрь 1986 йыл, Мәскәү) — ғалим-химик-неорганик, СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, (1970) Сталин (1948) һәм СССР Дәүләт (1981) премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).

Новосёлова Александра Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 10 (23) март 1900
Тыуған урыны Верезино[d], Кашинский уезд[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө Органик булмаған химия, химия[1] һәм Аналитик химия[1]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Александра Васильевна Новосёлова Рыбинск ҡалаһында гимназияны тамамлай, унан һуң балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй. Һуңғараҡ уның үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа:

« Мәктәп эскәмйәһенән... әле, ә мин Рыбинск ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыным, шул саҡта уҡ мин тәбиғи фәндәр менән ҡыҙыҡһына инем. Белемде дауам итергә хыялландым. Әммә гимназияны тамамлағандан һуң балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләнем, бында төп массаны ҡарауһыҙ ҡалған балалар тәшкил итә ине, күптәре уларҙың психик тайпылыш менән. Тап шунда мин психиатр булырға ҡарар иттем. 1919 йылда Мәскәүгә килдем. Балалар йортона эшкә килдем һәм Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға индем. Дөйөм алғанда, балалар мине үҙ итте, ҡабаттан тәбиғи фәндәр менән осрашҡас, мин башҡа өлкәлә күберәк файҙа килтерәсәгемә инандым һәм 1920 йылдан Мәсекәү дәүләт университетының физика-математика факультетына күстем, унда мин яҡшы кешеләр менән таныштым. Тап МДУ-ла миңә фәнгә ишек асылды».

Төп ҡыҙыҡһыныуы уның химия була, эште химия лабораторияһындағы эш менән бергә алып бара.

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлағас, ул почётлы академик И. А. Кабулков тәҡдиме буйынса дөйөм һәм физик химия аспирантураһына уҡырға инә.

Һуғыш йылдарында Александра Васильевна ҡыҙҙары менән Татарстандың Ҡырым ауылына эвакуациялана. Унда урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан ире, эксперименталь медицина профессоры Михаил Иванович Ушаков эшләгән ергә, Томскиға китә.

1943 йылдың көҙөндә ире үлгәс, Мәскәүгә ҡайта, Мәскәү дәүләт университетының химия факультетының органик булмаған химия кафедраһында эшләй.

1986 йылдың 27 сентябрендә вафат була. Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнә[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1944 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1943) докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1946 йылда профессор дәрәжәһен ала.

30-сы йылдарҙа башында илдә һирәк металдар сәнәғәте үҫешә башлай.

Новосёлова синтез ысулдары эшләү , фаза диаграммаларын, һирәк элементтарҙың төрлө берләшмәләренең төҙөлөшөн һәм физик-химик үҙенсәлектәрен, айырыуса бериллий берләшмәләрен тикшереү менән шөғөлләнә.

Мәскәү дәүләт университетының яңы клмплексы төҙөлә башлағандан алып 1949 йылда Александра Васильевна Новосёлова химия факультеты деканы була (был вазифала 1955 йылға тиклем ҡала), ул туранан-тура факультеттың яңы бинаһын йыһазландырыу менән шөғөлләнә, уны планлаштыра, ойоштора, ә һуңынан уға күсеүҙе ойоштора

1953 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул тоҙ тигеҙлектәре лабораторияһы менән етәкселек итә.

Бериллийҙың ауыр иреүсән берләшмәләрен химик газ транспорт реакциялары ысулы синтезлау проблемаһын хәл итә һәм СССР-ҙа беренче тапкыр (Б. П. Соболев менән бергә) бериллий, цинк, алюминий, марганец силикаттарының монокристалдарын ала.

Новосёлова ярым үткәргестәртәрҙең физик-химик тикшеренеүҙәр мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уның тырышлығы менән 1958 йылда МДУ-ла (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1962 йыл) СССР-ҙа беренсе булған ярым үткәргестәрҙең химияһы проблемалы лабораторияһы булдырыла. 1981 йылда был лаборатория эш һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт премияһы менән билдәләнә.

Уның етәкселеге аҫтында 200-ҙән ашыу дипломы эштәре башҡарыла, 70 кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлана, уның уҡыусылары араһында —10 химия фәндәре докторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Сталин премияһы (1948) бериллий химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр циклы өсөн.
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (21.03.1980)
  • Өс Ленин ордены (1951, 1970, 1980)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1975)
  • СССР дәүләт премияһы (1981) ярым үткәргестәр химияһын тикшеренеүҙәре өсөн.
  • Мәскәү университетының М. В. Ломоносов исемендәге премияһы (1970).
  • Миҙалдар.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ул 740 мәҡәлә, 4 монография, 1 дәреслек баҫтырып сығара.

  • Фтористый бериллий и фторобериллаты, «Успехи химии», 1959, т. 28, в. 1;
  • Новоселова А. В., Баранцева Л. Р. Аналитическая химия бериллия 4Be, / АН СССР, Ин-т геохимии и аналит. химии им. В. И. Вернадского. — М.: Наука, 1966. — 223 с.: черт.
  • Новоселова А. В. Редкие металлы и их применение. — М.: Знание, 1966. — 32 с.
  • Synthese von Silikaten durch chemische Transportreaktionen, «Kristall und Technik», 1967, Bd 2, Н. 4, S. 511;
  • Physico-chemical study of the germanium, tin, lead chalcogenides, «Progress in Solid State Chemistry», 1972, v. 7, р. 85 (совм. с др.).
  • Новоселова А. В., Пашинкин А. С. Деление пара летучих халькогенидов металлов / АН СССР, Ин-т общ. и неорг. химии им. Н. С. Курнакова. — М.: Наука, 1978. — 110 с.: граф.
  • Новоселова А. В. Методы исследования гетерогенных равновесий: Учеб. пособие для хим. спец. ун-тов. — М.: Высш. шк., 1980. — 166 с.: ил.
  • Зломанов В. П., Новоселова А. В. P-T-x-диаграммы состояния систем металл-халькоген / АН СССР, Ин-т общ. и неорг. химии им. Н. С. Курнакова; Отв. ред. В. Б. Лазарев. — М.: Наука, 1987. — 207 с.: ил.
  • Новоселова А. В. Фазовые диаграммы, их построение и методы исследования. — М.: Изд-во МГУ, 1987. — 150 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Герои Социалистического Труда Тверской области

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә