Органик булмаған химия

Органик химия — химияның барлыҡ химик элементтарҙың һәм уларҙың органик булмаған берләшмәләренең тәҙөлөшөн, реакция һәләтен һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Был өлкә органик матдәләрҙән башҡа (бер нисә ябай, ғәҙәттә, органик булмағандарға ҡараған органик ябай берләшмәләрҙән тыш, углерод ингән берләшмәләр класы[1]) үҙ эсенә барлыҡ химик берләшмәләрҙе ала. Углеродлы органик һәм органик булмаған берләшмәләр араһында айырма ҡайһы бер күҙаллауҙар буйынса ирекле[2]. Органик булмаған химия химик элементтарҙы, уларҙан барлыҡҡа килгән ябай һәм ҡатмарлы матдәләрҙе (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнә. Заманса техника материалдарын булдырыуҙы тәьмин итә. 2013 йылға ҡарата билдәле органик булмаған матдәләр һаны 500 мең тирәһе

Органик булмаған химия
Өйрәнеү объекты неорганическое соединение[d]
Схематичная иллюстрация
Ҡапма-ҡаршыһы органик химия
 Органик булмаған химия Викимилектә

Органик булмаған химияның теоретик нигеҙе булып тора периодик закон һәм уның буйынса эшләнгән Менделеевтың периодик системаһы тора. Органик булмаған химияның төп бурысы — заманса техника талап иткән кәрәкле яңы материалдар булдырыу ысулдарын эшләү һәм фәнни яҡтан нигеҙләү.

Рәсәйҙә органик булмаған химия өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының А. В. Николаев исемендәге Ограник булмаған химия институты (ИНХ СО РАН, Новосибирск), [1] Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты (ИОНХ РАН, Мәскәү), Керамика материалдарының физик-химик проблемалары институты (ИФХПКМ, Мәскәү), «Бик ҡаты материалдар» Фәнни-техник үҙәге (НТЦ СМ, Троицк) һәм башҡа учреждениелар шөғөлләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре журналдарҙа баҫыла («Органик химия журналы» 2016 йыл 4 март архивланған. һ. б.).

Төшөнсә тарихы

үҙгәртергә

Органик булмаған химияһы атамаһы тарихы химияның элементтарҙы, берләшмәләрҙе, шулай уҡ тере булмаған нәмәләрҙән барлыҡҡа килгән матдәләрҙең реакцияһын тикшереү менән шөғөлләнгән өлөшөн күҙаллауҙан барлыҡҡа килә. Әммә ваҡыт үтеү менән 1828 йылда абруйлы немец химигы Фридрих Велерҙың аммоний цианатының (NH4OCN) органик булмаған берләшмәһенән мочевина синтезлауы тере һәм тере булмаған тәбиғәт араһындағы сиктәрҙе юя. Мәҫәлән, тере йән эйәһе бик күп органик булмаған матдә етештерә. Икенсе яҡтан, бөтә органик берләшмәләрҙе лабораторияларҙа синтезларға мөмкин. Әммә химияны өлкәһендә бүлергә кәрәк һәм был бик көнүҙәк, сөнки органик химия һәм органик булмаған химияла матдә төҙөлөшө айырыла. Был һәр тармаҡта тикшеренеү ысулдарын һәм алымдарын ябай ғына системалау мөмкинлеге бирә.

Химик элементтарҙың классификацияһы

үҙгәртергә
 
Рәсәй, 2009: периодик системаһы Д. И. Менделеевтың периодик системаһы, 1871 йыл. Почта маркаһы

Химик элементтарҙың периодик системаһы (Менделеев таблицаһы) — элементтарҙың төрлө үҙенсәлектәрен атом ядроһы зарядына бәйле билдәләүсе химик элементтар классификацияһы. Система 1869 йылда рус химигы Д. И. Менделеев булдырған периодик закондың график сағылышы булып тора. Уның тәүге вариантын Д. И. Менделеев 18691871 йылдарҙа эшләй һәм элементтарҙың үҙенсәлеген уларҙың атом ауырлығына бәйле урынлаштыра. Бөтәһе периодик системаның бер нисә йөҙ вариантын тәҡдим итә[3]. Хәҙерге вариантында элементтар ике өлөшлө таблицанан ғибәрәт, уның һәр бағанаһы (төркөм) төп физик-химик үҙенсәлектәрҙе билдәләй, ә юлдар билдәле кимәлдә бер-береһенә оҡшағанлыҡты күрһәтеүсе периодтар.

Ябай матдәләр

үҙгәртергә

Ирекле хәлдә тик бер химик элемент атомдарының торған матдәләр. Атомдар араһында ниндәй химик бәйләнеш булыуға ҡарап, органик булмаған химияла ябай матдәләр ике төп төркөмгә бүленә: металдар һәм неметалдар. Металдар өсөн металл химик бәйләнеше хас, неметалдар өсөн кавалент бәйләнеш. Металдар һәм неметалдар араһында һиҙелерлек радикаль айырма юҡ икәнен дә әйтеп китергә кәрәк. Был төркөмдәргә йәнәш металға оҡшаған һәм неметалға оҡшаған төркөмдәрҙе лә бүлеп йөрөтәләр. Бер үк химик элемент атомдарынан төрлө ябай матдәләр барлыҡҡа килеү күренешен аллатропия тип атайҙар, барлыҡҡа килгән һәр ябай матдәне аллатропик модификация тип атайҙар. Әгәр был күрешен төрлө молекулалар состав менән бәйле булһа — состав аллатропияһы тип; кристалдарҙа атом һәм молекулалар урынлашыуы менән бәйле булһа — форма аллатропияһы тип билдәләнә.

Металдар

үҙгәртергә

Мета́лдар (от лат. metallum — шахта, рудник) — юғары йылылыҡ һәм электр үткәреүсәнлеге, ҡаршылыҡтың ыңғай температура коэффициенты, юғары пластик һәм ялтырауығы булған химик элементтар төркөмө.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. К неорганическим соединениям углерода обычно относят некоторые соли (карбонаты, цианиды, цианаты, тиоцианаты) и соответствующие им кислоты, а также оксиды углерода, карбонилы металлов и карбиды.
  2. Spencer L. Seager, Michael R. Slabaugh. Chemistry for Today: general, organic, and biochemistry. // Thomson Brooks/Cole, 2004. — Р. 342. ISBN 0-534-39969-X
  3. В книге В. М. Потапов, Г. Н. Хомченко «Химия», М. 1982 (стр. 26) утверждается, что их более 400.
  • Капустинский А. Ф. Очерки по истории неорганической и физической химии в России. М.-Л., 1949
  • Жамбулова М. Ш. Развитие неорганической химии (Историко-методологический аспект). Алма-Ата, 1981.- 187 с.
  • Неорганическое материаловедение в СССР. Под ред. И. В. Тананаева — Киев: Наукова думка, 1983. — 720 с.
  • Популярная библиотека химических элементов. Т. 1,2. / Под ред. И. В. Петрянова-Соколова — М.: Наука, 1983. — 575 с., — 572 с.
  • Реми Г. Курс неорганической химии. Т. 1. М.: Изд-во иностранной литературы, 1963. — 920 с.
  • Реми Г. Курс неорганической химии. Т. 2. М.: Мир, 1974. — 775 с.
  • Шрайвер Э. Неорганическая химия. Т. 1,2. / Э. Шрайвер, П. Эткинс — М.: Мир, 2004. — 679 с., — 486 с.
  • Энциклопедия неорганических материалов / Под ред. И. М. Федорчен-ко. В 2-х т. — Киев: Укр. сов. энциклопедия, 1977. — 1652 с.
  • Аблесимов Н. Е. Синопсис химии: Справочно-учебное пособие по общей химии — Хабаровск: Изд-во ДВГУПС, 2005. — 84 с. — http://www.neablesimov.narod.ru/pub04c.html
  • Аблесимов Н. Е. Сколько химий на свете? ч. 1. // Химия и жизнь — XXI век. — 2009. — № 5. — С. 49-52.
  • Ахметов Н.С. Общая и неорганическая химия. — 4 изд., испр. — Москва: Высшая школа, Издательский центр «Академия», 2001. — С. 253-269. — 743 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-06-003363-5, 5-7695-0704-7.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Органик булмаған химия