Нисевич Нина Ивановна

Нисевич Нина Ивановна (16 декабрь 1911(19111216), Ярославль30 октябрь 2008, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй педиатры, медицина фәндәре докторы, СССР һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы (1974) .

Нисевич Нина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ярославль, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим, вирусолог
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

1934 йылда 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Свердловск өлкәһендә, Орехово-Зуевола, Ярославлдә табип-педиатр булып эшләй.

1943-1989 йылдарҙа — 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтында уҡытыусы, ассистент, доцент, профессор, педиатрия факультеты деканы, балалар инфекция ауырыуҙары кафедраһы мөдире (1952-1989).

Ул бер нисә йыл дауамында СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш педиатры, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 4-се Баш идаралығы Баш педиатры, «Вопросы охраны материнства и детства» журналының баш мөхәррире, ВАК пленумы ағзаһы, совет ҡатын-ҡыҙҙары Комитеты ағзаһы була.

Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнгән[2].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

300-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 16 монография авторы. Иң әһәмиәтлеләре булып торалар:

  • Руководство по желудочно-кишечным заболеваниям у детей (1969)
  • Круп у детей (1973)
  • Инфекционный мононуклеоз у детей (1975)
  • Математические методы в клинической практике (1980)
  • Болезни печени у детей (1981)
  • Тяжелые и злокачественные формы вирусного гепатита у детей (1982)
  • Учебник «Инфекционные болезни у детей» (1985, 1990, 2006)
  • Вирусные гепатиты (1994)
  • Вирусные гепатиты от А до TTV (2003)

Бүләктәре

үҙгәртергә

- «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы

- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1961, 1978)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)

- Ленин ордены (1986)

- «Рәсәй Федерацияһы Президенты Эштәр менән идара итеү Медицина үҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе (2001)

- «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалы

- «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орден миҙалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 6: А-Я. Дополнения. — М.: ОАО «Московские учебники», 2014

Һылтанмалар

үҙгәртергә