Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Н.И.Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты — Рәсәйҙең медицина университеты. Рәсәйҙә һәм Европала иң эре медицина юғары уҡыу йорто. Студенттарҙың дөйөм һаны — 9000 ашыу кеше. Университетта 135 кафедра эшләй. Профессор-уҡытыусылар составы һаны — 1205 штат берәмек. Университет интернатураһында йыл һайын 200-ҙән ашыу кеше белем ала. Клиника ординатураһында 72 кафедрала 36 һөнәр буйынса 700 ашыу ординатор уҡый. Аспирантурала (көндөҙгө һәм ситтән тороп) 90 кафедрала 36 һөнәр буйынса 550 кеше уҡый (медицина, биология һәм химия).

Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1906
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы 2-і Маскоўскі дзяржаўны медыцынскі інстытут, 2-і Маскоўскі дзяржаўны медыцынскі інстытут імя М. І. Пірагова, Расійскі дзяржаўны медыцынскі ўніверсітэт, 2-й Московский государственный медицинский институт, 2-й Московский государственный медицинский институт имени И. В. Сталина, 2-й Московский государственный медицинский институт имени Н. И. Пирогова, 2-й Московский ордена Ленина государственный медицинский институт имени Н. И. Пирогова, Российский государственный медицинский университет, Российский государственный медицинский университет имени Н. И. Пирогова, Российский национальный исследовательский медицинский университет имени Н. И. Пирогова һәм Медицинский факультет 2-го Московского государственного университета
Ҡыҫҡаса атамаһы РНИМУ
Кем хөрмәтенә аталған Пирогов Николай Иванович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Уҡыусылар һаны 9000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Рәсми сайт rsmu.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5590 ± 9[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели РГМУ[d]
Карта
 Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты Викимилектә

Университет тарихы үҙгәртергә

Университеттың тарихы 1906 йылда башлана. Шул ваҡытта Мәскәү ҡатын-ҡыҙҙар юғары курстарында медицина факультеты ойошторола. Аҙаҡ курстарҙы Икенсе Мәскәү дәүләт университеты тип үҙгәртәләр, унан 1930 йылда үҙаллы 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтын айырылып сыға, ул 1946 йылдан 1956 йылда тиклем И.В. Сталин исемен йөрөтә. 1956 йылда юғары уҡыу йортоатаҡлы рус хирургы һәм анатомы Пирогов Николай Иванович (1810—1881) исемен ала. 1966 йылдың 28 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 60 йыллығы бәйле Ленин ордены менән бүләкләнә. Шунан һуң 2 -се Мәскәү Ленин орденлы Пирогов исемендәге дәүләт медицина институты кеүек билдәле була.

1991 йылдың 5 ноябрендә РСФСР Министрҙар советы ҡарары менән университет Рәсәй дәүләт медицина университеты итеп үҙгәртелә.

2010 йылда — Н. И. Пироговтың тыуыуына 200- йыл айҡанлы — уның исеме юғары уҡыу йорто атамаһында тергеҙелә

Шул уҡ йылда университетмилли тикшеренеү университеты (НИУ) статусын ала.  

Мәскәү факультеты (педиатрия, дауалау эше) үҙгәртергә

Студенттар һаны артыуы менән бәйле 2-молгми уның көндәре. Н. И пирогов корпусы бинаһы етмәй һәм был Пироговка (Хользунов пер), проектлау һәм төҙөү рөхсәт совминдың 1965 йылдың сентябрендә ссср-ҙың көньяҡ-көнбайышта Мәскәүҙә уҡыу-лаборатор институты бинаһы дөйөм майҙаны 15 000 м².

Структураһы үҙгәртергә

Дауалау факультеты үҙгәртергә

Факультеттың деканы: медицина фәндәре докторы, профессор Антон Сергеевич Дворников.

Педиатрия факультеты үҙгәртергә

Факультеттың деканы: медицина фәндәре докторы, профессор Ильенко Лидия Ивановна[2].

Медицина-биология факультетын үҙгәртергә

Декан вазифаһын башҡарыусы биология фәнждәре докторы. профессор Прохорчук Егор Борисович.

Вузға тиклем әҙерлек факультеты үҙгәртергә

1996 йылда Ғалимдары советының

2 июнендәге ҡарары менән асыла

Халыҡ-ара факультет үҙгәртергә

Деканы — Баранов Анатолий Петрович, профессор.

Стоматология факультеты үҙгәртергә

2008 йылда булдырылған. Беренсе деканы — профессор, медицина фәндәре докторы Александр Сергеевич Панкратов. Стоматология факультеты деканы — медицина фәндәре докторы, профессор Наталья Михайловна Хелминская

Фармацевтика факультеты үҙгәртергә

2008 йылда ойошторолған. Деканы — Албегов Диана Заурбековна .

Психологик-социаль факультет үҙгәртергә

Клиник психология факультеты 2001 йылда ойошторолған. Факультет деканы Нелли Николаевна Снежкова

Өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты үҙгәртергә

Деканы — медицина фәндәре кандидаты, доцент Былова Надежда Александровна,

Үҙенең эшләү башында факультетта 4 кафедра иҫәпләнә: терапия, хирургия, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль гигиена курсы менән һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу.

Бөгөнгө көндә университеттың 40-тан ашыу кафедраһы өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса табиптарҙы уҡыта, шул иҫәптән табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетында 29 кафедра эшләй.

Университеты клиникаһы үҙгәртергә

2015-2016 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау департаменты инициативаһы буйынса, университеттың кадрҙар һәм мөлкәт потенциалын берләштереү юлы менән халыкҡа күрһәтелә торған медицина ярҙамының сифатын күтәреү өсөн юғары белем, фәнни ҡаҙаныштарҙы һәм клиник практиканы интеграциялаү максаттарында 50 университет клиникаһы ойошторола. Был суд-медицина экспертизаһы; перинатология; акушерлыҡ һәм гинекология; гинекология һәм перинатология; психиатрия һәм психотерапия; балалар хирургияһы; балалар ауырыуы; махсус балалар медицина ярҙамы; балалар хирургы; педиатрия һәм неонатология; хирургия; педиатрия; ультратауыш диагностикаһы; күҙ ауырыуҙары; эске ауырыуҙар; хирургик ауырыуҙар; яңаҡ-йөҙ хирургияһы һәм стоматологияһы; неврология; консерватив һәм хирургик кардиоангиология; мануаль терапия; балалар психиатрия һәм психотерапия; неонатология; эске һәм нервы ауырыуҙары; отт һәм гинекология; колопроктология һәм хирургия; дөйөм терапия; неонатология һәм перинаталь гемотология; гемотология; травматология һәм ортопедия; неонатология; хирургик ауырыуҙар; пульмонология һәм дауалау; урология һәм хирургия; гинекология; неврология; диагностика һәм неврология нейролучевой; педиатрия һәм балалар хирургияһы; йоғошло ауырыуҙар; балаларҙа йоғошло ауырыуҙар; хирургик ауырыуҙар; дөйөм практика табиптары.

Халыҡ-ара бәйләнештәре үҙгәртергә

Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты түбәндәге донъя вуздары менән бәйләнеш тота:

  • А. Пуанкаре исемендәге Университеты һәм Воутрен үҙәге менән, Нанси ҡалаһы, Франция)
  • Медицина биологияһы физикаһы институты менән, Лейпциг ҡалаһы, Германия)
  • Рейн-Вестфаль юғары медицина мәктәбе клиникаһы менән, Ахен ҡалаһы (Германия)
  • Берлин университеты (Германия)
  • Базель университеты (Швейцария)
  • Фокс-Чейз онкология үҙәге, Филадельфия (АҠШ) (студенттар ҡатнашлығында)
  • Айова штаты университеты (АҠШ)
  • Оксфорд һәм Лондон университеттары (Бөйөк Британия)

Рейтингтағы урыны үҙгәртергә

ИҮН.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты Рәсәйҙең иң яҡшы медицина вуздары исемлегенә инә[3].

2018 7 ноябрендә Times Higher Education (THE) баҫмаһында беренсе тапҡыр донъяла иң яҡшы университеттары исемлегенә индерелә. Вуз «Тормош тураһында фән» һәм «Медицина һәм һаулыҡ тураһында фән» йүнәлеш буйынса уҡыу учреждениелары араһында 721 урындан 601 позицияны биләй.[3][4]. 2020 йылда был рейтингта 1001+ позицияһын биләй.[5]

2019 йылда халыҡ-ара "Өс университет миссияһы" рейтингы буйынса 701-800 урынды биләй [6] һәм 2020 йылда РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 26-сы урында тора [7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Пироговская студенческая научная медицинская конференция

Комментарийҙар үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title)
  2. РНИМУ им. Н.И. Пирогова - Деканы педиатрического факультета. rsmu.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. 2019 йыл 26 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 "Первый" и "Второй мед" вошли в список лучших университетов мира. Remedium.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  4. РНИМУ им. Н.И. Пирогова и ПМГМУ им. И.М. Сеченова в списке лучших университетов планеты. Министерство здравоохранения Российской Федерации. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  5. Pirogov Russian National Research Medical University. Times Higher Education (THE). Дата обращения: 18 май 2020.
  6. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  7. Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. Дата обращения: 16 июнь 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә