Никольский Георгий Васильевич
Никольский Георгий Васильевич (1910—1977) — совет ғалим-ихтиологы.
Никольский Георгий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 6 май 1910 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 2 февраль 1977 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ихтиолог |
Эшмәкәрлек төрө | ихтиология һәм fish ecology[d] |
Эш урыны | МДУ-ның биология факультеты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Уҡыусылар | Решетников, Юрий Степанович[d] |
Принадлежит к | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1929—1930 йылдарҙа Мәскәү балыҡ хужалығы Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында лаборант булып эшләй.
1930 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының биология бүлексәһен тамамлай. 1932—1939 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының зоология музейында ихтиология бүлеге мөдире булып эшләй. Биология фәндәре докторы (1939), профессор (1940). СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
1941—1977 йылдарҙа — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында биология факультетының ихтиология кафедраһы мөдире. МДУ-ның Амур экспедицияһы начальнигы (1945—1949).
1946—1949 йылдарҙа — СССР-ҙың көнсығыш райондары балыҡ сәнәғәте министрлығының техник советы президиумы ағзаһы һәм сеймал секцияһы етәксеһе.
1950—1964 йылдарҙа — СССР Балыҡ хужалығы министрлығының Ихтиология комиссияһы рәйесе урынбаҫары, 1965 йылдан — рәйесе. 1950—1955 йылдарҙа — Амур һөмбаш һымаҡтар экспедицияһы етәксеһе.
СССР Фәндәр академияһының эволюцион морфология һәм хайуандар экологияһы институтында 1956—1967 йылдарҙа — ихтиология лабораторияһы мөдире, 1967—1977 йылдарҙа — түбәнге һыу умыртҡалылаларының экологияһы лабораторияһы мөдире
«Зоология журналы» (1951—1960), «Балыҡсылыҡ хужалығы» (1955—1963) журналдарының редколлегия ағзаһы булып тора.
1953—1961 йылдарҙа «Вопросы ихтиологии» журналына нигеҙ һалыусы һәм баш мөхәррире.
Ихтиологияның бер нисә йүнәлешенә нигеҙ һалыусы булып тора, төрҙәр проблемаһын, балыҡтарҙың үҙгәреүсәнлек законлылыҡтарын һәм систематикаһын эшләүгә ҙур өлөш индерә. Балыҡтарҙың бер нисә яңы төрҙәрен һәм төр эсендәге формаларын тасуирлай. Фауналы комплекстар теорияһын, популяция тураһында үҙ-үҙен көйләүсе система булараҡ ҡараш төҙөй, был комплекстарҙы тәшкил иткән төрҙәрҙең үҙ-ара бәйләнешен аса. Ҡаҙылма формаларҙы, субфоссил фауналарҙы анализлау проблемаһын эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — Амур йылғаһының балыҡ продуктлылығын арттырыу буйынса саралар системаһын эшләгәне һәм биологик нигеҙләгәне өсөн
- Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- ике «Почёт Билдәһе» ордены
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәСССР-ҙың ихтиофаунаһы буйынса 250-нән ашыу ғилми тикшеренеү эше баҫтырып сығарған:
- Рыбы Таджикской ССР, 1938
- Рыбы Аральского моря, 1940
- Биология рыб, 1944
- Рыбы бассейна Амура, 1956
- Рыбы бассейна Печоры, 1965
- Теория динамики стада рыб как биологическая основа рациональной эксплуатации и воспроизводства рыбных ресурсов, 1965
- Частная ихтиология (3-е изд.), 1971
- Общая ихтиология, 1974
- Структура вида и закономерности изменчивости у рыб, 1980
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Григорьев С. В. Биографический словарь. Естествознание и техника в Карелии. — Петрозаводск: Карелия, 1973. — С. 165. — 269 с. — 1000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Никольский Георгий Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Профиль Георгия Васильевича Никольского РФА рәсми сайтында
- ↑ Никольский Георгий Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Плотников И. С., Смуров А. О., Аладин Н. В. Сотрудники Зоологического института РАН — исследователи биологического разнообразия и биологических ресурсов Аральского моря, Staff members of the Zoological Institute of the Russian Academy of Sciences, involved in the studies of the Aral Sea biological diversity and biological resources (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2022. — Т. 14, вып. 2. — С. 73—93. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24412/2076-8176-2022-2-73-93