Никифоров Михаил Тихонович

Никифоров Михаил Тихонович (7 ноябрь 191830 октябрь 1993) — агроном, Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бүздәк совхозының Комсомол бүлексәһе идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.

Никифоров Михаил Тихонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған көнө 30 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Комсомол, Бүздәк районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Тихонович Никифоров 1918 йылдың 7 ноябрендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Казанка ауылында тыуған

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт юлын 1936 йылда Әлшәй районының игенселек совхозында тракторсылар курсын тамамлағандан һуң башлай. 1939 йылға тиклем Бүздәк игенселек совхозында тракторсы, шофер булып эшләй. 1939—1947 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1947 йылдан тракторсы, һөт-тауар фермаһы идарасыһы, агроном, Бүздәк районы Бүздәк совхозының Комсомол бүлексәһе идарасыһы.

Михаил Никифоров етәкселегендә бүлексә алдынғылар рәтендә була, йыл һайын юғары һәм тотороҡло уңыш ала. 1963—1965 йылдарҙа 2 900 гектар майҙанда совхоз буйынса уртаса уңыш 12,1 центнер тәшкил иткәндә, 15,6 центнер тәшкил итә. Дәүләткә йыллыҡ иген тапшырыу 24-26 мең центнер тәшкил итә, йәки 150-160 процент. Хеҙмәтте яҡшы ойоштороу арҡаһында бүлексәлә дөрөҫ сәсеү әйләнеше үҙләштерелә, ер эшкәртеү культураһы юғары ҡуйыла, сортлы орлоҡ сәсеүгә күсеү тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә ашлыҡтың үҙҡиммәте 19% кәмей .

Бүлексә малсылыҡта ла яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Өс йыл эсендә мал һаны 197% арта, ә быҙау алыу планы 122% үтәлә. 1965 йылда ит тапшырыу планы 141%, һөт — 119% үтәлә. Иттең үҙҡиммәте өс йыл эсендә 12 процентҡа, һөттөң — 17 процентҡа кәмей

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген, мал аҙығы культураларын әҙерләүҙә һәм етештереүҙе арттырыуҙа өлгәшкән ҙур уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнле файҙаланыуы өсөн, Михаил Никифоровҡа 1966 йылдың 23 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Бүздәк районы Бүздәк совхозы бүлексәһе идарасыһы булып эшләй. 1993 йылдың 30 октябрендә вафат була.

14.03.2012 Бүздәк муниципаль районы ауыл советы «Көньяҡ» биҫтәһенең яңы урамына М. Никифоров исемен бирә[1].

Наградалары

үҙгәртергә

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)

Ленин ордены (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), ii дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнә.

— Япон империалистарына ҡаршы һуғышта хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн 1945 йылдың 30 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

— 1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә;

— СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 7 майындағы Указына ярашлы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығына» миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Официальной сайт администрации села Буздяк
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 4. Л-О. 2008. − 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.