Никея империяһы
Никея империяһы[1] (грек. Αὐτοκρατορία τῆς Νίκαιας), шулай уҡ Никея батшалығы[2] (грек. Βασίλειον τῆς Νίκαιας) — тарихнамәлә дәүләттең дөйөм исеме. Ул Анатолияның төньяҡ-көнбайыш территорияһында 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып алғандан һуң барлыҡҡа килә һәм 1261 йылға тиклем ғәмәлдә була. Никея империяһы урта быуаттарҙа булған грек дәүләт берәмектәре араһында иң ҙуры һәм иң көслөһө була; уның императорҙары үҙҙәрен Византияның (Романия) ысын хакимдары тип иҫәпләүен дауам иткән, ә дәүләттең рәсми атамаһы Рим (ромео) батшалығы (Βασιλεία τῶν Ῥωμαίων) була .
Никея империяһы | |||
Αὐτοκρατορία τῆς Νίκαιας Βασίλειον τῆς Νίκαιας | |||
| |||
Баш ҡала |
Никея | ||
---|---|---|---|
Телдәр |
Урта грек теле | ||
Идара итеү формаһы | |||
Преемственность | |||
Никея империяһы Викимилектә | |||
Византиянан айырмалы рәүештә, Никея империяһында дәүләт үҙәкләштерелмәгән була. Атамаһына ҡарамаҫтан, Никея иң мөһим хәрби ҡәлғә ролен генә башҡара. Идара итеүселәр күп ваҡытын Нимфейҙың эгей резиденцияларында үткәрә, ә тәңкә ихатаһы менән ҡаҙна Магнезияла урынлашҡан була. Империя бер нисә тиҫтә йыл дауамында ике фронтта уңышлы һуғыш алып бара: көнбайышта Латин империяһы, Икенсе Болғар батшалығы һәм Эпир деспотаты менән; көнсығышта төрөктәр>ҙең Рум солтанлығынан Кесе Азияның көнбайышына табан таралып ултырыуын тотҡарларға тура килә. Бының өсөн бында айырым хәрби күскенселәр ҡатламы барлыҡҡа килә, һуңғылары акриттар тип йөрөтөлә. Никея империяһының төп маҡсаты Византияны тергеҙеү һәм Константинополде ҡайтарыу була. Маҡсаттарға өлгәшкәнгә тиклем Никея империяһы юғары хәрбиләштерелгән һәм ярайһы уҡ йәшәүгә һәләтле грек дәүләте була. Әммә уларға ирешкәндән һуң, дәүләтселек үҙәге Фракияға күсә. Тергеҙелгән Византия империя өсөн артыҡ хәүеф тыуҙырмаған Сербия, Болгария, Венеция, Генуя һәм Эпир менән оҙайлы һәм файҙаһыҙ көрәш башлай. Константинополь кире ҡайтарылғандан һуң, Сангария һәм Меандрҙың уңдырышлы һәм халыҡ тығыҙ йәшәгән үҙәндәре һаҡланмай башлай һәм 1280 йылдар аҙағында ул ерҙәрҙе төрөктәр баҫып ала, улар грек халҡын ҡыҫырыҡларға тотона. Шулай итеп, бер нисә тиҫтә йылдан һуң Никея империяһының грек-православие үҙәге төрөк-мосолман дәүләте формалашыу үҙәгенә әүерелә.
Идеологияһы
үҙгәртергәНикея империяһының идеологияһы, шулай уҡ уның итальян-француз (роман) дәүләттәре менән даими конкуренцияһы гректарҙың милли үҙаңын яйлап үҙгәртеүҙә мөһим роль уйнай[3]. Хакимлыҡ итеүселәре оҙаҡ ваҡыт үҙҙәрен ниндәйҙер аморф роман-грек дәүләте итеп күрһәтергә маташҡан Византиянан айырмалы рәүештә, Никея империяһының идеологияһы тик грек йүнәлешендә була. Романия һәм ромей атамалары традицион рәүештә ҡулланылыуын дауам итһәләр ҙә, грек теле үҙ-үҙен этник танытыу үҙәгенә әүерелә, һөҙөмтәлә эллиндар (ә көнбайыш тәржемәләрендә — гректар) эндоэтнонимының роле арта[4][5][6].
Нигеҙ һалыныуы
үҙгәртергәФеодор I Ласкарис (Ласкарь) — грек вельможаһы, Ангелдар династияһы һарайына яҡын тора һәм Алексей III ҡыҙына өйләнә. Ул, Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып алғандан һуң, көнсығышҡа ҡаса һәм бойондороҡһоҙ дәүләткә нигеҙ һалыуға көс һала. Был маҡсаттар өсөн стеналар менән кәртәләнеп алынған һәм Вифинияның төп ҡалаһы Никея иң уңайлы урын була.
Башта никейҙар Ласкарисҡа ышанмай. Әгәр ҙә гректар Византия империяһының көнсығышында власты алған етәкселәрҙең береһе хакимлығы аҫтында берләшмәһәләр, тәре йөрөтөүселәрҙең көс ҡулланыуы һәм талауы тиҙҙән уларға сәйәси генә түгел, ә дини ҡоллоҡ ҡурҡынысы янауын күрһәтә. Ангелдар династияһына туған булғанлыҡтан һәм Константинополдә батша итеп һайланғанлыҡтан, Феодор Ласкарис иң төп дәғүәсе булған.
]]
Вифиния, Византия империяһы бүленгәс, ҡайһы бер өлкәләргә хужа булған һәм Ласкарис отрядын еңгән граф Людовик Блуаға эләгә. Никея империяһы, әгәр XII быуат аҙағында бер туған Петр һәм Асен етәкселегендә Болгарияла азатлыҡ өсөн хәрәкәт башланмаһа, ошондай шарттарҙа барлыҡҡа килә алмаҫ ине. Македонияла һәм Фессалияла үҙ урынын яҡшы тип иҫәпләп, Болдуин I Фландрский һәм Бонифаций Монферратский хәрби көстәрен, дөйөм көс менән Ласкарисҡа һөжүм итеү өсөн, Азияға күсерә. Болгар батшаһы Калоян был мәлдән оҫта файҙалана һәм 1205 йылдың 14 апрелендә Адрианополь һуғышында тәре йөрөтөүселәрҙе еңә.
Латиндарҙың көсһөҙләнеүе Феодор Ласкарисҡа Никеяла нығынырға һәм бында грек мәҙәниәте һәм православиеһы терәге булдырырға мөмкинлек бирә. Патриарх итеп һайланған Михаил Авториан 1208 йылда тантаналы рәүештә Ласкарисҡа император тажы кейҙерә. Никеяға империяның төрлө мөйөштәренән православие руханиҙары, хеҙмәтсе һәм поместье ҡатламы вәкилдәре килә башлай. Улар Ласкарис етәкселегенән яҡлау эҙләй һәм милли эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләй.
Ласкаристың иң ҡурҡыныс дошманы Трапезундта Никея һымаҡ империя төҙөгән Бөйөк Алексей Комнин була. Әммә Ласкарис уға ҡаршы ебәрелгән трапезунд ғәскәрен ҡыйрата, шулай уҡ уға Рум солтанлығы ҡуйған дәғүәселәрен юҡ итә.
1206 йылдың көҙөндә император Генрих Кесе Азияны яулап алыу һәм унда үҙенең рыцарҙарына өсөн ер бүлеү өсөн Көнсығышҡа ҙур экспедиция үткәрә. Ласкарис Адрианополгә яҡынлашҡан һәм Константинополгә янай башлаған болгар батшаһы менән союз төҙөй. Был латинлыларҙы үҙҙәренең хәрби көстәрен тиҙ арала Азиянан Европаға күсерергә мәжбүр итә. 1207 йылда төҙөлгән килешеү буйынса Ласкарис диңгеҙ буйындағы Кизик һәм Никомедия ҡалаларын һаҡлап ҡала.
Никей империяһы латиндарға ла, сәлжүктәргә лә бер үк янағанлыҡтан, Никея императорына ҡаршы Рум солтанлығы менән Константинополь араһында союз төҙөлә. Иконий солтаны Ласкаристан власты элекке батша Алексей III-кә биреүҙе талап итә.
Әммә Меандралағы Антиохия тирәһендә гректар сәлжүктәрҙе еңә, өҫтәүенә, Алексей III әсирлеккә эләгә һәм монастырға ябыла. Шулай итеп, Ласкарис 1211 йылда үҙенең биләмәләренә Антиохияны ҡуша.
Император Генрих, 1212 йылда менән Давид Комнин (император Трапезундтың ҡустыһы) менән союз төҙөп, хәлде яйларға уйлай. Һуңғыһы Пафлагонияның күпселек өлөшөн биләй, әммә һөҙөмтәлә Ласкаристан еңелә, һәм тик Синоп ҡалаһын ғына ала алмай.
1214 йылда Никея империяһы һәм латин императоры араһында солох төҙөлә, уның буйынса латиндарға Азияла Никомедия ҡултығынан Ҡара диңгеҙгә тиклем тар һыҙат ҡала. Никея империяһының сиктәре — бер яҡтан Никомедия ҡултығы, икенсе яҡтан Кизик һәм Эгей диңгеҙе. Иконий солтанаты яғынан Никеяға Сангария үренә һәм Оло Мендерес йылғаһына (элек — Меандр) тиклемге өлкәләр бирелә.
Был солох 1216 йылда Генрихтың вафатынан һуң да дауам итә һәм Латин империяһы императрицаһы Иолантаның ҡыҙы Марияның Ласкарис менән никахы менән нығытыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Латинская империя
- Эпирский деспотат
- Солунская империя
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Джон Норвич «История Византии»
- ↑ Успенский Ф. И. «История Византийской империи. Расцвет. Крушение»
- ↑ Angelov, Dimiter. Imperial ideology and political thought in Byzantium (1204—1330). Cambridge: University Press, 2007. p. 95 Also Kaldellis, Anthony. Hellenism in Byzantium : the transformations of Greek identity and the reception of the classical tradition. Cambridge: University Press, 2007
- ↑ Angelov, pp. 96-97
- ↑ A. E. Vacalopoulos, The Origins of the Greek Nation: the Byzantine Period (1204—1461) (New Brunswick, 1970)
- ↑ Beaton, Roderick. "Antique Nation? 'Hellenes' on the Eve of Greek Independence and in Twelfth-Century Byzantium, " Byzantine and Modern Greek Studies, 31 (2007), pp. 76-95
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аверинцев С. С. Период Никейской империи: (Византийская литература) // История всемирной литературы: В 9 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1983— … Том 2 (1984). — С. 359—360.
- Васильев А. А. История Византийской империи. СПб: «Алетейя», 1998. Том 2, глава 2.
- Жаворонков П. И. Никейская империя и Запад // Византийский временник, Вып. 36, 1974.
- Жаворонков П. И. У истоков образования Никейской империи (оценка деятельности Константина XI Ласкаря) // Византийский временник, Вып. 38, 1977.
- Жаворонков П. И. Никейская империя и Восток // Византийский временник, Вып. 39, 1978. С. 93—97.
- Жаворонков П. И. Культура Никейской империи // Культура Византии. XIII — первая половина XV в. М.: «Наука», 1991, с.64.
- Сказкин С. Д. История Византии. — Москва: Наука, 1967. — Т. 3. — 508 с.
- Angold, M. A Byzantine Government in Exile. Government and Society under the Lascarides of Nicaea (1204—1261). Oxford, 1975.
- Finlay, George. A History of Greece from its Conquest…. Oxford: Clarendon Press, 1877. (vol. III, History of Greece from its Conquest by the Crusaders to its Conquest by the Turks);
- Gardner, Alice. The Lascarides of Nicaea. The Story of an Empire in Exile. London, 1912.
- Norwich, John Julius. A Short History of Byzantium. London: Viking, 1998. ISBN 0-00-686175-X.
- Παπαρρηγοπουλου, «Ίστορία τοΰ уέλληνικοΰ εθνους» (Афины, 1887, vols IV—V).
- ПЭ|2565332|Никейская империя|49|465-469|Попов И. Н., Волкофф А.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Никейская империя темаһы буйынса медиафайлдар бар.
{Осколки Византии
Ряд коротких примечаний не содержится в статье или не ведёт на раздел «Литература». |