Таж (лат. corona — венок, түңәрәкләп үрелгән сәскә һәм япраҡтар бәйләме) — монарх власын белдергән баш кейеме.

Рәсәй императоры тажы
Инглиз принцтары тажы.

Эшләү үҙгәртергә

Таж төрлө ҡиммәтле металдарҙан яһала (күберәк алтын һәм көмөштән) һәм ҡиммәтле һәм ярым ҡиммәтле таштар менән биҙәлә.

Формаһы үҙгәртергә

Төрлө формала булыуы мөмкин: башлыҡ, түңәрәкләп үрелгән сәскә бәйләме, япраҡ бәйләме, тешле ҡоршау.

Тарихы үҙгәртергә

Таж боронғо донъя дәүләттәрендә барлыҡҡа килгән (Боронғо Мысыр, Боронғо Рим, Шумер). Европа дәүләттәрендә үҫеш алған феодализм осронда киң таралған булған (XI быуат). Мономах шапкаһы Рустә Бөйөк кенәз тажы, һуңыраҡ батша тажы урынына булған. Императорҙың Ҙур император тажы булған. Хәҙерге көндә монахтар тажды тантана ваҡытында ғына кейәләр.

Төрҙәре үҙгәртергә

Эйәһенең дәрәжәһенә ҡарап түбәндәгесә бүленә:

  • император тажы,
  • король тажы,
  • кенәз тажы,
  • герцог тажы,
  • граф тажы һ.б.

Папа тажы тиара тип атала

Әҙәбиәт үҙгәртергә