Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы
Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы (5 ноябрь 1898 йыл — 5 сентябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби эшмәкәре. Уҡсылар корпусы командиры, генерал-майор (1943). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1898 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 сентябрь 1943 (44 йәш) |
Һөнәр төрө | полководец |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНәжип Шәңгәрәй улы Хәмитов Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Олокүл ауылында 1898 йылдың 5 ноябрендә тыуған.
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы
үҙгәртергә1917 йылдың июлендә Рәсәй империяһы армияһы сафына алына һәм Вольскиҙа урынлашҡан 245-се запас полкка ебәрелә. Бында уҡыуҙы декабрҙә тамамлағандан һуң, Өфөләге запас Мосолман пехота полкына кесе унтер-офицер итеп ебәрелә. 1918 йылдың июнендә армиянан демобилизациялана, әммә шул уҡ йылдың июлендә А. В. Колчак армияһына мобилизациялана, 16-сы Татар полкының (3-сө армия) сапёр командаһына рядовой итеп йүнәлтелә. 1919 йылдың майынан Тайга станцияһы районындағы йыйылма госпиталдә өс айлыҡ фельдшер курсында уҡый.
1919 йылдың декабрендә РККА сафына инә, госпиталдән һуң староста итеп тәғәйенләнә Томск хәрби госпиталенең һаҡсыһы надзиратель итеп, 1920 йылдың авгусында — Ҡазанда урынлашҡан Татар полкы составында взвод командиры вазифаһына, ә шул уҡ йылдың декабрь айында — 6-сы запас полкы составына взвод командиры вазифаһына тәғәйенләнә.
Ике һуғыш аралығында
үҙгәртергә1921 йылдың ғинуарында Ҡазанда урынлашҡан Юғары хәрби мәктәпкә уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң, шул уҡ йылдың октябрендә госпиталдә дауалана, һауыҡҡандан һуң Одесса губерна ғәҙәттән тыш комиссияһына йүнәлтмә ала, һәм унда Айырым тәғәйенләнешле частең (ЧОН) 6-сы айырым батальонында рота командиры һәм батальон командиры ярҙамсыһы булып, Вознесенкиҙағы ошондай уҡ айырым ротаның взвод командиры һәм ЧОН-дың Берёзовка ҡалаһында урынлашҡан 2-се айырым батальонында взвод командиры булып хеҙмәт итә.
1924 йылдың июлендә Н. Ш. Хәмитов Ананьев ҡалаһында урынлашҡан 283-сө уҡсылар полкына (Украина хәрби округы, 95-се уҡсы дивизияһы) йүнәлтелә, унда рота командиры ярҙамсыһы, взвод һәм рота командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1930 йылдың майында 95-се артиллерия полкы составындағы рота командиры вазифаһына тәғәйенләнә, әммә шул уҡ йылдың авгусында 283-сө уҡсы полкына кире ҡайта, һәм унда рота командиры, батальон штаб начальнигы һәм полк штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә.
1930 йылдың 5 ноябрендә «Выстрел» атыу-тактика курстарына уҡырға ебәрелә һәм уны 1931 йылдың 3 июлендә тамамлай.
1934 йылдың майынан Ҡаҙанда урынлашҡан 212-се уҡсылар полкының (71-се уҡсылар дивизияһы) штаб начальнигы вазифаһын башҡарыусы, һуңынан — Алабуғала 213-сө уҡсылар полкының штаб начальнигы, ә сентябрҙән — 6-сы уҡсылар дивизияһының 258-се уҡсылар полкының штаб начальнигы. 1939 йылдың сентябрендә 209-сы запас уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйенләнә, 1940 йылдың сентябрендә — 18-се запас уҡсылар дивизияһының 90-сы запас уҡсылар полкы командиры вазифаһына, ә ноябрҙә — Волга буйы хәрби округының 18-се запас уҡсылар бригадаһының 578-се резерв уҡсылар полкы командиры вазифаһына тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергәҺуғыш башланыу менән Нәжип Хәмитов Волга буйы хәрби округының 422-се уҡсылар дивизияһына штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә, октябрҙә — 72-се запастағы уҡсылар полкы командиры вазифаһында, 1942 йылдың февраленән — 397-се уҡсылар дивизияһы (Төньяҡ-Көнбайыш фронты, 1-се удар армия) штаб начальнигы вазифаһында Демянский һөжүм операциялары барышында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
1942 йылдың декабрендә К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарын тамамлағандан һуң, 1943 йылдың майында Н. Ш. Хәмитов генерал-майор дәрәжәһендә 69-сы уҡсылар корпусының штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың 1—30 30 июлендә Люберцы ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе) формалашҡан был корпустың командиры вазифаһын башҡара. Август башынан корпус Смоленск һөжүм операцияһында ҡатнаша, һәм был һуғышта, Ельня ҡалаһын азат иткәндә, генерал-майор Нәжип Шәңгәрәй улы Хәмитов батырҙарса һәләк була.
Ельня ҡаланың үҙәк паркында генерал-майор Нәжип Шәңгәрәй улы Хәмитовҡа һәйкәл ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены;
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комкоры. Военный биографический словарь / Под общей редакцией М. Г. Вожакина. — М.; Жуковский: Кучково поле, 2006. — Т. 1. — С. 603—604. — ISBN 5-901679-08-3.