Мөхөтдин ән-Нәүәүи

Мөхөтдин Әбү Зәкрийя́ Яхья́ ибн Шәрәф ән-Нәүәүи (ғәр. محيي الدين النووي‎; 1233, Нава — 1278, Нава) — ислам дин белгесе, факих, мөхәддис. Имам ән-Нәүәүи булараҡ билдәле.

Мөхөтдин ән-Нәүәүи
ғәр. يحيى بن شرف الحزامي النووي الشافعي
Портрет
әл-Әшрәфийә мәҙрәсәһе башлығы
с 1267
Алдан эшләүсе:

Әбү Шама әл-Мәҡдиси


Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Яхья ибн Шәрәф ибн Мари ән-Нәүәүи әд-Димашки

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Мөхәддис, Фаҡиһ, Ғөләмә

Тыуған көнө:

октябрь 1233[1]

Тыуған ере:

Нава[d], Изра[d], Даръа[d], Сүриә

Үлем көнө:

22 декабрь 1278({{padleft:1278|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][3] (45 йәш)

Үлгән ере:

Нава[d], Изра[d], Даръа[d], Сүриә

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Шәрәф ибн Мари ән-Нәүәүи

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ һәм Хәҙистәр

Эш биреүсе:

Даруль-хадис аль-Ашрафийя[d]

Остаздары:

Исхак ибн Ахмад аль-Магриби[d], Абду-р-Рахман ибн Нух аль-Макдиси[d] һәм Ибрахим ибн Иса аль-Муради[d]

Шәкерттәре:

Бадруддин ибн Джамаа[d] һәм Умар ибн Бандар ат-Тифлиси[d]

Йоғонто яһаған:

шәфиғыйҙар

Хеҙмәттәре:

аль-Минхадж фи шарх Сахих Муслим[d], Арбаин ан-Навави[d], Рияд ас-Салихин[d], Бустан аль-‘Арифин[d], Аль-Азкар ан-Навави[d] һәм Минхадж ат-Талибин[d]

 Мөхөтдин ән-Нәүәүи Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның тулы исеме: Мөхөтдин Әбү Зәкрийя Яхья ибн Шәрәф ибн Мари ибн Хәсән ибн Хөсәйен ибн Хизам ибн Мөхәммәт ибн Джумата ән-Нәүәүи әш-Шәфии әд-Димашки. Ән-Нәүәүи мосолман йыл иҫәбе буйынса 631 йылдың мөхәррәм айында (1233 йылдың октябрендә) Нава ауылында (хәҙерге Даръа провинцияһында Дамасктан көньяҡта ятҡан Сирия ҡалаһы) тыуған [4]. Бик бәләкәй сағында Ҡөрьәнде яттан белгән. Уның атайы, улының һәләтен күреп, 1251 йылда улын Дамаск ҡалаһына алып бара. Дамаск ул ваҡытта ислам донъяһының мәғрифәтселек үҙәктәренең береһе була. Дамаскка килгәс ән-Нәүәүи әр-Равахийя мәҙрәсәһенә уҡырға инә, унда шәфиғый хоҡуҡ фәнен өйрәнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «әт-Танбих» һәм «Мухаззаб» китаптарын ятлап ала.[5]. Ән-Нәүәүи былай тип һөйләй: «649 йылда (хижрә), миңә 19 йәш тулғас, атайым мине Дамаск ҡалаһына алып килде, һәм мин әр-Равахийя мәҙрәсәһенә урынлаштым. Ике йыл мин ҡырын төшөп ятманым, дүрт ай эсендә „әт-Танбих“ китабын ятланым, ә ҡалған ваҡытта мин „әл-Мухаззаб“ китабының беренсе сиреген („Табыныу төрҙәре тураһында“) ятланым» [6].

Тәүҙә медицинаны өйрәнә башлай, ләкин бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙен ислам фәнен өйрәнеүгә бағышлай[4]. Имам ән-Нәүәүи былай тип яҙа: «Бер ваҡыт мин медицинаны өйрәнергә булдым. Медицинаны өйрәнеү маҡсатында Ибн Синаның (Әбүғәлисинаның) китабын һатып алдым. Минең йөрәгем „ҡарайҙы“, һәм мин бер нисә көн, бер ни ҙә эшләй алмаҫлыҡ булып, тарҡау, иғтибарһыҙға әйләндем. Шул саҡ мин был хәлдең сәбәбен эҙләй башланым. Алла, минең медицина менән шөғөлләнеүем мине шундай хәлгә индерә тип, минең күңелемә һалды. Шунан мин тиҙ генә Әбүғәлисинаның китабын һаттым һәм өйҙән медицина фәне менән бәйле бөтә нәмәне сығарып ташланым. Шул саҡ минең йөрәгем тағы ла яҡтырҙы һәм минең хәлем дә яҡшырҙы.»[6]. 1253 йылда атайы менән бергә Мәккәгә барып хаж ҡыла. Үҙ ғүмере эсендә ул ике тапҡыр хаж ҡыла. Уның фикх өлкәһендәге уҡытыусылары булып Исхак әл-Мәғриби, Әбу Шама әл-Мәҡдиси (Дамаск мөфтөйе), Үмәр әл-Арбали һәм башҡа билдәле дин белгестәре торалар[6]. Ясин әл-Маракиши уның суфизмда шейхы булып тора[7][8].

1257 йылдан башлап дини хеҙмәттәр яҙа башлай. 1266 йылдан Дамаск ҡалаһында әл-Әшрафийя мәҙрәсәһен етәкләй. Был поста ул вафат булып ҡалған Әбу Шама әл-Мәҡдисиҙы алмаштыра. Уҡыған йылдарында уның һаулығы һиҙелеп ҡаҡшай. Ләкин быға ҡарамай, хатта мәҙрәсә етәксеһе булғас та, үҙенең эш хаҡын хәйриәгә тотоноп, имам ән-Нәүәүи бик ябай йәшәй[4].

Ән-Нәүәүи халыҡ араһында шул тиклем ҙур абруйға эйә була. Шундай хәл билдәле. Мәмлүктәр Сирияны баҫып алғас, улар халыҡҡа хәрби налог һалалар. Халыҡ ярҙам һорап имам ән-Нәүәүигә мөрәжәғәт итә. Имам Мәмлүк солтаны Бейбарсҡа Сирия халҡын налогтан азат итеүен, шулай уҡ килемдәре кәмегән мәҙрәсә уҡытыусыларын яҡлауын һорап мөрәжәғәт итә. Солтан имамдың үтенесен ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарта. Улай ғына түгел, ул имам ән-Нәүәүиҙе, был налогтарҙы законлаштырыусы Фәтвәне раҫлап ҡул ҡуймағаны өсөн Дамасктан ҡыуҙыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, имам ән-Нәүәүи был фәтвәгә ҡул ҡуйыуҙан баш тартыусы берҙән бер фәких була. Имам тормошондағы был тарих Сират әз-Заһир Бейбарс тигән популяр романда сағылыш таба. Унда солтан бер ни тиклем ваҡытҡа һуҡырая һәм бының өсөн ән-Нәүәүиҙе ҡәһәрләй[4]. Фикхтан тыш, имам ән-Нәүәүи хәҙис ғилемен өйрәнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул ислам фәненең был өлкәһендә билдәле ғалим булып китә. Имам ән-Нәүәүи, хәҙистәр йыйынтыҡтарына аңлатма һәм хәҙис тәғлимәте нигеҙҙәре буйынса китаптар яҙып, хәҙис ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның «Рияд ас-Салихин» (1271 йылда тамамланған) исемле хәҙистәр йыйынтығы мосолман донъяһында иң абруйлыларҙың береһе һанала[5].

1257 йылдан башлап имам ән-Нәүәүи Әшрәфия мәҙрәсәһендә уҡыта башлай[4].

Ғүмеренең аҙағында ул Иерусалим һәм Хевронда була. Тәҡүәле һәм дәрүиштәрсә көн итә. Бер ҡасан да өйләнмәй һәм балалары булмай[5]. Имам ән-Нәүәүи ата-әсәһе янында, үҙенең тыуған ауылында, 45 йәшендә ауырып вафат була. Был хәл хижрә буйынса 676 йылдың рәжәп айының 24 (йәки 14)-се көнө (1277 йылдың 22 декабре) төнөндә була. Тыуған ауылында ерләнгән[4].

Мөхөтдин ән-Нәүәүи ҡәберен мосолмандар хөрмәт итәләр, уны уратып кәшәнә төҙөйҙәр.[9]. Ҡәбер өҫтөндә ҙур ағас үҫеп сыға[6]. 2015 йылдың ғинуарында «Джебхат-ән-Нусра» боевиктары имамдың кәшәнәһенә мина һалып шартлаталар[10].

Дини тәғлимәт өлкәһендә эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ән-Нәүәүи шәфиғый хоҡуҡ мәктәбенең иң күренекле ғалимдарының береһе була[5]. Ул үҙенең дини фән һәм аскетизм өлкәһендәге белеме менән айырылып тора. Үҙенең бөтә ваҡытын белем туплауға, мәғлүмәт эҙләүгә һәм төрлө табыныу эштәренә арнай.

Хәҙистәрҙе өйрәнеү

үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә имам ән-Нәүәүи ислам дин белгестәренең иң абруйлыларының береһе булып тора. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлы, ҡылған ғәмәлдәре, фекерҙәре, уның хаҡында риүәйәттәр тупланған «Сөннә» китабын яҡшы белгән һәм уға, аҙаҡ килгән дин белгестәренә ҡарағанда, ҡатыраҡ талап ҡуйған. Мәҫәлән, ул тик биш хәҙистәр йыйынтығын ғына ҡанун һаналған дини китаптар иҫәбенә индергән. Сунан Ибн Маджа менән имам Әхмәттең Муснадын бер үк дәрәжәләге китаптар тип иҫәпләгән[4].

Имам Мөслимгә ихтирамлы мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, ул имам әл-Бохариҙы юғарыраҡ баһалаған. Ул Мөслимдең «Сахих» китабына иң билдәле аңлатманы яҙған — әл-Минхадж фи шарх Сахих Мөслим. Был китаптың инеш һүҙендә ул хәҙистәрҙең ҡараламаһын һәм уларҙың тапшырылыу тарихын яҙған. Ул тапшырыусылар сылбыры (иснад) буйынса иҫкәрмәләр генә биреп ҡалмаған, хәҙистәргә грамматик аңлатма ла биргән. Үҙенең хеҙмәттәрендә ул хәҙистәрҙең дини һәм хоҡуҡи аспекттарын бирә, кәрәк булғанда хоҡуҡи мәктәптәрҙең нигеҙ һалыусыларынан ғына түгел, ә уларҙан алдан булғандарҙан да (әл-Аузаи һәм башҡалар), өҙөмтә килтерә. Ул шулай уҡ имам Мөслимдең хеҙмәтенә исем ҡуя[4]. Уның китаптары араһынан шулай уҡ Китап әл-Арбаинды, әл-Бохариҙың һәм Әбү Дауыттың Сахихына тамамланмаған аңлатманы һәм Ибн әс-Сәләхтең «Умм әл-хәҙис» китабынан өҙөктәрҙе (әт-Тәҡриб ва әл-тәфсир) телгә алырға мөмкин[4].

Имам ән-Нәүәүиҙең «Арбауна нәүәүи» (Ҡырҡ һайланғанхәҙис) китабында диндең иң мөһим аспекттарын үҙ эсенә алған ҡырҡ хәҙис тасуирлана. Һәр хәҙис исламдың бөйөк нигеҙҙәренең береһен һүрәтләй һәм, дин белгестәре бөтә исламдың нигеҙе тип атағандар иҫәбенә инә. Бынан тыш, автор шундай ҡағиҙәгә таяна, уға ярашлы ҡырҡ хәҙистең һәр береһе ышаныслы булырға, уларҙың күбеһе «әл-Бохари Сахихында» һәм «Мөслим Сахихта» килтерелергә тейеш. Күптәр ән-Нәүәүигә тиклем һәм унан һуң ҡырҡ хәҙис һайлайҙар, әммә ән-Нәүәүиҙең «Арбауна нәүәүи» әҫәре бөтә донъяның мосолмандары араһында иң популяр китаптарҙың береһе булып тора.

Имам ән-Нәүәүиҙең фикхта әһәмиәте, моғайын, хәҙис тәғлимәтендәгегә ҡарағанда ла ҙурыраҡтыр. Уның «Минхаж әт-талибин ва умдатуль муфтийин» (1270 йылда тамамланған) китабы, әр-Рафии (Ҡалып:Хижра йылы йылда вафат булған) хеҙмәте менән бер рәттән шәфиғый хоҡуғы буйынса иң мөһим китаптарҙың береһе һанала. Ибн Хәжәр әл-Хайтамиҙың («Тухфа әл-Мохтаж») һәм әр-Рамлиҙың («Нихая әл-мохтаж») был китапҡа аңлатмалары шәфиғый мазхабының закон сығарыу китаптары тип иҫәпләнә. Минхаж әт-талибин китабына әр-Рафииҙың Мохаррар китабынан өҙөктәр һәм уға аңлатма инә [4].

Ән-Нәүәүиҙең хоҡуҡ буйынса хеҙмәттәренән Равда фи мухтасар шарх әр-Рафии (1270 йылда тамамланған) китабын телгә алырға мөмкин. Уның был китабында йыш ҡына Әбү Исхак әш-Ширазиҙың «әл-Мухаддаб» һәм «әт-Танбих», шулай уҡ Ибн әл-Аттар тарафынан йыйылған фатуалар рәүешендә һаҡланған Әбү Хәмит әл-Ғәзәлиҙың «әл-Вәсил» китаптарына аңлатма бирелә[5][4]. Биографиялар һәм грамматика буйынса яҙылған китаптарҙан «Тахзибуль асмаи ва люгат» һәм Тахриру танбих (1272 йылда тамамланған) китаптарын әйтеп китергә була[4].

Бүтән хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Мөхөтдин ән-Нәүәүи Абдул-Кәрим әл-Кушайриҙың «Рисала»һын өйрәнә һәм доғалар буйынса «Китаб әл-Азхар» (1268 йылда тамамлаған) яҙа[11].

Библиография

үҙгәртергә
Хәҙис тәғлимәте
  • Әл-Минһаж фи шарх Сахих Мөслим Ҡалып:Ar4 — Мөслимдең ышаныслы хәҙистәр йыйынтығына аңлатма .
  • Шарх Сунан Әби Давуд Ҡалып:Ar4 — Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығына аңлатма (китап тамамланмаған).
  • Шарх Сахих әл-Бохари — әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығына аңлатма; китап киң билдәле түгел, сөнки ән-Нәүәүи уны тамамлап өлгөрмәй.
  • Мухтасар Сунан әт-Тирмизи.
  • Хуласат-уль-Ахкам мин Мухиммати-с-Сунани ва Каваиди Ислям.
  • Хулят-уль-Әбрәр ва Шиар-үл-Ахяр, Фи талхиси-д-Даават валь-Азкар әл-Мустахаббату фи Лайли ва Нахар,
  • Рийаду с-Салихин (диндар кешеләр баҡсаһы) Ҡалып:Ar4 — ислам донъяһында иң күп һатылыусы китап.
  • Азкар әл-Мунтахибату мин Калями Саййиди Абрар Ҡалып:Ar4 — тормоштоң һәр осрағында уҡыла торған доғалар йыйылған китап.
  • Такриб ва Тайсир ли Маърифати сунани Әл-Башир Ән-Назир Ҡалып:Ar4 — хәҙистәрҙе өйрәнеү фәне тураһында китап.
  • Иршаду-т-Туляб-үл-Хакаик иля маърифатиль Хакки мин Худа Хайри Халаики.
  • Ма тамассака иляйхи Хаджатуль Карии ли Сахихи әл-Бохари.
  • Арбауна нәүәүи (Ҡырҡ һайланған хәҙис) (ғәр. الأربعون النووية‎)
Фикх
  • Минхаджу-т-Талибин ва умдатуль Муфтийин — шәфиғый мазхабы нигеҙҙәре.
  • Равзату-т-Талибин ва Умдатуль Муфтийин.
  • Матн әл-Изах фи Манасик Ҡалып:Ar4 — хаж ҡылыу мәсьәләһе буйынса китап.
  • Адабуль Фатва валь Муфти валь Мустафта Ҡалып:Ar4
  • Фикхуль Мукаран.
  • Әл-Маджму шарх әл-Мухаззаб Ҡалып:Ar4 — ислам хоҡуҡ фәне тураһында китап.
Башҡалары
  • Тибьян фи Адаби Хамалятиль Ҡөрьән Ҡалып:Ar4
  • Тахзибуль Асмаи ва Люгат (биографиялар һәм һөйөү тураһында) Ҡалып:Ar4 — ғалимдарҙың биографиялары тураһында китап.
  • Табакатуль Фукаха (биографиялар һәм һөйөү тураһында)
  • Тахриру танбих (тел тураһында) Ҡалып:Ar4
  • Тархис Биль-Киями Лизавиль Фазли валь Мазияти мин Ахлиль Ислям Ҡалып:Ar4
  • Табакату Шифаят
  • Бустан әл-Арифин — суфизм фәне тураһында китап (китап тамамланмаған).
  • Вирду миналь Азкар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. арабская Википедия — 2003.
  2. AA.VV. Encyclopaedia of Islam, Encyclopédie de l’Islam (фр.) — 1913.
  3. Jahja Ibn Scharaf Nawawi // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Heffening, W., 1993, с. 1041
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Али-заде, А. А., 2007
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Tariqat, 2013
  7. ас-Субки. .
  8. әз-Захаби. Сияр алями ан-нубаля.
  9. Имам ән-Нәүәүи зыяраты (р.а.) - (Сирия зыяраттары). YouTube.com (22 октябрь 2013). Дата обращения: 11 ғинуар 2015.
  10. Дараа провинцияһында Нава ҡалаһында террористар имам ән-Нәүәүи кәшәнәһен емерҙеләр. САНА (7 ғинуар 2015). Дата обращения: 9 ғинуар 2015.
  11. Heffening, W., 1993, с. 1042

Һылтанмалар

үҙгәртергә