Мөфтиәт
Мөфтиәт, мөфтөйлөк (ғәрәп مفتي һүҙенән; босн. muftijstvo or muftiluk; алб. myftini; болг. мюфтийство; ҡаҙ. мүфтият; рус. муфтият; татар. мөфтият; рум. muftiat; укр. муфтіят) — мөфтөй етәкселегендәге дини ойошма, ул мосолман дини учреждениеларын (мәҙәни һәм уҡыу йорттарын), шулай уҡ билдәле бер территорияла йәшәгән мосолмандарҙы бергәләп Ислам динен таратыу өсөн берләштерә. Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт тарафынан күҙәтелә һәм мосолмандар менән идара итеү өсөн хөкүмәт ойошмаһы тип әйтергә лә мөмкин.
БДБ илдәренең һәр береһендә үҙ мөфтиәте (мәсет берләшмәһе) бар. Рәсәйҙә, ҡағиҙә булараҡ, Мосолмандары Диниә назараттары тип аталған дөйөм Рәсәй, төбәк-ара һәм төбәк мөфтиәттәре эшләй.
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй империяһында мөфтиәт
үҙгәртергә1681 йылдың 15 майындағы указға ярашлы хөкүмәт һәм сиркәү әһелдәре башҡорт халҡын көсләп суҡындыра башлай. 17 быуаттың 2-се яртыһынан көсләп суҡындырыу үткәрелә, быға Башҡортостандың мосолман халҡы бер нисә ихтилал менән яуап бирә. Тиҙҙән Екатерина II, мосолман руханиҙарын православие Рус дәүләте хеҙмәтселәренә һымаҡ әйләндерергә тырышып, 1788 йылда махсус указ менән Өфөлә Мосолмандары Диниә назаратын ойоштора[1]. Тәүҙә мөфтөйҙәр император тарафынан туранан-тура тәғәйенләнә. Башҡорт халҡында уларҙы указлы муллалар тип исемләп йөрөткәндәр. Ләкин 1817 йылда Александр I указы менән мөфтөйҙәр мосолман өммәте тарафынан император ризалығы менән һайланырға тейеш тип ҡарар ителә[2].
СССР-ҙа мөфтиәт
үҙгәртергә1944 йылдан 1992 йылға тиклем СССР-ҙа Кавказ аръяғы мосолмандарының Диниә назараты эшләй. Күпмелер ваҡыт Урта Азия һәм Ҡаҙағстан мосолмандары Диниә назараты эшләй.
Рәсәй мөфтөйҙәре 1992 йылда мосолмандарҙың VI ғәҙәттән тыш съезында СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты үҙгәртеп ҡоролғандан һуң ҙур төбәк дини үҙәктәренән (мөхтәсибәттәрҙән) ойошторола. Мосолмандарҙың диниә назараттары элекке Советтар Союзының күп илдәрендә бар.
Хәҙерге Рәсәйҙә мөфтиәт
үҙгәртергәРәсәйҙә мөфтөйҙәр (мосолмандары Диниә назараттары) үҙаллы төбәк дини ойошмалары сифатында сығыш яһай, әммә берләштерелгән бөтә Рәсәй идаралығы — мосолмандарҙың үҙәкләштерелгән дини идаралыҡтары менән. Өфөлә теркәлгән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты үҙенең юрисдикцияһын Рәсәй (Төньяҡ Кавказдан тыш), Беларусь, Молдова, Латвия территорияһындағы мөфтөйҙәргә йәйелдерә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия
- ↑ Яаков Рой (2000 йыл). Ислам һәм Советтар Союзы: Икенсе донъя һуғышынан Горбачевҡа тиклем.