Мәскәү (Туймазы районы)
Мәскәү (Таубаш; рус. Московка, Москово, Тау-Баш) — 1946 йылда яңы барлыҡҡа килгән Октябрьский ҡалаһы составына индерелгән ауыл. Быға тиклем Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Япрыҡ ауыл Советы составында була.
Мәскәү | |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Халыҡ һаны | 312 кеше (1939) |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1773 |
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы — антропоним[1], 1740-1760-сы йылдарҙа башҡорт старшинаһы — Мәскәү Дәүләтҡоловтың исеме менән бәйле[2]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Таубаш исеме аҫтында ла теркәлгән[3].
Географияһы
үҙгәртергәБөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының Нарыштау итәгендә, Ыҡ йылғаһы буйы үҙәнендә урынлашҡан. 1926 йылда улус үҙәге Туймазы станцияһына тиклем аралыҡ 20 саҡрым тәшкил иткән.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға XVIII быуат уртаһында Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала[3].
Байлар башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе буйынса 1790 йылда ауылға яһаҡлы татарҙар, ә 1799 йылда — яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре һәм керҙәш башҡорттар килеп төпләнгән. Керҙәштәр араһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар ҙа булған[2].
1834 йылда 80 аҫаба башҡорт, 72 типтәр һәм 18 хеҙмәтсе татар, ә 1870 йылда 131 аҫаба башҡорт һәм 31 хеҙмәтсе татар иҫәпкә алына. Башҡорт старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡоловтың улы — Ҡыр-Йылан улусының старшинаһы Әптикәй Мәскәүев Пугачёв ихтилалында ҡатнаша, уның ҡарамағындағы башҡорттарҙың 134 ихатаһы ла 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына ҡушыла. Әптекәйҙең улы Аҙнағол Әптикәев XII башҡорт кантонының йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә[2].
Өфө губернаһы ойошторолғандан һуң, 1865 йылдан Бәләбәй өйәҙе Үрге Бишенде улусына ҡарай, ә 1922 йылдың 18 июленән — Бәләбәй кантоны Аҙнағол улусы составында.
РСФСР Юғары Советы Президиумы 1946 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы ҡала тип үҙгәртелә. Октябрьский ҡалаһы составына Мәскәү, Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән ауылдары инә.
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1865 | 1906 | 1920 | 1939 |
---|---|---|---|---|
64 | 138 | 355 | 288 | 312 |
Инфраструктура
үҙгәртергәХалҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан / сост.: А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. — Уфа : Китап, 2002. — С. 155. — 5000 экз. — ISBN 5-295-03192-6.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Мәскәү (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкиры Туймазинского района Республики Башкортостан: научный справочник / С. И. Хамидуллин, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, А. А. Исмаил. — Уфа, 2020. — С. 70-71. — 680 с.
- История башкирских родов. Байлар. Том 22 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 154.
- Населенные пункты Башкортостана. Ч. III. Башреспублика, 1926. — Уфа: Китап, 2002. — С. 21. — 400 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәскәү (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.