Мәнәгәҙ
Мәнәгәҙ (рус. Манагазово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 87 кеше[1]. Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837003.
Ауыл | |
Мәнәгәҙ Мәнәгәҙ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға нигеҙҙе яҡынса XVIII тирәһендә үҙ ерҙәрендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбилһе) башҡорттары һалған.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға XVIII быуат тирәһендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары нигеҙ һалған. Райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда бик күп ерҙәргә хужа булған аҫаба башҡорттар йәшәгән. 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем ауыл халҡы өйәҙҙең иң бай кешеләре рәтендә була, һуңыраҡ күптәр ауылдан һөрөлә, мөлкәте тартып алына.
1795 йылда бында 6 хужалыҡта 48 башҡорт иҫәпләнә. 1816 йылда ауылда 98 кеше (13 йорт) йәшәй, 1834—165, 1859 йылда — 227 кеше (36 йорт), 1906 йылда — 344 (54 йорт), 1920 йылда — 391 кеше (77 йорт).[2].
1846 йылда 165 кешенең һәр береһенә 7,6 бот иген (бөтәһе 1256 бот) сәселә.
Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр, һарыҡ (115), кәзә (75) тотҡан, умартасылыҡ (22 умарта), солоҡсолоҡ (65 солоҡ) менән шөғөлләнгән[2].
1906 йылда ауылда тимерлек һәм мәсет булған.
«Мәнәгәз», «Мәнәгәҙ» йылғаһы исеменең мәғәнәһе ( мәнә+«гәҙ»- боронғо төрки, башҡорт телендәге үгеҙ, гәҙе, гәзе, ғазы- речка) [3].«Ман»- боронғо «тау» тигән һүҙ[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 87 | 48 | 39 | 55,2 | 44,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 12 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 81 км
Урамдар
үҙгәртергәСоциалистик урам
Көньяҡ урам
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Фәйрушин Дамир Зөфәр улы (1947) — совет сәнәғәт эшмәкәре.
- Сабанов Валерий Александрович, Председатель правления Некоммерческого партнерства "Центр специальных программ безопасности и реабилитации ветеранов подразделений специального назначения «Касатка СН»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 А.Асфандияров. История сел и деревень Башкортостан и сопредельных территорий 2022 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Древнетюркский словарь
- ↑ [ http://confsgz.ru/pdf/%D0%91%D1%83%D1%85%D0%B0%D1%80%D0%BE%D0%B2%D0%B0%20%D0%93.%D0%A5.%C2%A0%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F%20%D0%B3%D0%B5%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%84%D0%B8%D1%87%D0%B5%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F%20%D1%82%D0%B5%D1%80%D0%BC%D0%B8%D0%BD%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D0%B3%D0%B8%D1%8F.pdf Г.Бухарова.Башкирская географическая терминология ]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |