Мотал (Көйөргәҙе районы)

Мотал, Үрге Мотал — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Шәбағыш ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 2 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.

Ауыл
Мотал
Ил

Рәсәй

Район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°44′58″ с. ш. 55°35′59″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

урам

Климат тибы

уртаса, континетал

Мотал (Рәсәй)
Мотал
Мотал
Мотал (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мотал

Географик урыны

үҙгәртергә

Мотал ауылы — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районында, Шайтан йылғаһыны буйында урынашкан ауыл..

Милли составы

үҙгәртергә

Ауылда башлыса башҡорттар йәшәй. 18—19 быуаттарҙа ауыл халҡы аҫаба башҡорттар булып һаналған.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Фермерҙар урамы рус. Фермеров (улица))[2]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • 1795 — ?
  • 1834 —
  • 1859 —
  • 1897 —
  • 1906 —
  • 1913 —
  • 1920—492
  • 1926 —
  • 1938 —
  • 1949 —
  • 1958 —
  • 1970 —
  • 1979 —
  • 1989 —

Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылык, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Мотал — Бөрйән улусы Монаш ырыуы аҫаба башҡорттарының торамаһы. Ул Бөрйән аҫабаһы Мотал Абдуллиндың исемен йөрөтә, ул 1761 йылда улус ерҙәрен Ҡана һәм Күркәтау йылғалары буйында Кананикольск заводы хужаларына һатыуҙа ҡатнашҡан.

V рәүиздә 23 йортло һәм 166 кеше йәшәгән Иҫке Мотал (Яҡуп) һәм 180 кеше йәшәгән Мотал (Яңы Мотал) ауылдары күренә. Иҫке Мотал ауылы башта Яҡуп тип йөрөтөүҙәре асыҡ күренә.

1920 йылда Көйөргәҙе улусына 111 йорттан торған Үрге Мотал (492 кеше) һәм 14 хужалығы булған Урта Мотал ауылдары ҡарай. Үрге Мотал ауылы Ермолаевка ауылынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мораптал улусы составына Түбәнге Мотал ауылы ингән (1918 − 1974 йылдарҙа булған). Ауылда 127 йорт хужалығында һәм 528 кеше йәшәгән.

1858 йылда Үрге Юлдаш ауылынан Мотал ауылына 6 ғаилә, ә Иҫке Юлдаш ауылынан 1 ғаилә күсеп килә. Таулыҡай ауылынан (Баймаҡ районы) моталдарҙан Мөхәмәтйән Юлтаев менән Сәфәрғәле Юлдыбаевтың ғаиләләре күсеп килгән. Быларҙың барыһы ла бер үк улусҡа ҡараған ауыл халҡының туғандаш үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.

Моталдарҙан үҙенең белемлелеге һәм улустың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән аҫаба милләттәштәренең ышаныслы кешеләре сифатында һәм кантон идаралығында Бураҡаевтар айырылып торғандар. 1816 йылдағы VII ревизияла уларҙың исемдәре күрһәтелгән: Ишҡыуат (72 йәш), Ҡорманғол (65 йәш), есаул Йомаш (58 йәш), Ҡунаҡбай (55 Йәше), указлы муллалар Уразбай (50 йәш) һәм Ғөбәйҙулла (48 йәш), йорт старшинаһы ярҙамсыһы 13-сө ранг чиновнигы Буранбай (46 йәш, улдары Ирназар, Хоҙайназар, Иҙрис, Ильяс) Бураҡаевтар.

1842 йылда ике ауылдың бөтә 448 кешеһе иҫәбендә 2440 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни һәр береһенә 5,4 бот. Хәҙер Мотал ауылдары юҡ, улар — үҙ ваҡытында перспективаһыҙ тип иғлан ителгән тарихыбыҙҙың торғонлоҡ осоро ҡорбандары. Шуға ла улар республика картаһынан юҡҡа сыҡҡан[3]

1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ете ырыу волосына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә, 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире ҡушыла.

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә
  • Диҡҡәт Бураҡаев — геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты, журналист, балалар яҙыусыһы.

Ер-һыу тарихы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Списки населенных пункт Российской империи по сведениям 1870 года. Том 45. Оренбургская губерния. — СПб., 1877.
  • [1] «Генеология һәм архивтар» сайтында ауыл тураһында.