Күркәтау (рус. Куркатау) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ҡана йылғаһының уң ярына тамағынан 31 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 52 км.

Күркәтау
Характеристика
Оҙонлоғо 52 км
Бассейн 339 км²
Һыу ағымы
Тамағы Ҡана
 · Урынлашыуы уң ярына тамағынан 31 км өҫтәрәк
 · Координаталар 52°54′06″ с. ш. 57°26′34″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010200212111100017485
Күркәтау Викимилектә
Күркәтау быуаһы
Күркәтау йылғаһы ярында Күркәтау ҡаяһы

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыАғиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017485
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101748
  • Бассейн коды — 10.01.02.002
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йылғаның атамаһы Күркәтау - күркә һәм тау тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан оронимдан алынған [3][4].

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Баймаҡ районындағы Ишәй ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Үрге ағымында Баймаҡ һәм Йылайыр райондары биләмәһе буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, урта ағымда төньяҡ-көнбайышҡа, түбәнге ағымында - Йылайыр районы биләмәһе буйлап аға. Артабан тамағынан 31 км алыҫлыҡта, Ҡана йылғаһына барып ҡушыла. ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, бассеин майҙаны —386 км2.

Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы —2,1 м3 / с.

Рельефы тәпәш таулы, үрге ағымында йылға үҙәне Уралтау һыртының көньяҡ өлөшөнә тура килә.. Ландшафы ҡараһыу һоро тау-урман тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай-ҡайын урмандарынан тора, ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болон далалары осрай.

Бассеиндың 75% -ы урманлы, әҙ генә өлөшөн (5 - 10%) һөрөнтө ерҙәр биләй.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Уң - Оло Бастан, һул - Урал-Лука.[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Күркәтау.
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 80-се бит
  4. Күркә - тауыҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре йорт ҡошо//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 580-се бит
  5. Куркатау(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә