Арафур диңгеҙе (ингл. Arafura Sea, индон. Laut Arafura) — Австралия ҡитғаһы, Яңы Гвинея, Танимбар һәм Кай утрауҙары араһында урынлашҡан Һинд океаны диңгеҙе.

Арафур диңгеҙе
УрынлашыуыАвстралия, Индонезия, Папуа — Яңы Гвинея 
Майҙаны1017 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек3680 м
Уртаса тәрәнлек186 м
Һинд океаны
Точка
Арафур диңгеҙе
 Арафур диңгеҙе Викимилектә

География

үҙгәртергә

Арафур диңгеҙе көнсығышта Торрес боғаҙы аша Мәрйен диңгеҙе, көнбайышта — Тимор диңгеҙе, төньяҡ көнбайышта — Банда һәм Серам диңгеҙҙәре менән тоташа. Оҙонлоғо — 1 290 км, киңлеге — 560 км.

Арафур диңгеҙенең майҙаны Карпентария ҡултығы менән бергә 1017 мең км² тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 186 м, максималь тәрәнлеге — 3680 м.

Арафур диңгеҙе өҫтөндәге уртаса һыу температураһы 25—28° С, тоҙлолоғо 34-35 ‰. Йәйен өҫтөнлөк итеүсе елдәр — төньяҡ-көнбайыш муссон, ҡышын — көньяҡ-көнсығыш муссон. Яңы Гвинея яр буйҙарындағы һау артымы ҙурлығы — 4,5 м[1].

Диңгеҙҙә балыҡ һәм устрица тотоу үҫешкән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә